Әсәйем йыл һайын инкубатор себештәре һатып ала. Яҙ етеү менән, дәртле һәм талапсан тауыштар сығарып ҡытҡылдаған тауыҡты ояға ултыртып, себеш сығарып өйөрөп йөрөткәнен көтөп ала ла инкубаторҙыҡыларҙы эйәртеп ебәрә.
— Ҡыт-ҡытаҡ, атаҡ-атаҡ,— тип аптырабыраҡ та, хәүефләнеп тә ҡытҡылдаған оло тауыҡ тәүҙә килмешәктәргә өнәмәйерәк ҡарап тора, аҙаҡ, йәлләптер инде, үҙенекеләр ыңғайына белгән алым-ысулдар менән тормош тәжрибәһенә өйрәтеүгә тотона. Бик етди була оло тауыҡ ошондай тәрбиә алып барған яуаплы саҡтарында.
Шуныһы ғәжәп: тауыҡ үҙенекеләрҙе лә, ят бауырҙы ла тиң күреп ала ла китә. Хайуандар, ҡош-ҡорттар араһында ла шәфҡәтлелек, киң күңеллелек кеүек сифаттар була, күрәһең. Һарыҡҡа, мәҫәлән, ят бәрәсте яҡын юллатып булмағанын күҙәткәнегеҙ барҙыр инде. Әллә үжәт, әллә талымлы, әллә үтә тәкәббер хайуанҡай, үҙенекенән башҡаны танырға теләмәй ҙә ҡуя. Ә тауыҡ ундай түгел, һыуыҡтан йә ямғырҙан һаҡлайым тип, эргәһендә нисә себеш йөрөһә, шуларҙы йәшерерлек итеп ҡанаттарын йәйә. Ләкин улар араһында ла аңлашылмаған нәмәләр бар.
— Эй, аңра ла инде ошо инкубатор себештәре,— тип һуҡрана әсәйем,— тырым-тыраҡай таралышырға ғына торалар.
Ысынлап та, нишләп былай был тип, үҙемдең дә күҙәткәнем булды, һәммәһе бергә тибенеп, семсенеп йөрөйҙәр-йөрөйҙәр ҙә, оло тауыҡтың бәләкәй генә тауыш сығарыуы була, ояла моронлағандарҙың ҡолағы «ҡарп» итеп ҡала, йәһәт кенә йыбырлашып инәләре янына ашыға; ә килмешәктәр ҡолағына ла элмәй, аңшайып тора ла ҡала. Тотона шунан оло тауыҡ ысынтылап һуҡранырға, тауышланып нотоҡ уҡырға. