Jump to content

Серле бер мөхәббәттең тарихы

From Wikisource
Серле бер мөхәббәттең тарихы
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


«...Һин уның хаҡында, уның менән булған мөнәсәбәт һәм мөхәббәт хаҡында тәфсилә, шағиранә иттереп хат яҙырһың әле. Ләкин хат яҙғанда, ваҡ-төйәк нәмәләргә саҡлы яҙ. Һин бит уны ысынлап та яратаһың, һин уның алдында булған ваҡытта бөтөнләй үҙгәрәһең, үҙеңде онотаһың, был бер. Икенсе, мин киткәс, уға булған мөхәббәтең ни дәрәжәгә барып етер, был һөйөү ни рәүешле дауам итер... шуларҙың һәр береһен яҙырһың әле...»— тип киткән инең.

Айырылышыу ваҡыты етеп, ҡулды-ҡулға биргәс, һин шул һүҙҙәрҙе тәкрар иттең. Бер-ике минут ҡәҙәре ҡулды ебәрмәй торҙоң һәм:

— Мин әйткән һүҙҙәрҙе онотма. Һинең башыңдан үтәсәк ошо самими мөхәббәттең тарихын беләһем килә, сөнки был мөхәббәт һинең хәйәтеңдә бик мөһим урын тотасаҡ. Ихтимал, ул һиңә мөхәббәт мәнбәғе булып, Ябраил кеүек рух биреп торор, һин шуның арҡаһында, уның арҡыры вәхи алып, тағы ла ялҡынлы шиғырҙар яҙырһың. Уның күҙҙәренән балҡып торған хәйәт нуры һиңә яңынан-яңы хәйәт биреп торор,— тинең. Һин был һүҙҙәрҙе вагон тәгәрмәстәренең шалтырай башлаған тауыштары аҫтында тамам иттең. Һинең иң һуңғы һүҙең дә: «Һин яҙ, мин дә яуап яҙырмын»,— булды.

Ошо айырылышыуға байтаҡ ваҡыттар үтте. Был ваҡыттарҙың һәр көнө, хатта һәр сәғәте, мөхәббәт нурҙары менән яҙылған ләүхәләрҙән ғибарәт бер матур китап рәүешен алып, минең күҙ алдымда ята. Мин ул китап рәүешен алған мөхәббәтем тарихын һәр көн бер мәртәбә күҙ алдымдан үткәреп сығам. ҡөръән ятлаған ҡазый кеүек, кескенә нөктәләренә саҡлы риғая итеп тәкрарлайым. Бына шул мөхәббәтем тарихын, баштан алып, ошо мәктүбте яҙған минутҡа саҡлы яҙып, һиңә ебәрәм. Был нәмә һинең күңелеңдә бөтә бер тасауыр ҡалдырһын.

Мин уны һөйә башлауымдың тарихы былай булды:

Үҙеңә мәғлүм, һөйөүҙә кешенең ихтыяры юҡ. Һәр бер матур нәмәне күреү менән, кеше ғәҙәттә шул нәмәгә һоҡлана, шуны үҙенеке итәһе килә. Үҙенеке итергә мөмкинлек тапмаһа, даимә шуны үҙенә яҡын хис итеп, шуның тәьҫире менән иҫерә. Әҙәмдәрҙәге һөйөү тойғоһо төрлөсә була. ҡайһы берәүҙәр тәбиғәтте, уның айырым киҫәктәрен һөйә. ҡайһы берәүҙәр ғөмүми инсаниәт донъяһын һөйөү менән мөбтәлә була. ҡыҫҡаһы, һәр кемдә бер нәүеғ һөйөү-һөйөлөү һәүәҫе бар. ҡайһы берәүҙәрҙә был һөйөү артыҡ көслө булып, ул һәр нәмәнең үҙендә бер матурлыҡ күреп, уларға баһа ҡуйырға, шулар хаҡында янырға ярата. Ләкин был яратыу уның ихтыярынан тыш бер нәмә була.

Сәскәләр араһынан китеп барғанда, шуларҙың береһен айырым яратаһың, шунда тәбиғәттең әллә ниндәй серҙәрен уҡыйһың. Ул һиңә яҡын күренә, уны күңелеңдең эсенә ултыртып ҡуяһы килә. Ләкин уның үҙендә шул матурлыҡтан башҡа һиңә бер ҙә мөнәсәбәт булмай. Ул һинең яныуыңды, яратырыңды һиҙмәй ҙә, шулай ҙа ул һине яндыра, күңелгә мөхәббәт ялҡынын яндыра. Тәбиғәттең башҡа киҫәктәрен һөйөүҙә лә ошо ҡағиҙә үҙенең хөкөмөн йөрөтә.

Был һүҙҙәр минең «уны» һөйә башлау тарихына һүҙ башы урынына ғына яҙылдылар.

ҡатын-ҡыҙҙар ҙа баҡсалағы сәскәләр кеүек. Шуларҙың араһынан береһе күңелгә артыҡ яҡын күренә, матур булып хис ителә. Башта ул ҡатын-ҡыҙҙың таныш-фәлән булыуы һис лазым түгел. Үҙ ғүмерендә беренсе мәртәбә күргән бер матурҙы ысын күңелдән яратып, шуның өсөн яна башлау ваҡиғалары бик күп осрай. Минең «уны» һөйә башлауым да шулай иттифаҡи күреүҙән булып китте. «Ул» башта миңә таныш түгел, сит бер кеше ине. Мин «уны» йә урамда күреп үтә, йәки башҡа берәй йыйылыш урындарында ғына осрата инем. Күргән һайын мин уның матурлығын күреп, уның рухында үҙемде тәхсир итә торған бер көс барлығын һиҙә башланым. Һис бер танышлығы, мөнәсәбәте булмаған хәлдә, ул миңә таныш, минең рухыма бик яҡын мөнәсәбәте булған кеше кеүек күренә башланы. Ниндәйҙер бер көс мине көндән-көн уға табан тарта, рухымды уның рухы алдында сәждә итергә өндәй, уның ғишҡы менән янырға мәжбүр итә ине. Осраған ваҡыттарҙа, миңә табан ҡарамай китһә, мин шуның өсөн яна, ә әгәр аҙ ғына күҙенең осон төшөрөп китһә, шатлана инем. Бер ҙә юҡҡа шулай янып йөрөүемдә бер рәхәтлек һиҙә, шунан йәм таба инем. ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡтарын тасуир итеп, шиғыр йәки башҡа берәй нәмә яҙһам, күҙ алдыма таныш булмаған «...»де килтереп баҫтырып, шуға ҡарап, шиғыр яҙа инем. Шул рәүешле йөрөй торғас, уның матур һүрәте минең күңелемә тамам кереп ултырҙы. Минең күңелемдең иң ҡәҙерле урыны «уға» тәхет булып әүерелде. Мин уны, таныш булмағаны хәлдә, шул саҡлы янып һөйһәм дә, «уның» менән танышыуҙы уйламай, күңелемә лә килтермәй инем. Беренсе танышыуым ғәйәт иттифаҡи бәхеттән генә килегғ сыҡты.

Ул бер көндө минең бер танышым менән килә ине. Танышым, мине күргәс, туҡтап күреште. Шул уҡ ваҡытта «уның» менән таныштырып күрештерҙе. Бер ҙә көтөлмәгән был бәхеттән мин аптырап киттем, ҡаушап киткән кеүек булдым. «Ул» да, электән таныш кеше кеүек, минең бәғзе бер яҙған нәмәләрем тураһында һүҙ башланы. Был күрешеү шул рәүешсә бик садә булһа ла, минең күңелемдә тағы бик ныҡ эҙ ҡалдырҙы. Мин шул көндө, фатирыма ҡайтҡас, «Яңы танышым» тигән шиғырымды яҙҙым.

Шул танышыуҙан һуң, мин уны күргәндә — күрешә, уның менән һөйләшә башланым. Хәҙер «ул» осраған ваҡытта күрешә, иҫәнләшеп китә башланы. Шулай осраған һайын, уға булған һөйөү хисем арта ғына, рухани уға яҡынлаша ғына бара инем. Ләкин ул минең үҙен һөйөүем хаҡында бер нәмә лә белмәй ине.

Бер ваҡыт шул иттифаҡи рәүештә «уға» осраным да, һөйләшеп бара торғас, ул мине үҙҙәренә кереп сығыуымды үтенде. Уның үтенеүе, «әйҙә беҙгә кереп сығығыҙ» тип әйтеүе лә бик тәбиғи ине. Мин көтөлмәгән был саҡырылыуҙан бик шатландым, бер ҙә уйлап тормай, «улар»ҙың фатирҙарына керҙем.

Был кереүемдә мин уның янында яҡшы уҡ оҙаҡ ултырҙым. Мәжлесенә күрә матур һүҙҙәр ҙә табылды. Әллә ниндәй бер мөнәсәбәт менән мөхәббәт хаҡында ла һүҙ асылды. Мин был бабта, яҡшы ук ихлас менән, бер аҙ һүҙ һөйләп ташланым. Ләкин һүҙҙәремдең яһалма булмауы мәғлүм ине. Сөнки мин мөхәббәт хаҡында яһалма һүҙҙәр булыуын уйлай ҙа алмай инем.

Ошо ултырыштан һуң беҙҙең рухтар араһында мөнәсәбәт башланған, рухтарыбыҙ бер-береһенә яҡынлашҡан кеүек күренде. Был яҡынлыҡ минең тарафымда күптән булһа ла, уның яғында бөгөн генә башланған кеүек һиҙелә ине. Был яҡынлыҡтың тәкәллеф-фәләндән булмауы ла күренеп тора ине.

Уларға ошо барыуымдан һуң, «уны» тағы ла бер-ике рәт осратып һөйләштем. Ул инде, бик күптәнге таныш кеүек, бер ҙә тәкәллефһеҙ-ниһеҙ һөйләшә иие. Хәҙер инде мин дә боронғо кеүек ҡаушап китмәй, үҙемдең бәғзе бер хисиәтемде асыҡтан-асыҡ һөйләй ала инем. Уның менән танышлығым ошо дәрәжәгә еткән ваҡытта, мәсьәләнең серенә һин дә төшөндөң.

Хәтереңдәлер, сихырлы мөхәббәт менән солғанған май айының иң матур бер кисе ине. Был кистә нимәлер беҙҙең икебеҙҙе лә иҫерткән кеүек, ғәҙәттән тыш моңландыра, яндыра ине. Шунда беҙ кәмә менән Иҙел өҫтөндә йөрөргә уйланыҡ. Ләкин, ваҡыт бик һуң булғанға күрә, был фекерҙәребеҙҙән ҡайттыҡ. «Уларға» ҡаршыраҡ булған алма баҡсаһында һайрай торған һандуғастың моңло матур тауышы беҙҙе тағы ла моңландырҙы, тағы ла күңелләндерә төштө. Ана шул кисте бөтә тирә-яҡ серле бер мөхәббәт, әллә ниндәй моңло бер матурлыҡ менән солғанып алынған кеүек ине. Шунда, ниңәлер, мин, «уларға» керәйек, тинем. Уларға керергә артыҡ бер сәбәп тә юҡ ине. Ләкин ниндәйҙер бер көс мине шунда тартты. Мин керә башлағас, һин дә ҡаршы торманың, керҙең. Шулай итеп, беҙ уларға кергәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Улар беҙҙе яҡшы уҡ илтифат менән ҡаршы алдылар. «Ул» бик шат, хатта ғәҙәттәгенән дә шат ине. Мин «уны» күргәс, үҙемде онотоу дәрәжәһендә бер сифатҡа керҙем, был һинең дә диҡҡәтеңде йәлеп итте. Шунда һин, тик торғансы тигән кеүек итеп, мандолинаны алып уйнай башланың. Һинең, күҙҙәреңде бер урынға текәп, йылмая төшөп, ҡылдарҙы сиртеп, матур көйҙө һыҙҙырып ебәреүең беҙҙең барыбыҙҙы ла уйға сумдырҙы. Гүйәки, һин музыка менән беҙҙең рухтарыбыҙ араһындағы мөнәсәбәтте эҙләп, уларҙы бер-береһенә тағы ла бәйләй төшөргә еп иләй инең. Мин «уның» матур, серле күҙҙәренән, беләһеңме, башҡа күҙҙәрҙә булмай торған мәғәнәле һүҙҙәр уҡый башланым. Ул шунда күҙен тултырып йылмая, йылмайған ваҡытта бөтә битен, күҙҙәрен матурлыҡ ҡаплап китә лә тирә-яғына нур сәсә ине. Ул барған һайын шатлана, моңая, матурлана бара ине. Мин «уны» элек тә матур, айырым матур күрә инем. Бөгөн айырым матур күренде. Мин уның илаһи матурлығы, серле көсө тәьҫирендә иҙелә башланым. Ләкин был иҙелеү башҡа бер тәьҫир аҫтында иҙелеү кеүек тәмһеҙ, ауыр түгел, киреһенсә, йәнгә рәхәтлек, матурлыҡ бирә торған бер иҙелеү ине. Был минутта, гүйә, минең рухым нур диңгеҙендә йөҙгән кеүек йөҙә, «уның» көслө матур күҙ ҡарауы менән ирей инем. Шул ваҡытта мин уның матурлығын үҙенә әйтәһем килде. Үҙенең матурлыҡ аллаһы исеменән алырға мөстәхиҡ булыуын үҙенә белдерәһем килде. Миндә ошо уй барған һайын көс алды. Шулай итеп, мин уға хәмдесанә урынына яратыу, мөхәббәт һүҙҙәрен теҙеп, уның алдына йығылаһым килде. Ләкин әллә ниндәй көс, минең телемде беркетеп, бәйләп ҡуйған кеүек, урындан ҡуҙғалырға ирек бирмәй ине...

Һин, ҡулыңдағы мандолинаны алдыңа ҡуйып, яныңда ултырған теге кеше менән һөйләшә башланың. Шунда мин, үҙемдә бер көс һиҙеп, уның йөҙөнә туйғансы ҡараным. Уның күҙҙәре, ана теге ҡара күҙҙәр, әллә ниндәй серле ҡараш менән миңә ҡарап, нимәлер әйтергә теләгән кеүек булып торалар ине. Мин әллә ҡасандан бирле әйтә алмай йөрөгән «һин матур, һин һөйөлөр өсөн яратылғанһың, һин бөтә матурлыҡтарҙан юғары, һинең рухың һәммә нәмәнән өҫтөн...» тигән һүҙҙәрҙе теҙеп алып китмәксе булып, ауыҙымды астым да, ләкин әйтә алманым. Шунда ул минең әйтәсәк һүҙҙәремде әллә ҡасан һиҙеп өлгөргән ине, ул минең күҙ ҡарашымдан рухымдың янғанын белгән, күҙҙәр арҡыры рухтар әллә ҡасан бер-береһен сәләмләшкән ине. Уның шул матур күҙҙәрендә «һин бит мине яратаһың, шуны әйтмәксе булаһың, әйт, мин бер ҙә асыуланмам, әйт» тигән һүҙҙәр айырым-асыҡ күренеп торалар ине. Уф, шул ваҡыттағы күҙҙәр арҡыры эстәге серле мөхәббәт ижектәренең уҡылыу ләззәтен белһәң!..

Шунан һуң мин уға: «...кил әле, һиңә аулаҡта ҡыҙыҡ ҡына бер һүҙ әйтәһем бар...»— тинем. Был һүҙ менән мин һеҙҙең шөбһәгеҙҙе бөтөрмәксе була инем. Ул минең был һүҙҙәремдән көлә лә: «Әйҙә, ул ниндәй һүҙ икән?..»— тип, сөәлле бер ҡараш менән йылмайып, күрше бүлмәгә сыҡты. Был ваҡытта уның йөҙөндә етдиәт ҡатыш бер йылмайыу күренә ине. Ул минең яныма уҡ ултырып, минең уның үҙен әллә ҡасандан бирле гонаһһыҙ, саф бер яратыу менән яратыуымды һиҙгән кеүек:

— Йә, нимә әйтмәксе инең, әйт,— тине лә туп-тура күҙгә ҡараны. Мин, Ябраилы килгән пәйғәмбәр кеүек, рухани ҡәбзиәтләнеп киттем, балҡып торған йөҙөнә йотлоғоп ҡараным да ҡулын ҡулыма алдым. Ул, бер ҙә иҫе китмәгән кеүек, минең әйтәсәк һүҙҙәремде көтә ине. Шуның менән бәрәбәр, ул минең һөйөү хаҡында һүҙ башлаясағымды белеп, үҙенең хәрәкәт һәм мөғәмәләһен шуға муафиҡ рәүештә йөрөтә ине. Уның шул мөғәмәләһе, шул юлда аңлап хәрәкәт итеүе миңә еңеллек бирҙе. Мин хәҙер ни әйтеүҙән дә тартыныу дәрәжәһенән үттем. Ул инде мин ни әйтһәм дә, ғәфү итәсәк бер хәлдә күренә ине. Ул тағы бер мәртәбә сөәлле ҡараш менән ҡараны. Шунда мин: «Һин миңә үҙеңдең матур икәнеңде әйтергә, үҙеңде яратырға ғына рөхсәт ит, минең үҙеңде яратып йөрөүем, һинең нурыңдан үҙемдең яҙасаҡ шиғырҙарым өсөн ут алғанға асыуланма»,— тинем. Ул матур бер йылмайыу менән йылмайҙы ла: «Мине ул дәрәжәгә ҡуйһағыҙ, яратыуығыҙ ысынлап та шулай көслө булһа, рөхсәт, яратҡан кешегә асыуланып буламы ни?»— тине. Ул, мине ҡаушатмаҫ өсөн, бик еңел, уйын ҡатыш кеүек итеп мөғәмәлә итә ине. Уның һүҙенән һуң ошо һүҙҙәрҙе әйттем: «Ана, теге баҡсала һайрай торған һандуғас кемде маҡтай? Ул йәйге айлы төндә төн буйы кемгә мәдхесанә яуҙыра? Ул кем өсөн яна, ни өсөн төн буйынса мөхәббәт уты менән һыҙлана? Ул бер сәскәгә, әллә, ана күктә йөҙгән айға, йә булмаһа тәбиғәткә ғашиҡлығынан шулай моңлана, һыҙланамы икән?.. Һандуғастың һыҙланғанын уның мәғшуҡе беләме, һандуғастың уның белеүендә эше бармы? Юҡ. Бына мин дә һине шул һандуғас сәскәне йәки айҙы, йә булмаһа бөтә тәбиғәтте яратҡан кеүек яратайым, ошо айлы кистә мин янып, һыҙланып, һиңә мәдхесанә уҡыйым. Һин минең шул һүҙҙәремде тыңла, шул рәүешле яратыуыма рөхсәт бир, асыуланма, шул рәүешле яратыуыма асыуланмаҫһың бит?..»— тинем.

Был һүҙҙәрҙең яһалма булмай, ысын күңелемдән сыҡҡан булыуын «ул» бик асыҡ белде булһа кәрәк, үҙгәреп китте, йөҙөндә мине ҡыҙғаныу хисе заһир булды һәм: «Яратыуыңа рөхсәт, яратыуың өсөн шатланырмын ғына»,— тине.

Шул ваҡыт мин әллә шатландым, әллә уның күҙ ҡарашы аҫтында еңелдем, һис уйлап тормай, уның рухани көсө, есмәни матурлығы алдында теҙ сүктем, уның үрелгән сәстәренән артып, аҡ яңаҡтарынан суҡланып һалынып торған сәсен һыйпап: «Һин матур бит!»— тип, сөәлле бер ҡараш менән битенә ҡарайым. Үҙенең рөхсәте менән үҙенең матурлығын үҙенә һөйләй башланым. Үҙемдең рухымдың иркен бөтөнләйе менән уға тапшырҙым. Бына мин уны шул минуттан һуң, һандуғас сәскәне яратҡан кеүек, яраттым. Сәскә тирәһендә йөрөгән күбәләк кеүек, рухани уның рухына сәждә иттем.

Уның матурлығын үҙенә әйтеп, яратыуымды белдереүем, ана, һинең менән йөрөгән май айының ошо айлы кисендә булды. Ул төн минең хәйәтемдең иң нурлы, шатлыҡлы бер сәхифәһен майҙанға килтергән төн. Был төн мин үҙемдең күңелемдә күптәнән бирле һаҡланып йөрөгән мөхәббәтте үҙенең урынына ҡуйҙым. Ана шул кистә ул миңә үҙен яратырға рөхсәт итте.

Бына ошо минең хәйәттә иң юғары урын тотҡан кистән берәй аҙна үткәс, һин «...» шәһәренә киттең. Киткән ваҡытта һин ошо хаттың башында яҙылған һүҙҙәрҙе әйткән инең. Минең тарих хәйәтемдә мөһим урын тотасаҡ мөхәббәт тарихының башы шул рәүештә башланып китте. Икенсе хатымда бынан һуңғы хәлдәрҙе яҙырмын әле. Һин минең тарафтан ебәрелгән мәктүбтәрҙе уҡып, минең мөхәббәтем хаҡында тулы бер фекер хасил итерһең дә үҙең әһәмиәт биргән нәмә хаҡында ҡәнәғәт хасил ҡылырһың.

...Был мәктүбем элек ебәргән мәктүбемдең дауамы кеүек булыр, ахыры. Һин айырылған ваҡытта әйткән һүҙҙәреңде хатыңда ла тәкрарлайһың. «Уның» хаҡында булған мөхәббәтем вә һөйөүемә ғаид нәмәләрҙең бик йөзьиҙәре лә үҙем өсөн бик ҡәҙерле. Шуға бинаән, мин уның хаҡында яҙа башлаһам, һүҙемдең артыҡ оҙонға киткәнен белмәй ҙә ҡалам. Һүҙҙәремдә мантиҡилыҡ бер ҙә риғая ҡылынмай торғандыр. Йөмләләр матур теҙелмәйҙер, ләкин һин хаттың тышҡы күренешенә әһәмиәт бирмә. Ул йәһәте һинең өсөн дә, минең өсөн дә мөһим нәмә түгел. Мин үҙемдең «уның» менән булған мөхәббәтем хаҡында һүҙемде дауам иттерәйем, һин тыңла. Быны уҡығандан һуң, был хаҡтағы мөхәкәмәңде яҙырһың.

Шулай, ана шул көндән, йәғни яратыуымды уның үҙенә әйтеп, уны яратырға үҙенән рөхсәт алған көндән башлап, мин рухымда ысынлап та бер үҙгәреш һиҙә башланым. Ул үҙгәреш тә, көндәлек эштәрҙе илтифатһыҙ ҡалдырып, һәр ваҡытта мөхәббәт хаҡында уйлау, уны һөйөүҙән хасил булған ләззәт менән рухани аҙыҡланыуҙан ғибарәт ине. Мин шунан һуң донъяның ваҡ-төйәк нәмәләрен илтифатһыҙ ҡалдырып, даимә «уның» хаҡында уйлайым. Шул, уның, хаҡында уйлауҙан ғөмүми бер мөхәббәт, илаһи бер һөйөү тыуған кеүек була.

Хәтереңдә юҡмы, мин һәр ваҡытта: «Миндә ғәҙәти тел менән тәғриф ителмәҫлек мөхәббәт ҡайнаша, мин бөтә донъяның матурлығын һөйәм: минең мөхәббәтем өсөн ер йөҙөнөң ҡыҙҙары, былбылдары, ҡырҙары, сәскәләре, урмандары, тауҙары, аға торған һыуҙары, ҡоштары, айҙары, йондоҙҙары — һәммәһе лә маузуғ булалар»,— ти торған инем. Шуға ҡарап, был һаналған нәмәләрҙең һәр береһе минең янған йөрәгемдән сыҡҡан шиғырҙарыма маузуғ булалар ине. Ваҡыты менән мин һандуғас тураһында яҙҙым. Матур ҡырҙарҙы, ағыр һыуҙарҙы тасуир иттем. Төрлө ҡош-ҡорттар минең мәҫәлдәрем өсөн маузуғ булдылар. Йәйге көндөң айлы кистәре, ҡыш көнөнөң йондоҙло төндәре, ер йөҙөнөң сылтырап аҡҡан һыуҙары — һәр береһе нисә мәртәбәләр минең шиғырҙарым арҡыры зекер ителеп үттеләр. Ул ер йөҙөнөң хур кеүек ҡыҙҙары ла маузуғ булыуҙан ҡотолманылар.

Юғарыла әйтелгән үҙгәрештән, йәғни уны һөйә башлаған ваҡытымдан һуң, ул һаналған нәмәләр минең шиғырҙарыма маузуғ булыу мәртәбәһенән төштөләр. Хәҙер уларҙа, бер йәһәттән ҡарағанда, шиғриәт күңелгә кереп ултырырлыҡ матурлыҡ булһа ла, тик минең һөйгәнем «...»дең бер сифатына оҡшағанға күрә генә, шулай матур күренәләр. Мәҫәлән, һандуғас һайрауын мин әле лә яратам; ләкин был яратыуым «уның» тауышына оҡшаған һәм ул мөхәббәткә тәржеман булырлыҡ бер моңға малик булған өсөндөр ул. Тулған айҙа әле лә шиғриәт, серле бер матурлыҡ күрәм, ләкин айҙың ун дүртенсе кисәһе «уның» йөҙәнә оҡшағанға күрә, шулай матур күренә тип беләм. Ал, ҡыҙыл сәскә бик матур, сөнки ул «уның» ҡыҙыл ирендәренә оҡшай. Тәбиғәттең башҡа матур нәмәләре лә шулай...

Бына шул, элек минең шиғырҙарыма маузуғ булып йөрөгән матур нәмәләр, хәҙерге көндә мөстәҡил маузуғ булын йөрөрлөк фәзиләттәрен юғалттылар. Хәҙерге көндә минең бөтә шиғырҙарыма ул ғына маузуғ булып ҡалды. Ул ғына инде илһам шишмәһе, ул ғына инде минең алдымдан ҡанатланып оса торған Ябраил. Тәбиғәттәге матурлыҡтарҙың һәммәһе, уның яңғыҙ үҙендә табылғанға күрә, уларҙың һәммәһенән күҙемде алып, бөтә диҡҡәтемде уға бирҙем. Юғарыла әйтелеп үткән рухани үҙгәреш тигәнем шунан ғибарәт.

Һин минең уға был саҡлы мәфтүн булыуымды уйламағанһыңдыр әле. Һин айырылып киткән ваҡытта: «...Шул мөхәббәттең тарихын беләһем килә, был һинең тарих хәйәтеңдә бик мөһим урын тотасаҡ...»— тигән инең бит. Был һүҙең бик дөрөҫ булып сыҡты. Ысынлап та, был мөхәббәт минең рухымды яңы, мәғнәүи хәйәт менән һуғарҙы. Ләкин был хәйәт минең боронғо хәйәтемдән бик күп мәртәбә мәғәнәле.

Хәҙерге көндә минең шиғырҙарыма ул ғына маузуғ булды, тигән инем. Шул һүҙгә ҡаршы һин: «Мөхәббәт хаҡында нимәләр яҙҙың?»— тип һорарһың, был бик тәбиғи. Яуабы ошо:

Мин «уның» хаҡында бик матур шиғырҙар яҙҙым. Ихтимал, икенсе бер мәктүбем менән уларҙың ҡайһы берҙәрен ебәрермен дә әле. Шуны ла әйтеп үтәйем: ул үҙе матур булғас, уның хаҡында яҙылған шиғырҙар ҙа матур булып сығалар. Был, ихтимал, минең үҙемә генә шулай булып күренә торғандыр. Һиндә әҙәби зауыҡ шәп бит, мөхәкәмә итерһең әле.

Һин китеп, берәй аҙна торғас, мин «уларға» үҙем генә барҙым. «Ул» яңғыҙ ғына ине. Был ваҡытта ул ғади генә кейемендә ине. Беләһеңме, матур ҡатын-ҡыҙҙың, ғади кейемдә көйөнсә, өй эштәрен эшләп йөрөүе бигерәк тә матур күренә. Бындай ваҡытта улар матурлана төшәләр. Был сифат «...»дә бигерәк тә артығы менән күренә ине. Ул үҙенсә шул рәүешле ғади кейемдә йөрөүенә оялған һымаҡ булып, ҡыҙарып китте. Бына уның шул ваҡыттағы матурлығын күрһәң!

Мин сыҙай алманым: «Һин ғади кейемдән бигерәк тә матур булаһың икән, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғади кейемдә йорт эшен эшләп йөрөүҙәре бик матур була. Мин уларҙы был ваҡытта, йәйге көндә төнгө аҡһыл болоттар араһынан күренеп, тағы юғалған айға оҡшатам»,— тинем. Ул көлдө лә: «Һин инде оҡшатырға бик оҫта!» — тине.

Был осрашыуҙа мин уның янында бер-ике сәғәт ултырҙым. Был ҡәҙерле минуттар бик тиҙ үтеп китте. Мин уның менән осрашһам, бөтә форсатты уның нурлы йөҙөн, серле ҡара күҙен тамаша итеп ултырыуға сарыф итәм. Был юлы ла шулай булды. Мин уның матурлығын күреп, шатлығымдан йылмайып көлдөм. Ул да йылмайып көлдө лә: «Ниңә көлдөгөҙ?»— тип һораны. Мин: «Һеҙҙе күреп, шатлығымдан көләм»,— тип әйтәһе урынға: — «Тик былай ғына, әллә нәмә уйлап ҡына көлдөм»,— тип яуап бирҙем. Был ултырышта беҙ шулай, мөхәббәт диңгеҙендә йөҙөп, күҙгә ҡарашып, бик оҙаҡ ултырҙыҡ. Күңелдәрҙең серләшеүҙәре өсөн телдәрҙең һөйләшеүҙәренә хәжәт юҡ. Был ысынлап та шулай бит!.. Шулай ултырғанда ғына, рухани яҡтан, ысынлап та, рәхәтлек һиҙеп була. Шулай хөшуғ менән ултырған ваҡытта мәғшүкәнең эсендәге серҙәрҙе күреп була.

Миңә үҙ эшемә китергә кәрәк ине, ләкин уның янынан айырылып китерлек көс юҡ ине. Гүйәки, мине шул урынға бик ныҡ бер еп менән бәйләп ҡуйғандар ине лә, мин шунан ысҡынып китә алырлыҡ көскә малик түгел инем. Мин урындан ҡуҙғалып китәм тигәндә генә, ул күҙҙәрен тултырып ҡарай, йәки: «Ниңә китәһегеҙ әле, китмәгеҙ!..»— тип әйтә ине лә, мин уның әмеренән баш тарта алмай, кире урынымда ҡала инем. Әгәр ҙә шунда икенсе бер бәндә килеп кермәһә, ихтимал, мин әллә ни саҡлы ултырыр инем. Ләкин бер «кеше» килеп кергәс, мин сығырға рөхсәт алдым. «Ул» бик матур итеп күреште, ишектән сыҡҡансы оҙатты. Мин ҡапҡа янына барып, әйләнеп ҡарағанда, «ул» һаман йылмайып ҡарап тора ине. Мин, башымды эйеп, тәкрар сәләмләнем, ул да башын эйеп, ишара итеп ҡалды.

Һөйгән кеше янынан айырылған ваҡытта күңелемдә тәғриф итеүе ситен булған бер хәл ваҡиғ булды. Гүйәки, «ул» минең ҡәлбем эсенә әллә ниндәй бер аманат тапшырып, күтәрә алмаҫлыҡ мөхәббәт ялҡыны һалып ебәргән кеүек хис ителә. Мин шул ялҡын менән илһам көтәм, шул нур арҡыры ғади күҙ менән күренмәй торған нәмәләрҙе күрәм, башҡа ваҡытта һиҙелмәй торған әсрарҙы һиҙәм. Мөхиттән килгән ҙур һәм серле бер файҙа булһа, ул да — ошо минуттағы илһам, илаһи матурлыҡ!..

Ошо күрешеүҙән өс көн һуң, мин уларҙың тәҙрәләре янынан үтеп киттем. Ул тәҙрәнән ҡарап тора ине. Мин уны күргәс, ҡаушап киттем. Алланың ғазаматы алдында сәждәгә йығылған дәрүиш кеүек булдым. Иҫәнлек һорау ғәләмәте итеп башымды эйҙем. Ул шул ваҡытта бөтә матурлығын төҫөнә сығарып көлдө лә, башын эйә-эйә, бер нисә рәт сәләмләне. Шул бер минут эсендәге күренешендә, бөтә матурлығын күрһәтеп, күҙе менән әллә ниҙәр һөйләргә өлгөрҙө, илаһи бер көс менән матурлығын тәжәссем иттерә алды.

Мин, ни өсөндөр, шунда туҡтаманым, ни өсөндөр, уларға кермәнем. Уның йөҙөнә тағы бер мәртәбә йылмайып ҡарауыма үкендем. Шуның нәтижәһендә бөгөнгө төнөм утлы уй эсендә үтте. «Уның» шул ваҡыттағы күренешен күҙ алдыма килтереп, «Ул» сәрләүхәле шиғырымды яҙҙым.

Был мәктүбтә уға булған мөхәббәттән зоһур иткән ләүхәләрҙең бер нисәһен яҙҙым буғай. Был ғишыҡтың тарихы киләсәк хатымда дауам итер әле.

...Һуңғы хатыңда: «Мин һинең мөхәббәт хаҡында яҙған хаттарыңдан үҙеңдең ысын һөйөү менән һөйөүең тураһында шөбһәм ҡалманы. Уның хаҡында яҙғанда, һиңә илһам килә торғандыр, был, әлбиттә, һинең «уны» ысын, изге рәүештә һөйөүеңдән килә. Бәғзе бер һүҙҙәреңдән «уның» да һине һөйөүе, ул булмай икән, аҙында һинең һөйөүеңде тәҡдир итеүе аңлашыла. Љашиҡтар өсөн, мәғшүкәнең шул дәрәжә илтифаты ла ҙур бер бәхет...»— тигән һүҙҙәр бар. Һин был һүҙҙәрең менән: «Ул» һине һөйәме икән? Шул хаҡта ни әйтерһең?»— тимәк булаһыңдыр.

Һәр хәлдә был сөәлде иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ваҡиған, ҡайһы ваҡытта мин үҙем дә һөйөүҙең ике яҡтан булыуы тураһында фекер йөрөтәм, һуңра ошо ҡарарға киләм: «ул» минең үҙен һыҙланып, янып һөйгәнемде белә, үҙен яратырға рөхсәт итә. Шулай булғас, миңә шул етте.

Һуңра, минең күңелем бер кешене йәки башҡа бер нәмәне өҙөлөп һөйә, һыҙланып ярата икән, ул яратылған кеше йәки нәмәнең минең үҙемде яратып-яратмауында минең ни эшем бар?.. Ихтимал, мин яратҡан кеше йәки нәмә минең яратыуымды һиҙмәҫ, балҡый янған утымды күрмәҫ. Ләкин уға ҡарап мин үҙем һөйә торған кешене йәки нәмәне һөйөүҙән туҡталырға тейеш түгел.

Йәйге төндә күктә йөҙгән айҙың матурлығын, шиғриәтен күреп, кемдәрҙең иҫе китмәй, ул айҙың тоноҡ күктә йондоҙҙар араһында балҡып тороуы ниндәй шағирҙарҙың үҙәген өҙмәй, уның аҡһыл болоттар араһынан күренеп китеүе хаҡында ниндәй тасуирҙар яҙылмай? Ләкин ай үҙенең яратыусыларын, ғашиҡтарын һиҙәме, уларҙың янғандарын күреп тәьҫирләнәме? Әлбиттә, юҡ.

ҡөҙрәт ҡулы менән яратылып, бөтә тәбиғи матурлыҡтарҙы үҙенә йыйған ал, ҡыҙыл сәскәләр ҡояшҡа ҡаршы нур сәсеп ултырғанда, меҫкен күбәләк ул сәскәнең матурлығынан иҫереп, уның янынан китә алмай, тирәһендә әйләнеп йөрөй, үҙенең нескә ҡанаттары талғансы, шунда оса, шул ваҡыт ал, ҡыҙыл сәскә күбәләккә илтифат та итмәй, һауаланып тик ултыра. Ләкин, шуға ҡарап, күбәләк үҙенең сәскәгә булған мөхәббәтен күңеленән сығара алмай, ул һаман шуның тирәһендә әйләнеп йөрөүендә, шуның утында янып йөрөүендә дауам итә.

Һандуғас гөл сәскәнең асылыуын көтөп, төндәр буйы һайрай, бөтә мәхлүкәт йоҡлағанда, бөтә тәбиғәт тын ғына уйға батҡанда, һандуғас талпынып-талпынып һайрай, барған һайын мөхәббәте арта, тауышы көсәйә бара. Ләкин гөл сәскәһе һандуғастың мөхәббәтен һиҙмәй, шул моңон ишетәме, шуға бер илтифат итеп ҡарағаны бармы? Әлбиттә, юҡтыр, тип уйлайым. Бына мөхәббәттең бөтә хикмәте шунда, йәғни матур нәмәнең матурлығы өсөн яныуҙа, шуны күктәргә күтәреп хәмд әйтеүҙә генә. Минеңсә, ғәфиф рәүештә һөйөү янында һис бер ваҡыт мәғшүкәнең һөйөүен талап итеү ҡасты булырға тейеш түгел, был эш — ысын ғашиҡтың эше түгел. Љашиҡтың эше — фәҡәт мәғшүкәһенең бөтә матур сифаттарын үтәнән-үтә күреү, шуның утында яныу, шунан ғына рухани аҙыҡ алыуҙыр. Шул ҡағиҙәнән мин дә сыға алмайым.

Шулай ҙа бәғзан мин уның үҙемә табан көлөп ҡарауы бәхетенә ирешәм, маңлайындағы матур сәскәйҙәрен ҡулым менән тотам, уның күҙҙәренә йотлоғоп, туйғансы ҡарайым, ул шуны һиҙә. Был эштәр, минең кеүек, илаһи ғишыҡ менән янған бер кеше өсөн бик ҙур бер бәхет!..

ҡайһы ваҡытта «ул» күрмәгән саҡта ғына, мин уның күҙҙәренә ҡарап ултырғанда ғына, «ул» минең күҙгә ҡарай, шундай ваҡытта күҙгә күҙ осраша ла, мин тиҙ генә күҙемде алам, үҙем оялған һымаҡ булып, ҡыҙарып китәм, йәки урынһыҙ булһа ла көләм. Бына шундай хәлдәрҙә уның күҙҙәрендә нур, йөҙөндә тәбәссем заһир була ла, шундай матур хәлгә килә ки, уның был ваҡыттағы матурлығы әйтеп бөтөргөһөҙ була.

Был мәктүбтең башындағы сөәлеңә яуап урынында яҙған был һүҙҙәргә нисек ҡарарһың, үҙ фекереңде яҙырһың әле.

Ошо хатты яҙа башлаған көндө, минең бәхеткә ҡаршы, «уларҙың» өйҙәрендә кескенә генә мәжлес булды. Был мәжлескә мин дә саҡырылған инем. Был мәжлестә минән башҡа тағы бер-ике танышым да бар ине. Мәжлес башта уҡ күңелле ине. Мәжлес мөкаммәл генә әҙерләнеп, бәғзе бер эсемлектәр ҙә өҫтәлде матурлап ултыралар ине. Бөгөн мине иҫертер өсөн, ундай нәмәләргә артыҡ ихтыяж да юҡ ине. Сөнки мин күреү менән дә рухани иҫерәм, иң әғлә шараптар эскән бер хәлгә килдем. Бөгөн бигерәк тә шулай булды. «Ул» бөгөн башҡа көндәргә ҡарағанда ла шатырак һәм рухлыраҡ ине.

Мин католик ғибәҙәтханаларында булғылайым. Уларҙың шунда уйналған музыкаларын яратам. Әле күптән түгел мин тағы уларҙың ҙур байрамдарының ғәрәфәләрендә ғибәҙәтханаларына барҙым. Шунда, ғибәҙәтхананың михрабында, хәҙрәте Мәрйәмдең бик матур, беләһеңме, руханиәт өҫтөнә есмани йәһәттән дә матур рәсеме тәбәссем итеп тора ине. Ул, ситтән ҡарағанда, нурға ғарыҡ булған йәки үҙенән тирә-яғына нур сәсеп торған рәүештә тора, башын бер яҡҡа аҙ ғына ҡыйығайтып, моңло кеше кеүек уйҙа тора ине. Бына бөгөн «ул» да нәҡ шул хәҙрәте Мәрйәм кеүек ине. Уға ҡарау менән рухани һәм есмани яҡтан рухҡа шатлыҡ килтерә, күңелгә матур бер хис тыуҙыра, үҙеңде-үҙең онотторорлоҡ бер хәлгә килтерә ине. Мин «уны» элек тә һәр ваҡыт хәҙрәте Мәрйәмгә оҡшата торған инем. Ләкин «ул» бөгөн бигерәк тә оҡшаған ине: уның ҡап-ҡара ҡашы, күҙенең ағы ҙур булып уртаһындағы ҡараһы рухани бик көслө булыуы, битенең оҙонсараҡ булып, башын уйға сумған кеше кеүек бер яҡҡа ауыштырыбыраҡ тороуы бөтөнләй хәҙрәте Мәрйәмгә оҡшай ине.

Мин «уның» шул сифатына ҡарап: «Әллә ҡасан үлгән хәҙрәте Мәрйәмде тәғзим иткәнсе, бына ошо хәйәт мәнбәғе булған «...»де тәғзим итеү әллә нисә өлөш артыҡ»,— тип уйлай инем.

Мин «уның» хәҙрәте Мәрйәмгә оҡшағанын үҙенә әйттем, ул: «Ысынлап та шулаймы ни? Һин инде мине әллә нәмәләргә оҡшатып бөтөрҙөң...»— тип көлдө.

Мин: «Бына бер көндө католиктарҙың ғибәҙәтханаларына барып ҡара әле, ысынлап та, һин унда үҙеңде көҙгөлә күргән кеүек күрерһең»,— тинем. «Ул» берәй көндө минең менән шунда барырға вәғәҙә итте.

Был күңелле мәжлес бик оҙаҡ дауам итте. Йәйҙең матур төнөндә «уның» менән, оҙаҡ ҡына иттереп, уларҙың баҡсаларында ултырҙыҡ. Әллә ниҙәр, әллә ниҙәр һөйләп бөттөм. Эсемлектең һөйләргә көс биреү хәссәһе лә күп ярҙам итте. Мин был төндә есмән дә, рухан да иҫерек инем. Шунлыҡтан мәжлестең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Донъяның сикһеҙ хәсрәттәрен шундай матур йәйге көндә, шарап эскән хәлдә, һөйгәнең янында үткәреү генә бөтөрә ала. Уф, шундай мөхәббәт кистәре мәңгелек булып китһә, ә ... ҡояшҡа һис бер ихтыяж булмаҫ ине.

...Һин яныу хаҡында изахат һорайһың. Һин минең яныуымдың бер нәмәлә сикләнеүен теләйһең. «Уның» хаҡындағы мөхәббәт мөнәсәбәте менән бөтә тәбиғәткә ғашиҡ, тәбиғәт мәфтүне булыуымды дәғүә ҡылаһың... Минең, береһе артынан береһе барып торған мәктүбтәрҙе уҡығандан һуң, яныуымдың сәбәптәре тураһында тулы бер фекер хасил итә алырһың әле. «Уны» һөйөүем менән бөтә тәбиғәтте лә һөйөүем араһында ғажиз ҡалырлыҡ нәмә юҡ. Мин мотлаҡа һөйөү, яныу өсөн яратылған кеше. Һин минең хәйәтемдең тарихын күптәндән тәғҡип итеп бараһың. Шул ваҡыттарҙа һин даимә минең яныуымды күргәнһеңдер. Мин был көнгә саҡлы ла нимәлер эҙләнем. Үҙемдең рухымды сәждә иттерерлек көс вә матурлыҡ табырға тырыштым. Күңелемдәге мөхәббәтте ҡуйырға урын эҙләнем. Шул маҡсатҡа ирешеү юлында юлда осраған һәр бер матурлыҡҡа баш бөгөп, йәш түгеп киттем. Үҙемдең рухыма тәбиғәт эсенән урын тапҡан һымаҡ булғанға күрә, тәбиғәт мәфтүне булдым. Шуның матур яҡтарын күргәндә — яндым, һыҙландым. Бына шулай килә торғас, «уға» осраным. Ул ғына минең рухымда һаҡланған мөхәббәтте аңлар, ул ғына минең күҙ йәшемде күрер кеүек булды. Мин инде «уның» өсөн яна башланым. «Ул» ҡыҙыл гөл булһа, үҙем һандуғас булдым. Төндәр буйы йоҡламай йырлап сығыу минең өсөн ләззәт кенә. Мин барыбер янырға тейеш кеше, мин янам. Янмай, һыҙланмай үткән хәйәтте тормош тип уйлай алмайым. Ундай хәйәт, ундай үлек төҫлө тормоштоң һис бер әһәмиәте юҡ. Мин, ҡайҙа ғына барһам да, шул яныуым, мөхәббәтем арҡаһында ғына тора алам.

Мин был яҙҙың бер айын ауылда үткәрҙем. Торған ауылым Дим буйының иң матур урынында, ҡөҙрәт ҡулы менән яратылған кеүек бер ерендә ине.

Ауылдың һул яғында Дим һыуы менән уның әллә ҡайҙарға һуҙылып, йәйелеп киткән болоно ята. Шул болондан Дим һыуы төрлө яҡҡа боролоп-боролоп аға. Ауылдан ҡарағанда, йәшел болон уртаһынан төрлө яҡҡа боролоп аҡҡан Дим һыуы көмөш уҡа кеүек булып күренә. Болондоң төрлө ерҙәрендә ултырған өйөм-өйөм талдар, айырым шағиранә булып, болондо биҙәкләп торалар. Ауылдың ҡыр-яғы урман, тау булып, был яҡ үҙенә башҡа бер матурлыҡҡа сумған.

Ошо матур тәбиғәт эсендә ултырған ауылға барыу менән, мин иҫерек дәрәжәһенә килдем. Минең мөхәббәт һәм һөйөү менән мөбтәлә булған рухым, бында килгәс тә, шул һөйөүендә, шул яныуында дауам итте генә түгел, тағы ла артығыраҡ яна башланы.

«Ике мөхәббәт бер күңелгә һыймаҫ» тиҙәр. Мин был һүҙгә бер енестән булған ике нәмәне бер үк ваҡытта бер тигеҙ һөйөп булмау хаҡында әйтелгән һүҙҙер тип мәғәнә бирәм. Юғиһә минең «уны» һөйөүем менән бер үк ваҡытта ошо ауыл тәбиғәтен һөйөүемдең бергә йыйылыуы, былар хаҡында яныуымдың бер күңелгә һыйыуы бер ҙә ғәжәп эш түгел.

Мин, ауылға килгәс, рәтләп сәй ҙә эсмәй, юғарыла әйтелгән ағаслыҡ араһына сығып киттем. Мин, матур бер урынға етеп, йәшел үләндәр араһына йығылғандан һуң, оҙаҡ та үтмәй, ҡояш батты. Был ваҡытта ағас япраҡтары араһында, төнәргә урын эҙләп йөрөгән ваҡ ҡына ҡоштарҙың ҡанаттары ағас япраҡтарына бәрелеп, матур ғына тауыш сығаралар ине. ҡайһы бер ҡоштар, үҙҙәренең һуңғы сәләмдәрен әйткән кеүек, һуңғы һайрауҙарын һайрайҙар ине. Бер аҙҙан һуң ағас араһы бөтөнләй тынлыҡҡа батты. Эңер ваҡыты етер ваҡытта әллә ҡайҙа ҡуйы япраҡтар араһында һандуғас һайрай башланы. Ул үҙенең моңло, дәртле, үткен, тәьҫирле тауышы менән мөхәббәт йырҙарын, һөйөү көйҙәрен теҙеп алып китте. Бына шул минуттан башлап тирә-яҡ мөхәббәт, илһам менән тулған кеүек булды. Ул шул һайрауы менән бөтә тәбиғәтте үҙенә сәждә ҡылыу дәрәжәһенә килтерҙе. Шул ваҡытта һандуғастың, мөхәббәт һандуғасының, алдына барып теҙләнәһем, бөтә тәбиғәт исеменән уға тәшәккер итәһем килде. Ул бөтә тәбиғәткә ғашиҡлығынан шулай һайрай. Уның дәрте эсенә һыймағанға күрә, талпынып-талпынып йырлай. Үҙенең һөйгәнен маҡтап күккә күтәрә. Ул һайраған ваҡытта, тәбиғәт үҙенең матурлығын арттырған кеүек булып күренә. Һандуғасты сәләмләп ҡаршылаған кеүек булып йылмая.

Шул матур тәбиғәт эсендә, һандуғастың моңло тауышы аҫтында, мин иҫерҙем, серле бер мөхәббәт даръяһында йөҙгән кеүек булдым. Шул киң мөхәббәтте ҡосаҡлағым килде. Шунда ятып, мәңге шулар менән бергә ҡалаһым килде.

Шулар менән бергә, бөтә мөхәббәтте үҙенә йыйған ғали; бер көс янына китәһем килде. Мөхәббәт аллаһы алдында сәждә ҡылаһым килде. Ул алла минең янған йөрәгемде күрһен дә, шунда үҙенең ҡөҙрәт ҡулы менән мәңге бөтмәй торған мөхәббәт сәскәһен үҫтерһен ине тигән уйға килдем. Ул тәңре алдында «ул» да булһын ине, теге һандуғас та һайрап торһон ине, ана теге ағас араһында күренеп, ергә көмөш кеүек нур сәсә торған ай ҙа үҙенең нурын арттыра төшөп, ҡаршыла йөҙһөн ине, беҙ шунда бергә мәңге бөтмәй, фани булмай торған бер хәлгә әүерелһәк ине, тим. Мин шунда, «уның» янына ғына ултырып, мөхәббәт хаҡында һөйләр инем, күҙ йәшемде уның күкрәгенә тамдырып, үҙемдең утым менән — ғишыҡ уты менән уны ла яндырыр инем. Мин уның тирә-яғына гөлдәр, мөхәббәт гөлдәре үҫтерер инем. Беҙ шул ваҡытта теге мөхәббәт хаҡында һайраған һандуғастың тауышын тыңлар инек. Мин уның матур күҙендә балҡып торған нурҙар арҡыры күкрәгендә янған серҙәрҙе уҡыр инем. Мин шул мөхиттең эсендә өрөтөлгән серҙәрҙе, матурлыҡтарҙы үҙемдең шиғырҙарым менән тәржемә итеп, уға һөйләр инем, ул шунда ысын тормошта матур мөхәббәт эсендә ултырғанын күреп шатланыр, көлөр ине. Унда түгелгән күҙ йәшем бындағы кеүек хәсрәтле, моңло булмаҫ, бәлки, гөл сәскәһе кеүек шифалы булыр ине, тип уйлайым.

Мин ошо хыял менән шул урында байтаҡ ваҡыттар ултырҙым. Шунда алған матур уйҙарҙы түкмәй-сәсмәй генә алып ҡайтыр өсөн, әкрен генә тороп, ауылға ҡайтырға уйланым. Ләкин минең был ҡайтырға теләүем тәбиғи кеүек түгел ине, мин үҙем алға барһам да, бөтә бәхет артта ҡалғандай һиҙелә, минең артымдан бик ҙур көс мине тартып, ебәрмәҫкә теләгән кеүек була ине. Серле тынлыҡҡа сумған урманды, һайрап торған һандуғасты ташлап, әҙәмдәр араһына, ваҡ тормошҡа ҡайтыу бик ҙур гонаһ кеүек тойола ине. Күккә ҡараһам, ундағы ай һәм йондоҙҙар мине үҙҙәренә саҡырғандай булалар ине. Ауыл янында тын ғына ағып ятҡан Дим һыуы, үҙенең ҡосағын асып, мине саҡырған кеүек булып, айға ҡаршы көлөп ята ине. Ошо минутта «ул» да, ошо серле кистең мәғәнәһен белеп, әллә ниндәй уйҙарҙа ултырғандыр кеүек күҙ алдыма килә ине. Бәғзан үҙенең ҡара сәсен икегә айырып, аҡ йөҙөнөң ике яғынан алға табан һалындырып, матур күҙҙәре менән күктәге айға ҡарап, ағас буйлап киләлер кеүек булып китә ине.

Мин фатирыма ҡайтып кергән ваҡытта, төндөң байтаҡ ваҡыты үткән ине. Урынға ятҡас та, бик оҙаҡ ваҡыттар йоҡоға китә алмай яттым. Йыраҡ түгел һыу буйында һайраған һандуғастың тауышы әле лә ишетелә, ай һаман әкрен генә йөҙөп, күктән ергә ҡарай ине. Мин һөйгән нәмәләр — шул йөмләнән «ул» да, йыраҡ булһалар ҙа, минең янымда ғына, хатта йөрәгем эсендә кеүек булып һиҙелә ине.

Ауылдағы бер айлыҡ хәйәтем һәр ваҡыт бер рәүештә үтте. Љалибән, ҡояш сыҡҡанда, мин фатирымдан сығып, тәбиғәт эсенә атыла инем. Бер аҙҙан һуң өйгә ҡайтып, ҡымыҙҙарҙы алып, тағы тау башына сығып, шунан тирә-яҡты ҡарап, төрлө уйға сума инем. Төштән һуң Дим буйына төшөп, уның тын туғайында йөрөй инем.

Бына мин шулай ауылда ла яндым, ауылға ла ғашиҡ булып йөрөнөм. Ундағы тәбиғәтте һөйҙөм. Һүҙ башы «ике мөхәббәт бер күңелгә һыймаҫ» ине, буғай. Мөхәббәт был рәүешле булғанда, бер күңелгә ун мөхәббәт тә һыйырға мөмкин. Был бит асылда ике-өс мөхәббәт түгел. Бына шул — янған йөрәктән сәселгән сатҡыларҙың төрлөсә булып тармаҡланып китеүҙәренән генә шулай булып күренәләр. Мин шулай тәбиғәттең матур йәһәттәрен — һәммәһен дә һөйәм, шуның менән бергә «уны» шуларҙың һәммәһенә тәңре итеп таныйым. «Ул» минең һөйгән нәмәләремдең һәммәһенән өҫтөн, һәммәһенән юғары. «Ул» — уларҙың бөтәһенә алла.

Был мәктүбте ауылдан ҡайтыр ваҡытымда яҙҙым. Шәһәргә ҡайтып, «уны» күреп һөйләшкәс, уның нурынан үҙемә нур алғас, киләсәк хатымды яҙырмын.

19... йыл.


Мин ... дә шәһәрҙең ҡыҫынҡы тормошона ҡайттым.. Ауылда күҙ етмәҫ ҡырҙарға өйрәнгән күҙ, бындағы ҡыҫынҡы тормошто күргәс, ятһынып китте. Ауылда хыял, уй менән мәшғүл булған күңел бында эш, эш өҫтөнә эш менән мәшғүл буласаҡ. Йәмһеҙ мөхит мине лә үҙенең йәмһеҙ тормошона һөйрәп керетәсәк. Мине шул үҙенең ҡыҫынҡы низамдары, әллә ниндәй бойороҡтары, әллә ниндәй ҡанундары менән иҙәсәк. Бына мин шул низам тигән, ҡанун тигән нәмәләргә буйһоноуҙы, рухымдың шулар менән сикләнеүен теләмәйем. Был донъяны тарһынған рух ундай нәмәләр эсенә нисек һыйһын?.. Бындай, әллә ниндәй ваҡ идеяларға бина ителеп, шул ваҡ ҡына хыялдарҙы ғәмәлгә ҡуйыу өсөн һыҙылған һыҙыҡтар, шул һыҙыҡтарҙың эсендә торорға мәжбүр булыуҙар — рух өсөн бик ҙур хыянат. Имеш, һинең һәр бер хәрәкәтең низамдың бер маддәһенә тура килһен, имеш, һин һәр бер эшеңде ҡанунға тура килтереп эшлә, шунан ҡыл саҡлы ла айырылма, имеш, һин һәр бер эшеңдең хаҡында шул ҡанундар буйынса мәсьүлһең!.. Ошо йәмһеҙ, рухҡа хилаф булған нәмәләрҙе йөкләргә мәжбүр булыу кеүек ауыр нәмә булырмы?.. Ошо нәмәләргә баш эйергә һине көсләп мәжбүр итәләр. Шуға итәғәт итмәһәң, тейешле язаңды көт тә тор!.. Ваҡ әҙәмдәрҙең башбаштаҡлыҡ һәм хыянаттарын сикләү өсөн сығарылған шундай ваҡ нәмәләргә шуға һис ҡатнашы булмаған кеше лә итәғәт итергә мәжбүр. Һинең хөрриәтеңде әллә нәмәләр менән сикләп, рухты үрмәксе ауына эләккән себен кеүек тоталар. Был көсләүҙәр шәһәрҙә бигерәк асыҡ күренә. Атлаған һайын, низамдың берәй маддәһенә хилафлыҡ итмәнемме икән, тип ҡурҡып атлайһың. Шуның өсөн шәһәр тормошо хөр һәм иркен тормош түгел. Бындағы тәкәллеф, бындағы ваҡлыҡ минең рухыма бөтөнләй хилаф. Шунда ла ошо ҡыҫынҡы, йәмһеҙ тормошҡа ҡайтып керергә мәжбүр булына. Бында, донъяны төҙәтәм тип, әллә нәмәләр, әллә ниҙәр эшләп йөрөйҙәр. Ләкин мин был халыҡтың мәжлесенән ике тинлек тә ҡыҙыҡ тапмайым. Минең рухым был тормошҡа бөтөнләй сит. Имеш, бөгөн фәлән урында йыйылыш, фәлән мәсьәләләр ҡараласаҡ, шунда бар ҙа, әллә ни тиклем ғүмереңде үткәр, имеш?!. Миңә ул йыйылыштың, ул мәсьәләләрҙең ике тинлек тә тәғәллеҡе юҡ. Ана, кис булыу менән күктә ай ҡалҡып сыҡты, ана, йондоҙҙар берәм-берәм күренә башланылар. Ана, әкрен генә иҫкән сәба еле менән ағас япраҡтары һелкенешеп нимәлер һөйләшәләр, ана тегендә бер матур, үҙенең һөйгәнен иҫенә төшөрөпмө йәки тәбиғәттең матурлығын күрепме, бик моңло тауыш менән йырлай!.. Бына минең өсөн ысын хәйәт шуларҙы тамаша итеүҙә, шуларҙың серҙәренә төшөнөүҙә генә. Әгәр ҙә шулар булмаһа, миңә лә хәйәт булмаҫ ине. Бына кис, айлы кистә үҙемдең һөйгәнем ҡаршында уның һүҙен тыңлап ултырыу, шул ғына миңә хәйәт бирә, шул ғына минең тормошомдо тормош итә ала.

Шәһәр тормошоноң шул мәғәнәһеҙ яҡтары шәһәргә кереү менән рухҡа кер һалған кеүек булды. Мин үҙемде бысраҡ бер мөхиткә кергән кеүек хис иттем. ҡайтыу менән «уларға» барҙым. «Уны» күреп, шәһәрҙең биргән йәмһеҙ тәьҫирен юймаҡсы булдым. «Ул» минең ҡайтыуымды белмәгән икән. Беҙҙе күреү менән, «ул» тулған ай кеүек балҡып ҡаршы сыҡты. «Ул» бик матурланған, бите яңы ғына бешеп алланған алма кеүек ҡыҙарған ине. «Ул», күреү менән, әллә ҡайҙан көлөп:

— Ә, ауылға ҡымыҙға киткән кешеләр ҡайтты!..— тип шатлыҡ менән ҡаршы алды. Уның рухындағы матурлыҡ йөҙөнә сығып, битендә балҡып тора ине. Мин уға әллә нәмәләр, ауыл хәйәттәрен һөйләмәксе булып ҡайтҡан инем, үҙен күргәс, был уйҙарымдың һәммәһе лә әһәмиәтһеҙ кеүек тойолдо. Һөйләргә теләгән нәмәләремде, хәлфә алдына барған бала кеүек, оноттом да ҡалдым. Теге һандуғас һайрап тора торған кистәрҙә хыяли күҙ алдыма тәжәссем иткән матурҙың хәҙерге минутта үҙемдең ҡаршымда баҫып тороуы күңелдәге нәмәләрҙең бөтәһен онотторҙо. Ул бөгөн бигерәк шат, бигерәк күңелле ине. Ауылдың матур тормошон ташлап, шәһәргә кергәндән һуң алынған йәмһеҙ тәьҫир, күңелһеҙ манзара — хәҙер матурлыҡҡа әйләнде. Бер ай буйынса бының йөҙөн күрмәй тора алыуыма хайран ҡалдым.

Барған ереңдә һағынылған бер кешене күреп һөйләшеү, уның нурлы йөҙөн күреү кеүек күңелле нәмә булырмы?.. Бындай ваҡытта һүҙҙәр матур сыға, йөҙгә нур тула, бер-береңде йоторҙай булып, рухланып ултыраһың. Ул бер ай эсендә үткәргән тормошонан байтаҡ нәмәләр һөйләне. Бындай ваҡытта мин, уның һүҙҙәренең мәғәнәһен уйлауҙан бигерәк, шул һүҙҙәрҙе һөйләгән ваҡыттағы матурлығын ҡарайым. Ул уны үҙе һиҙмәй, һандуғас кеүек, һүҙҙәрен теҙә генә бирә. Хәлбуки, ҡайһы ваҡытта уның һөйләгән нәмәһенең мәғәнәһен иҫкәрмәй ҡалам.

Ауылдан ҡайтҡандан һуң уның менән булған мөнәсәбәт шул рәүешле мөхәббәт нигеҙенә ҡоролоп барҙы. Мин уны яратҡандан-ярата барҙым. Эштәр шулай бик күңелле барғанда, мин уның ҡаршында бик ҙур гонаһлы булдым, һөйгәнең ҡаршында гонаһлы булыу ысындан да ауыр һәм күңелһеҙ нәмә бит!.. Был эш былай булды:

Һин, минең ҡайһы ваҡытта эсеп, бөтә донъяға төкөрөп, мөхәббәт иҫереклеге менән хәмер иҫереклеген бергә йыйып, кәйеф-сафа һөрә торған ғәҙәтем бар икәнен беләһең. Эсеү, иҫереү өҫтән ҡарағанда йәмһеҙ нәмә. Мин иҫерек кешене яратмайым. Ләкин күңелдә ялҡын булып, эсеүҙең төп мәғәнәһен белеп, хәмерҙе мөхәббәт уты менән бергә яндырһаң, ғади кешеләр аңламай торған бер нәтижә, бер рәхәтлек биреүен беләм дә, шул рәхәтлеккә ирешеү өсөн эсәм. Күңелендә мөхәббәт уты булмаған ғади кешеләргә эсеү һис бер тейеш түгел. Сөнки улар барыбер уның мәғәнәһен аңламайҙар. Уларҙың тупаҫ тәбиғәттәре хәмер менән нескәрмәй, бәлки тупаҫлана, йәмһеҙләнә төшә. Хәмер миңә бөтөнләй башҡаса тәьҫир итә. Мин уны эсһәм, бөтә нәмәләрҙе үтә күргән кеүек булам. ҡаршымдағы нәмәләр, кешеләр үҙҙәренең эстәрендәге серҙәрен йәшерә алмайҙар. Улар үҙҙәренең шул минуттағы йәшерен уйҙарын үҙҙәре үк уҡып торған кеүек булалар. Бынан башҡа хәмерҙең күңелдәге кер һәм тапты ҡалдырмай, сафландырыу хәсиәте бар. Хәмерҙең был хәсиәте, ихтимал, миңә генә һиҙелә торғандыр. Шулай ҙа ул, дәрәжәһенән үтмәһә, күңелде, ысынлап та кешенең күңелен, керһеҙләндерә, гонаһһыҙ яһай. Был хәлгә килгәндә, минең алдымда һис пәрҙә, йәшерен сер, ғали ҡеүәт ҡалмай. Фәҡәт мин үҙем генә ҡалам. Эсеүҙең иң матур сиге ошо халәттә була. Шул халәттә туҡтағанда, мин асылып китәм. Пәйғәмбәрлек итәм. Күңелемдәге хәсрәттәрҙе юйып ташлап, сабый бала кеүек, гонаһһыҙ бер хәлгә киләм. Ләкин мин эсеү бабында ҡайһы ваҡытта ифрат китәм. Мин эсеүҙең был дәрәжәһендә үҙем генә ҡалам. Минең халәт рухиямды ысындан да аңлаған йәки минең бындай хәлгә килгәнемде электән күргән кеше бер ҙә ғәжәпһенмәй. Сөнки ул минең айыҡ ваҡытта янғанымды күреп, тағы ла яныр, донъяны онотор өсөн эскәнемде бик яҡшы белә.

Бына ошондай бер сикһеҙ эскән ваҡытымда «уларға» барған инем. Ул ваҡытта ул өйҙә ине. Ул мине башҡа ваҡыттағы кеүек риғая итеп ҡаршы алды. Мин, уның янына ултырып, фәлсәфә һата башлауым хәтеремдә. Бына мин шул ваҡытта бәғзе бер һүҙҙәр менән «уны» көнләү дәрәжәһенә еткәнмен. Уның керһеҙ күңелен керләрҙәйерәк мәғәнәһеҙ һүҙҙәр әйткәнмен. Был һүҙҙәр, был ултырыуҙар томан арҡыры күренгән нәмә кеүек кенә хәтеремдә ҡалған. Китер ваҡытта мин, үҙемдең хата фекерҙә булып, тейешһеҙ һүҙҙәр ыскындырғанымды аңлап алдым. Минең был тейешһеҙ мөғәмәләм, уны көнләү дәрәжәһенә етеүем уның миңә булған ҡарашын үҙгәрткәндер тип ҡурҡып, мөғәмәләмде яҡшырттым, хаталарымды төҙәтергә тырыштым. Эш шул дәрәжәгә еткәс, мин күрешеп ҡайтып киттем. Иртә менән кисәге эштәр һәммәһе күҙ алдына килеп баҫтылар. Мәсьәләне баштан-аяҡ тәхлил иттем. Ваҡиғаларҙы берәмләп күҙ алдына килтереп тәртипкә һалдым. Гонаһтың үҙемдең яҡта икәнен уйлап: «Ул инде бынан һуң мине күрмәҫкә ғәһед иткәндер, был һуңғы күрешеүе булғандыр»,— тигән ҡарарға килдем. Бынан һуң уның ғишҡы менән янһам да, уларға бармаҫҡа, уны күргәндә нисек тә ситкә китергә уй беркеттем. Был эш минең өсөн үлем менән бер булһа ла, минең гонаһымды шулай иткәндә генә бер нәүә бөтөрөп булыр төҫлө күренде.

Шулай уны күрмәҫкә ҡарар биргәндән һуң, мин үҙемде етем бала кеүек хис иттем. Минең был тәьҫиремде тирә-яғымдағы бөтә әшйәләр белгән кеүек булды. Ағас япраҡтары бер-береһенә бәрелеп, мине һөйләйҙәр, мине ҡыҙғаналар кеүек тойолдо. Ай ҙа яңғыҙ ғына моңланып, яңғыҙлыҡтың хәсрәтен, ауырлығын әйтә кеүек һиҙелде. ҡайҙа ғына барһам да, күңелһеҙ бер моңлолоҡ күрә инем. Күңелдең бер яғы «уларға» барып, унан ғәфү үтенергә ҡуша, шуға дәлилдәр эҙләй. Икенсе яғы, шул айырылыу сәбәбенән, үлгәндә лә бармау яғын ҡеүәтләй ине. Мин ошо көстөң муазәнәтен ике көн һаҡлап йөрөй алһам да, шунан артыҡ сабыр итә алманым. Беренсе көндө, йомошом булмаһа ла, «уларҙың» йорттары янынан үтеп киттем. Кескенә генә бер һылтау тапһам да, керәсәк инем, ләкин таба алманым. «Ул» үҙе лә күренмәне. Шунан ҡайтҡас, «Аҙашҡан ғашиҡ» исемендә шиғыр яҙҙым. Ысындан да мин хәҙерге минутта ҡараңғы урында, юлһыҙ ҡалып, аҙашҡан кеше кеүек инем.

Икенсе көндө мин «улар» янынан үтеп барғанда, «улар» ғаиләһенән берәү осрап: «Әйҙә, ниңә беҙгә кермәй китәһең, был арала һин бик һирәкләнең, ул ниндәй эш!»— тип, мине көсләгән һымаҡ, алып керҙе. Был эш минең өсөн бик ҙур һәм урынлы һылтау булды. Мин, ҙур ғәйепле мәхкүм кеүек, ҡурҡа-ҡурҡа ғына керҙем. Уға осрай ҡалһам, «ул» да минең менән һөйләшһә, ни рәүешле һүҙ башларға кәрәк икәнен алдан тәғәйен итеп ҡуйҙым. Мин, залға кереп, үҙемде алып кергән кеше менән ғади генә һүҙҙәрҙе өҫтән генә һөйләй башланыҡ. Ләкин «ул» күренмәй ине. Бәғзе бер ғәләмәттәрҙән уның өйҙә икәне беленеп тора ине. Ул минең килгәнемде, үҙе өсөн янғанымды белә тороп та, һаман сыҡмай ине. Мин, был кеше менән һөйләшеп ултырһам да, һис бер һүҙем мантиҡлы булып сыҡмай, йөмләләрем араһында бәйләнеш тә күренмәй ине. Мин инде ултырырға ла, сығып китергә лә белмәй, ике уртала ҡалдым. Минең өсөн эштең төбөн аңлап, уның үпкәһе ни дәрәжәлә икәнен белеп, шуға үлсәп эш күреү матлуб ине. Шул рәүешле байтаҡ ултырғандан һуң, «ул» үҙенең бүлмәһенән сыҡты ла, һалҡыныраҡ күрешеп, иҫәнлек һорашыуҙан башҡа һүҙ әйтмәй, үҙ юлына китте. Уның был хәрәкәте, был үпкәһе оҙаҡ дауам итмәүен белһәм дә, бик күңелһеҙләндем, уға түгел, үҙемә-үҙем асыуландым. Алдымдағы ҡояшым болот аҫтына кереп юғалған кеүек булдым. Күңелемдең иң ауыртҡан еренә сәнскән кеүек тойолдо. Бөгөн уларҙан ниһайәт дәрәжәлә ҡайғылы рәүештә ҡайттым. Шул тәьҫир менән «Болот аҫтындағы ай» тигән шиғырымды яҙҙым. Был хат ошо айҙың болот аҫтына йәшеренгән күңелһеҙ ваҡытындағы күңелһеҙ һүҙҙәр менән тамам булды.

...Мин һаман да «уны» һөйөү менән мөбтәлә. Бәғзан мин уны бөтөнләй оноторға уйлап, үҙемдең хосуси эштәремә керешмәксе булам. Яҙырға керешкән башҡа әҙәби әҫәрҙәремде тамам итергә уйлайым. Ләкин булмай: ул минең күҙ алдыма килеп баҫа ла, бөтә пландарымды емерә. Гүйәки, ул миңә: «Был мәғәнәһеҙ донъяла ваҡ нәмәләр менән ваҡыт үткәрмә, фани донъя фәҡәт мөхәббәт арҡаһында ғына матурлана ул, хәйәттең бөтә матурлығы шунда ғына, һин мөхәббәт менән генә үҙ рухыңды йәшәртә алырһың, тормош артынан йөрөүҙе үҙенең әһелдәренә ҡуй, улар шул ваҡ тормош артынан сапһындар», — ти. Үҙен күргәндә уның бөтә вөжүде шуны уҡый. Күҙҙәре менән минең йәнемде үҙенә әсир итә. Уның бер мәртәбә йылмайып ҡарауы төндәр буйына рухымды мәшғүл итергә етә.

Әүәлге мәктүбемдә уның миңә ҡарашы үҙгәргәнен яҙған инем. Шул мөхәббәт менән мин уны оноторға тырышып ҡараным — булманы. Мин, шәм тирәһендә осоп йөрөгән пәрүәнә йәки сәскә тирәһендә йөрөгән күбәләк төҫлө, уның тирәһендә йөрөүҙән үҙемде ҡотҡара алманым. Уның һалҡынлыҡ күрһәтеүе минең мөхәббәтемде арттырҙы ғына. Шул ваҡиғанан һуң уларға тағы ла барҙым. Был ваҡытта ул яңғыҙ ине. Был күрешеүҙә ул боронғо кеүек һалҡынлыҡ күрһәтмәне, мине ғәфү иткән кеүек хәрәкәт итте. Мин һүҙемде уның хәтерен ҡалдырыу яғына борҙом. Ул минең иғтизар урынында һөйләгән һүҙҙәремде әһәмиәт биреп тыңланы. Шунан һуң уның йөҙөндә боронғо көләслек, һүҙендә боронғо мөләйемлек тыуҙы. Шулай итеп, мин уның бәхиллеген алдым, минең хаҡымда булған ышанысһыҙлығын бөтөрҙөм. Минең ошо лайобали хәрәкәтемдән тыуған кескенә аңлашылмауҙан һуң, миңә боронғо матур, ышаныслы ҡарашы менән ҡарай башланы. Бынан һуң уның хәтерен ҡалдырмаҫҡа үҙемә-үҙем вәғәҙә бирҙем. Күрәһең, ул миңә ысынлап асыуланмағандыр. Ул ысынлап асыулана беләлер тип ышана ла алмайым. Ундай матур, саф рухта ғади әҙәм балаларында була торған асыу сифаты булырға мөмкинме һуң?.. Имеш, шундай фәрештәлә ғади әҙәм балаларында була торған асыуланыу тигән йәмһеҙ сифат булһын!.. Ул бик рәхимле, уның шул матур сифаты йөҙөндә балҡып тора. Уның көҙгө кеүек йәне, һөт кеүек аҡ күңелле бөтә таптарҙан мөнәззәһ. Уның миңә асыуланған кеүек булыуы шулай уйлағанымдан ғына килгән бер нәмә, һуңра уның шулай булыуы минең йәмһеҙ булған бер ғәҙәтемде бөтөрөргә генә ярҙам итте. Бындай эш, йәғни уның асыуы, пәйғәмбәрҙәрҙә булған рәүешле, мине ҡыҙғаныуҙан ғына сыҡҡан бер нәмә икәнен мин уның хәрәкәттәренән аңлайым. Ул дәрәжә генә асыу, икенсе мәғәнә менән әйткәндә, минең урынһыҙ ҡыланыуымды үҙемә белдерер өсөн генә булған хәрәкәт хоҙайҙа ғына була торғандыр, тип уйлайым.

Шулай итеп, мин шул ваҡиғанан һуң уны тағы ла матур күрә башланым. Љәрәп шағиры әйткәнсә, «уның йөҙөнә ҡараған һайын, йөҙө матурлығын арттыра ғына бара». Уның йөҙөн эсемдән генә ихтирам итеп ултырам. Бәғзан уны һөйһәң ине, матур битен бер генә рәт үпһәң ине, тигән уйға киләм. Ләкин был эш уның хөрмәтен юғалтыр, дәрәжәһен төшөрөр кеүек була ла фекеремде кире алам. Бындай эш ундай алиһаның ғөлүиәтен юғалтыр кеүек була, минең һөйөүемдең баһаһын бөтөрөр төҫлө күренә. Шундай ваҡытта мин бик ауыр бер хәлдә ҡалам. Ниңә һуң уның менән күрешкәндә, ҡулын ғына үпмәнем, ниңә матур сәсен бер генә тапҡыр һыйпаманым тигән уй менән үҙемде борсойом. Күрешеп киткәндән һуң үҙемде-үҙем шелтәләйем. Шулай итһәм, минең янған рухыма шифа булыр ине, ул миңә тағы ла рух бирер, мин тағы ла әллә нәмәләр яҙыр инем, тип уйлайым. Унан айырылған ваҡытта күңелемдән әллә нәмә өҙөлөп төшөп ҡалған кеүек була. Бик ҙур бер нәмә юғалтҡан төҫлө булам. Уны күреүем өсөн ни саҡлы шатланһам, айырылып китеүем өсөн шулай хәсрәтләнәм. Уны һөймәгән булһам, был хәсрәт, был ҡайғырыу булмаҫ ине, тип уйлайым. Ләкин ысынлап уйлаһам, был эштәрҙең һәммәһе уны саф һөйөүемдән килгәнен беләм. Мин ахыры сикһеҙ һөйөү өсөн яратылғанмындыр, ахыры шул ғишыҡ, мөхәббәт бабында ут йотоп йөрөр өсөн тыуғанмындыр.

...Һин теге мөхәббәттең дауамы хаҡында һорап, был сөәлең менән минең күңелемдәге йәрәхәтте асырға сәбәп булаһың. Мин инде был хаҡта бер һүҙ ҙә яҙмаҫҡа, был «серле мөхәббәт»те шул серле көйөнсә ҡалдырырға үҙемә ғәһед биргән инем. Сөнки мин был хаҡта күп яндым, матур төндәрҙә, күҙҙәремде лә йоммай, күп уйландым, уны һөйә башлаған көндәремдән башлап, был көнгә саҡлы тик уның һүрәтен күҙ алдымда тотоп, тик уға ғына табындым. Уны күргән ваҡыттарымда үҙемде онотор бер хәлгә килеп, йәнемде уның йәне — кәүҙәһе алдында ҡол иттем. Бына ошо рәүешле һөйөүҙең нәтижәһе мин уйлағанса булып сыҡмағанын күреп, был «серле ғишыҡ»тың ҡулынан үҙемде-үҙем азат итеү юлына керҙем. Минең был һүҙҙәрем һиңә бик ҡыҙыҡ тойолор, һин шул саҡлы һөйгән «...»де оноторға теләүемә тәғәжжеп итерһең... Ләкин бына минең ошо хатымда яҙылған һуңғы һүҙҙәрҙе уҡығас, мине мәғзүр күрерһең.

Һүҙҙе «серле мөхәббәт» хаҡында башлайым.

Был һөйөүҙе серле мөхәббәт тип йөрөүемдең сәбәбе ошо.

Юғарыла әйтелгәнсә, минең уны янып һөйөүем бер кемгә лә мәғлүм түгел. Быны бер кемгә лә белдермәҫкә тейешлелеге хаҡында үҙемә-үҙем ғәһед бирҙем. Был һөйөү шулай серле булырға, әҙәм балалары белеү дәрәжәһенән юғары торорға тейешле. Хатта ул үҙе лә минең ни саҡлы өҙөлөп һөйөүемде, бының ғалилеген мин аңлағанса аңлай алмай торғандыр. Мин уны илаһи, гонаһһыҙ, мәғсүм һөйөү менән һөйәм. Минең һөйөүемдә зәррә ҡәҙәре лә кер, ярма саҡлы ла хәйлә юҡ. Сөнки мин уны ихтыярһыҙ һөйҙөм, ундағы матурлыҡты күҙлекһеҙ — күңел күҙе менән күрҙем, уның рухында янған ялҡынға пәрҙәһеҙ ирештем. Ләкин минең шул саҡлы саф һөйөүемде ул аңламаҫҡа тырышты, икенсе төрлө әйткәндә, минең йөрәгемдә янып, балҡып торған мөхәббәт нурҙары уның тибеп торған күкрәге аҫтында йәшерелгән йөрәгендә ғәҡес итмәне. Күп тәжрибәләрҙән һуң мин уның минең мөхәббәтемә баһа ҡуя белеү-белмәүе хаҡында шөбһәгә төштөм. Әгәр ҙә ул минең мөхәббәтемә баһа ҡуймай икән, әгәр ҙә ул ваҡ сөәлдәр менән минең изге, олуғ һөйөүемде айырып ала алмай икән, уны көсләндереп һөйөүемдә һис бер мәғәнә ҡалмаясаҡ. Минең гәүһәрем урынһыҙ ергә әрәм буласаҡ тигән уйға килдем. Мөхәббәт һәм самимиәт бер яҡтан ғына булғанда, уның рухҡа аҙыҡ бирә алмауына төшөндөм. Уны тәжрибә итеү хаҡында тотҡан юлымды аңлатыр өсөн, түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙҙым:

Мин унда, һуңғы ваҡыттарҙа, әллә ниндәй рухани үҙгәрештәр күрә башланым. Ошо үҙгәрештәрҙән һуң мин уны һәр ваҡыт тышҡы сифатҡа ҡарап йөрөгән һымаҡ күрәм. «Ул» минең үҙе өсөн янған йөрәгемдең аһтарын күрмәй, минең күңел йәрәхәтен һиҙмәй төҫлө күренә. Ул үҙенең күңел көҙгөһө менән минең күңелемде күрергә, мине шуға ҡарап тәҡдир итергә тейеш ине. Ләкин унда шул эске хәсиәткә иғтибар итеү, шуға ҡарап мөхәббәттең дәрәжәһен тәғәйен итеү тойғоһо күренмәй. Минеңсә, нәмәнең йәки берәй кешенең тышҡы гүзәллеген күреп, шуға ғына хайран ҡалыу, эске хәсиәттәрҙе бөтөнләй күҙҙән төшөрөү — хәҡиҡәткә, бигерәк тә мөхәббәттең эске мәғәнәһен аңлауға маниғ булалыр. Тыштан ҡарағанда бик матур кешеләр була ки, ләкин уларҙың рухтарында бер тинлек тә хикмәт булмай. Ундай кешеләр ысын матурлыҡтың нимә икәнен белмәйҙәр, шунлыҡтан уларҙа ысын яратыу менән яратыу, мөхәббәт нурҙары менән балҡып яныу тигән нәмә булмай. Шуның өсөн ундай кешеләр матурлыҡҡа ысын баһа ҡуйыуҙан ғажиз булалар. «Һин матур, мин һине үлеп яратам» тигән һүҙҙәрҙән башҡа һүҙҙәр таба алмайҙар. Мәҫәлән, мин уны яратып, уның артынан йөрөп, ғишыҡ хаҡында лаф ороусыларҙы, уның матур күҙҙәренә ҡарап һуштан яҙа яҙып ултырыусыларҙы күрәм. Улар уның вөжүдендә бөтә матурлыҡтарҙы таба торғандарҙыр, йәндәре менән уның хаҡында әллә нәмәләр эшләмәксе булаларҙыр, ләкин улар уның баһаһын белеүҙән, уны ысын мәғәнәһе менән тәҡдир итеүҙән бик күп түбәндәр. Улар, сәскәне бер сәғәтлек ҡыҙыҡ өсөн өҙөп алып та, һуңра урамға ташлап китә торған тәрбиәһеҙ балаларға оҡшайҙар. Мин уның хаҡында ынйы кеүек шиғырҙар яҙып, уның матур сифаттарын көмөш кеүек аҡ ҡағыҙ өҫтөнә ынйы теҙелгән кеүек теҙгәндә, уның ғади күҙҙәр күрә алмаҫлыҡ матурлыҡтарын күреп донъяға сығарғанда, теге бисара «ғашиҡтар» уның хаҡында бер юл яҙыуҙан ғажиздар. Уларҙың күңел күҙҙәре һуҡыр, рухтары тупаҫ булғанға күрә, уның матурлыҡтарын тасуир итеүҙән мәхрүмдәр. Тыштан ҡарағанда, әҙәм сифатлы булып та, рухтары шундай тупаҫ булған был бәндәләр хаҡында нимә әйтергә? Илаһи булған серле мөхәббәтте бәрәңге, шалҡан менән бер күргән был ғашиҡтар тураһында ни һөйләргә?.. Бына уның шундай бәндәләрҙең яратыуҙары менән минең яратыуымды бер күреүенә, бәғзан уларға әһәмиәт биреп ҡарауына рухан янам. Яратыу хаҡында уның рухҡа ҡарай алмауын, йөрәккә ҡарап хөкөм итмәүен күреп аптырайым. Мин был көнгә ҡәҙәр бик һиҙгер, нескә йөрәкле тип йөрөгән «...»дең мөхәббәтте шулай ғади кешеләр аңлағанса аңлауын күреп хайран ҡалам. ҡай ваҡытта: «Ул аңлай торғандыр, ләкин минең наҙлы йөрәгем менән уйнар өсөн, юрамал шулай хәрәкәт ҡыла торғандыр»,— тигән уйға төшәм. Һәр ике хәлдә лә мин үҙемдең ҡодөси һөйөү менән һөйөүемде ғади һөйөүҙәр менән алмаштыраһым, илаһи мөхәббәттең ҡодөсиәтен юғалтаһым килмәй. Шуға күрә был ғишыҡты инде ул үҙе лә белмәһен, был һөйөү «серле мөхәббәт»тең нурлы бер тарихы булып ҡына ҡалһын тигән уй менән, мин уны оноторға тырышам, бынан һуң уны күрмәй, уның өсөн яныуымды үҙенә белдермәй, ситтән генә янып йөрөмәксе булам. Шулай итеп, әкренләп мин унан биҙә алырмын, иң аҙында йөрәктең әрнеүе бер аҙ баҫылыр, тип уйлайым. Шулай итеп, мин нисек тә унан күңелемде биҙҙерергә тейешле. Әле һуңғы ваҡыттарҙа минең ошо эшем файҙаһына уның тарафынан бәғзе бер эштәр ҙә һиҙелеп үтте. Был эштәр өсөн эстән яныуымды йәшерә алмайым. Ләкин ул ысын мөхәббәткә баһа ҡуйыуҙан түбән булһа, йәки белә тороп, шулай хәрәкәт иткән булһа, мин шул юлды тоторға, мөхәббәт уттарын үҙем генә йоторға мәжбүрмен. Мин мәктүбемдең башындараҡ уның тышҡы сифаттарға әһәмиәт биргәнен яҙған инем бит. Уның шул эше барған һайын һиҙелерлек бер хәлгә килә башланы. Башта мин уның был эшенә ҡарап, әлбиттә, борсолдом. Уның кеүек ер фәрештәһенең ваҡ халыҡтар ғәҙәтенә эйәреүенә асындым. Уны үҙенең ғали тәхетенән, шағирҙар ғына күрә торған дәрәжәһенән, төшә башлаған кеүек һиҙҙем. Минеңсә, ул олуғ булырға, үҙен ваҡһытмаҫҡа, үҙе рухан бер кемгә лә сәждә итмәҫкә, бәлки башҡалар уның алдында табынырға тейеш ине. Ихтимал, минең был фекерҙәрем уны ниһайәт дәрәжәлә олуғ күреүемдән йәки уны башҡаларҙан көнләүемдән килә торғандыр... Ләкин ни генә бүлһа ла, был уйҙың кәрәк ҡайһыһын ғына алһаң да, был һүҙҙәр уның хөрмәтенә яҙылалар. Сөнки ундағы матурлыҡ бик һирәк ҡатын-ҡыҙҙарҙа ғына була торған язибиәт, бер мөхәррир йәки шағирҙы тәрбиә итергә, шул мөхәррир йәки шағирға рухани аҙыҡ биреп торорға, шуның рухын үҫтерергә лайыҡлы булып яратылған. Ихтимал, уны хоҙай үҙенең матурлыҡ сифатын белдереп торор өсөн, шағирҙар уның йөҙөнә ҡарап әллә ниндәй серле шиғырҙар яҙһын өсөн яратҡандыр. Әгәр ҙә, мин әйткәнсә, ул шулай илһам биреү ҡодөсиәтен юғалтһа, үҙенең матурлығынан шағирҙарҙы мәхрүм итһә, уның айырым рәүештә яратылған язибиәте әрәм буласаҡ, матур шишмәнең ҡомло сәхрәгә кереп юғалып әрәм булыуы кеүек, файҙаһыҙға әрәм буласаҡ. Йөҙөнсө мәртәбә әйтә торғанмындыр инде: уның бөтә вөжүде матурлыҡ нуры менән һуғарылған. Уның шул матурлығынан талантлы бер шағир әллә ниндәй серле илһамдар аласаҡ, мөхәббәт шәрхе хаҡында әллә ни саҡлы мөғжиз шиғырҙар яҙасаҡ. Бына ул шул серҙе аңларға, «серле мөхәббәт»кә баһа ҡуйырға тейеш ине. Үҙенең нуры тирәһенә килеп осҡан күбәләк кеүек, бер шағирҙы үҙенең нурынан, серле ҡарашынан мәхрүм итмәҫкә тейеш ине. Әгәр ул бының киреһен эшләй икән, үҙенең матурлығын шағирҙарҙың шиғырҙарына мәнбәғ булыуҙан һаҡлап, икенсе бер нәмәгә әрәм итә икән, әлбиттә, бик ҙур енәйәт иткән буласаҡ. Шуның өсөн мин «уны» мағбуд итеп торорға теләнем, шиғырҙарым менән «уны» ете ҡат күктәрҙән юғары күтәрҙем, ай-ҡояштан артыҡ күрҙем. «Уны» ваҡ халыҡтарҙың зәһәрле күҙҙәренән, боҙоҡ уйҙарынан һаҡларға тырыштым. Ләкин... ләкин... эштәр мин уйлағанса булманы. Шуның нәтижәһендә мин үҙемдәге уны күрергә теләп тороу арзуһын үлтерергә тырыштым: уны күрмәй үткәй көндәрем ауыр булһа ла, уның хыялымда булған һүрәтен ҡыуыу бик мөшкил булһа ла, түҙергә ҡарар бирҙем. Љәҙәттә, уны осратыу мөмкин булған урындарға барыуҙан тартындым. Уның хаҡында яҙылған шиғырҙарҙы бер урынға йыйып ҡуйҙым. Ошо юл менән уны онотоу сараһына керештем. Ошо уйҙар менән йөрөгәндә, мин уны үҙем күрергә теләмәгән бер урында күрҙем. Ул унда бер аҙ ултырып сығып китте. Уны шунда «...» янында күреү мине борсоһа ла, ул эш минең йөрәгемә зәһәрле уҡ кеүек ҡаҙалһа ла, икенсе бер йәһәтте уйлау теге зәһәрҙең ағыуын бөтөргән кеүек булды. Был эш унан күңелемде һыуындырырға бик ҙур ярҙам итер төҫлө күренде. Хәҙер уның менән минең арала бик ҙур аждаһа йыланы ятҡан кеүек һиҙелде. Ул шул аждаһа йыланының ауыҙында йотолоп, мәңге һәләк буласаҡ бер фәрештә, ләкин зәһәрле фәрештә кеүек тәжәссем итте. Мин: «Инде ике арала һыҙыҡ һыҙылды, бер-беребеҙҙе ҡушмаҫлыҡ тәрән соҡор ҡаҙылды»,— тип уйланым. Үҙем шулай уйлаһам да, төн буйы рәтле йоҡлай алманым. Уның теге алдымда баҫҡан һүрәтен ҡыуырға тырышһам да, көсөм етмәне. Бәғзан ул йылмайып, күҙен күккә табан ҡаратып торған кеүек күренде...

Ошо көндән һуң мин уны бер аҙна буйынса бер ҙә күрмәнем. Үҙем уларға аяҡ та баҫманым. Күңелемдең бер яғы уларға барырға ҡушһа ла, ҡаршы төштөм. Был ваҡытта әсәһенән айырылып ҡалған йәш бала кеүек бойоҡ булһам да, күңелемдә булған керһеҙ мөхәббәт мине йыуата ине, мине иркәләй ине. Ул мөхәббәт әле һаман һинең ҡулда, шулай булғас, ҡайғырма, ти ине. Шул бер аҙна эсендә йөрәгем аҙ ғына баҫылды. Шунан һуң мин үҙемдә тыныслыҡ һиҙгән кеүек була башланым.

Ләкин икенсе бер ваҡиға тағы был хисте ҡуҙғатты. Был да — уға иттифаҡи теге ерҙә осрау ине. Ул был күре¬нешендә әллә ни эшләп ағарған, төҫһөҙләнгән кеүек күренде. Бөтә вөжүде һалҡын кеүек һиҙелде. Мин уны ҡыҙғанған кеүек булып, уның хаҡындағы уйҙарыма үкенгән кеүек булдым. Был ваҡытта уның янында әллә ниндәй ҡыҫыҡ күҙле, ауыҙына ҡаты борсаҡ ҡапҡан да, һүҙ әйтһә төшөп китергә торған кеүек ауыҙлы, шаҙрараҡ, тәбәнәк кенә мәшьүм бер ҡатын бар ине. Башһыҙ —- ас ҡалған ҡоро арыш башағы кеүек, был ҡатын, гүйәки, уның матурлығын бөтөрөргә, бәхетен юғалтырға, ҡыҙыу ҡанын имергә торған ҡара йылан кеүек күренде. Мин уны бынан бер ай элек ҙур бер йыйылышта ла шул ҡатын менән йөрөгәнен күреп, шулай ағыуланып ҡалған инем. Бының матурлығынан зәһәрле рәүештә файҙаланырға йөрөгән был ҡатынға шунда ла асыуым килгән ине. Сихырсы ҡарсыҡтарға оҡшаған ошо ҡыҫыҡ күҙле, мәшьүм ҡатынды тәкрар күреү, саф һөткә төшкән сысҡанды күреү кеүек, йәмһеҙ тәьҫир итте. Ул ҡатындың йәмһеҙ йылмайыуы, көсләнеп йомшаҡлыҡ күрһәтергә тырышыуы — һәммәһе лә уның хаҡында асыуымды гына ҡабарта ине. Ихтимал, мин уның үҙен генә күргән булһам да, һуштан яҙыу дәрәжәһенә килеп хөрмәт итер инем, бер минут та сабыр итә алмай, уның алдына йығылыр инем. Ләкин теге арыш башағының булыуы шулай итмәүемә ҙур сәбәп булды. Был күрешеүҙә мин уның менән рәсми рәүештә генә һөйләшеп ултырҙым. Шатлығымды тышҡа сығара алманым. Мин уны ҡыҙғандым. Шундай халыҡ араһында йөрөүе өсөн борсолдом, көнләнем. Үҙенең матурлыҡ, алиһәлек дәрәжәһен белмәүе өсөн эсем бошто. Икенсе йәһәттән, моңло ғына нур сәсеп торған күҙен күреп, ут эсендә ҡалған кеүек булдым. Ләкин был ут боронғо мөхәббәт кеүек яндырмай, башҡасараҡ ине. Улар сығып киттеләр. Ул сығып киткәндә, үҙемде нисек тә ныҡлы тоторға тырыштым. Шулай мин уны бөтөнләй оноторға тырышам. Уның хаҡында булған бәғзе бер ваҡиғалар (былар уның дәрәжәһен төшөрөргә дәлил булып бөтмәһәләр ҙә) «уны» онотоу юлында ярҙам итерҙәр, тип уйлайым. Һин бынан һуң «уның» хаҡында һүҙ ҡуҙғатып, минең эсемдә янған утты тәкрар ҡабындырырға сәбәп булма. Сөнки мин «уның» менән булған мөнәсәбәтте өҙөп, уны күреүҙән ваз кисә алһам да, уның йөрәгемдә ҡалған матур хыялын бөтөнләй сығарып ташлай алыуыма ышана алмайым. Уның беренсе танышыу ваҡытында, һуңра айлы төндәрҙә алдымда баҫып торған ваҡыттарында йөрәгемә кереп ҡалған илаһи бер һүрәте бар, ул һүрәт уның хәҙерге көндәге һүрәтенән башҡа, ана шул һүрәт, шул илаһи матур «...минең йөрәгемдән мәңге сыҡмаҫ, мин ул минуттарҙы мәңге онотмам... Ләкин ул һүрәт теге йәмһеҙ ҡатын менән йөрөгән «...» түгел, бәлки, шунан айырылып ҡалған мөҡәддәс «...»дер. Ул һаман минең наҙлы йөрәгем эсендә үҫкән ҡыҙыл гөл сәскәһенә ҡаршы баҫҡан да, шунда нурлы күҙҙәрен тултырып, гөл өҫтөндә уны маҡтап һайраған күңел һандуғасыма ҡарап тора. Минең күңелем, нәҡ боронғо айлы кистәрҙәге кеүек, уның матурлыҡтарын һанап, төрлө шиғырҙар уҡый...

«Һуңғы ваҡыттарҙа нимәләр яҙаһың? Бигерәк ниндәй эштәр менән мәшғүл булаһың?..» тигән сөәлдәрең һуңғы ике-өс ай эсендә үткән хәйәткә әйләнеп ҡарарға, шул көндәрҙең моңло сәхифәләрен аҡтарырға мәжбүр итте. Мин һуңғы ваҡыттарҙа теге әҫәрҙе бер аҙ яҙҙым. Һуңра төрлө сәрләүхәлә яҙылған, төрлө маузуғта ҡыҫҡа-ҡыҫҡа байтаҡ шиғырҙар яҙылған икән. Һинең хатың мөнәсәбәте менән шуларҙы тәкрар ҡараным. Быларҙың күбеһе мөхәббәт хаҡында. Мәшғүл булыу мәсьәләһенә килһәк, бына был сөәлеңә яуап биреү яҡшы уҡ ситен эш. Мин асылда көнлөк эштәрҙе, йәғни донъяуи эштәрҙе, мәшғүлиәт йөмләһенә керетә алмайым. Иртүк тороп, эш урынына барып, унда һәр кем кеүек өҫкә йөкмәтелгән эште машина кеүек эшләү, ай тулғас — жалование алып, шул аҡсаға кәрәк нәмәләрҙе алып донъя көтөү — былар һәммәһе лә ваҡ эштәр. Быларҙа йән өсөн ике тинлек тә аҙыҡ юҡ. ҡайһы бер бәндәләр үҙҙәренең хәйәтендә шундай эштәрҙән генә ләззәт алып йөрөй торғандарҙыр, ләкин уларҙың рухтары ла шуға муафиҡ рәүештә түбән яратылғандарҙыр, тип уйлайым. Минең өсөн донъяла йән аҙығы, рухты тәрбиә итә торған мәғәнәүи аҙыҡ кәрәк. Мин шундай мәғәнәүи аҙыҡ бирә торған нәмәләргә генә әһәмиәт бирәм. Был эш миндә тәбиғи. Яҙ, йәй — бына был ике фасылдағы ер өҫтөндәге матурлыҡ, күктең шуларға йылмайып серле рәүештә ҡарап тороуы, һандуғастың шул матурлыҡтарҙы күреп һайрауы, матур ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәктәре тибеп ашҡыныуы — былар һәммәһе лә йән аҙығы булалар. Минең рухымды шулар ғына тәрбиә итә алалар. Минең рухым шуларҙың нурҙары менән һуғарылып торһа ғына, тейешле емеште бирә ала. Хәҙер ҡыш көнө. Тәбиғәт үҙенең матурлығын юғалтты. Күктәге ай һәм йондоҙҙар йылмаймайҙар. Һандуғас йылы яҡҡа китте. Бына шулар булмағас, минең рухымды мәшғүл итеүсе нәмәләр ҙә бөттө. Ләкин уға ҡарап рухым талпыныуҙан, юғарыға осорға теләүҙән, мөхәббәт баҡсаһындағы ҡыҙыл гөлдәргә ҡарап һайрау һәүәҫенән туҡтамай. Ул һаман үҙенә мәшғүлиәт эҙләй. Аҙыҡһыҙ тора алмай. Туң тәбиғәттән, ҡыштың буранлы, серле оҙон төндәренән әллә нәмәләр табырға тырыша. Ләкин ҡәнәғәт итерлек нәмә тапмай. Былай ҙа булмағас, матур ҡатын-ҡыҙҙарҙың серле күҙ ҡараштарынан, уларҙың матур йылмайыуҙарынан рух алыу юлына керә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбиғәттең иң гүзәл сәскәләренән иҫәпләп, йән шуларҙың серле күләгәләре аҫтында тороуҙы минут һайын арзу итә. Ләкин йәнде ҡәнәғәтләндерерлек, үҙенең нуры аҫтына алып тәрбиә итерлек ҡатын-ҡыҙҙар бик һирәк бит!.. Бына мин шундай ҡатындарҙы таба алмайым. Тыштан ҡарағанда бик матур булып күренгәндәре һөйөү һәм ҡодөси мөхәббәттең нимә икәнеп аңламайҙар. Былар нәҡ төҫкә матур булып та, хуш еҫтән мәхрүм ҡалған сәскәләргә генә оҡшайҙар. ҡыҙғаныс шундай ҡатындар!.. Матурлыҡ менән нескә хис бергә йыйылған ҡатындар ысындан да бик һирәк бит. Күп ваҡытта уларҙың нескә хистәре ваҡ-төйәк нәмәләр, тағы ла тупаҫландырып әйткәндә, кейем-һалым кеүек тышҡы нәмәләр менән зәһәрләнгән була. Улар, матур күренер өсөн, шундай тышҡы матурлыҡ етә, тип яңылышалар. Ләкин был эштә бик ҙур хаталыҡ итәләр. Әгәр бер ҡатынға хоҙай тарафынан матурлыҡ бирелгән икән, ул инде иҫке балаҫ ябынып йөрөһә лә, матурлығын юғалтмай. ҡатындарҙың матурлыҡтары өҫтөнә, рухтары һиҙгер булһа, бына шул ваҡытта улар һиҙгер йөрәкле кешеләрҙе үҙҙәренә әсир итә алалар. Ундай ҡатындарға ҡарап, уларҙың нурлы ҡараштарынан илһам алыу — был бик матур һәм күңелле эш. Улар рухты нурландырыу, йәнгә аҙыҡ биреүҙе үҙҙәренең серле ҡараштары менән үтәй алалар. Бына мин шундай ҡатындарҙы бик һирәк осратам. Ысынлап та, шулай үҙенең дәрәжәһен белеүсе ҡатындар бик һирәк. Матур ҡатындарҙың бик күбеһе үҙҙәренең тышҡы матурлыҡтарына ғына ҡарап ғорурланалар ҙа, шул ғорурҙары сәбәпле, хәйләле ирҙәрҙең тоҙағына төшкәнде белмәй ҙә ҡалалар. ҡатындар хаҡындағы һүҙ оҙонға китте, буғай, әйтергә теләгән һүҙем «үҙемде мөсәххәр итә торған ҡатындарҙың һирәк булыуын» әйтеп кенә китеү ине. Ысынлап та, мин үҙемдең рухымды ғалиләндерә торған ҡатындарҙы ғүмеремдә бер-ике мәртәбә генә осраттым. Уның береһе инде күптән был донъянан юғалды. Ләкин уның күңелемә ҡалдырған нурлы тәьҫире әле лә күҙ алдымда тора. Икенсеһе, мин уның хаҡында һиңә күп хаттар яҙған «...» ине. Мин бынан элек яҙған хаттарымда уны күккә күтәрҙем. Иң һуңғы хатымда уның үҙем теләгән дәрәжәнән түбән төшә башлағанын бәян яҙҙым. Әлбиттә, уның сәбәптәрен дә яҙҙым. Һәм яҙған хатыңда уның хаҡында һүҙ ҡуҙғатмауыңды үтендем. Ләкин мин уның хаҡында яҙмай үтә алмауымды иғтираф итәм дә, уның хаҡында түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙам.

Күңел талпына тигән инем. Ысынлап та, талпынған күңел, үҙенә ҡарап һайрар өсөн, гөл кеүек бер ҡатындың күҙ алдында булыуын теләй. Теләй генә түгел, был эш минең өсөн мәжбүри бер нәмә. Минең даими янған күңелем шунһыҙ тора ла алмай. Мин «серле ғишыҡ» ҡулынан азат булыуҙы теләп ҡараным, ләкин барып сыҡманы. Мин азат булам тигән һайын, мәғәнәүи әсир була барҙым, тураһын әйткәндә, үҙем сығып киткән ситлеккә үҙем барып керҙем. Был эш шулай булды:

Мин «...»дең серле ҡулынан, күҙ ҡарашынан ысҡыныу өсөн тырышып ҡараным. Бер аҙ ғына маҡсатҡа яҡынлашҡан кеүек тә булдым. Шул рәүешле йөрөгәндә, ҡыштың матур бер кисендә йөрөргә сыҡтым. Күңел был донъяны тарһына, әллә ҡайҙа ашҡына ине. Айҙың иң тулы ваҡыты булып, ул һуң дәрәжәлә балҡып, тик ер өҫтөн генә тамаша ҡылған кеүек ҡарап тора ине. Төпһөҙ күктәге йондоҙҙар йымылдашып мөхәббәт йырҙарын һөйләп, серле рәүештә йөҙәләр ине. Мин шул нурлы күк аҫтында йөрөп, барған һайын моңға сумдым. Әллә ниндәй бер мөхәббәт алдында баш эйәһем килде. Шул ниһайәтһеҙ күктең иң серле урындарына барып, шундағы мөхәббәт аллаһы алдында ултыраһым килде. Нәҡ шул минутта «...»дең нурлы һүрәте күҙ алдыма килеп баҫты. Баҫты ла ул мине үҙенә табан саҡыра башланы. Мин, унан биҙергә ҡарар биреүемде уйлап, кире сиктем. Уның күңелгә оҡшамаған сифаттарын күҙ алдына йәмһеҙ рәүештә күрергә теләнем — булманы. Һуңғы бер күрешеү булыр тинем дә, уларға табан киттем. Шул ваҡытта ай көлгән кеүек булды. Мин шунан намыҫланып кире китергә теләнем. Ай икенсе төрлө көлдө: «Мөхәббәт улай булмай ул, ул һинең теләгеңдән тыш бер нәмә»,— тигән кеүек булды. Шунан һуң тағы алға атланым. Йөрәгем ҡалтырай ине. Үҙемде-үҙем уйламаҫҡа тырыша инем. Нәҡ даръяға ташланырға, был донъянан мәңге китергә барған кеше кеүек бара инем.

Барып керҙем. Ул үҙ бүлмәһендә яңғыҙ ғына эске кейемдән ине. Мине күргәс, киң бер нәмәгә төрөндө. Мин уның ҡаршыһына ултырҙым. Уның шул ваҡыттағы матурлығын күреү менән уның хаҡындағы йәмһеҙ уйҙарым һәммәһе лә юғалды. Мин бөтөнләй шатлыҡ диңгеҙендә йөҙгән кеүек булып ҡалдым. Был минутта, гүйәки, уның менән минең арала һис бер пәрҙә юҡ ине. Үҙемде көҙгөнән нисек күрһәм, уның эсендәге уйҙарҙы шулай күрә инем. «Ул», мин шик менән ҡараған нәмәләрҙе үҙем һорамайса уҡ, үҙе һөйләп бирҙе. Теге урынға барыуҙың сәбәптәрен һөйләне. Ләкин хәҙер уның һөйләүенә йәки уның шуларҙы һөйләргә тейеш күреүенә үҙем дә ояла инем.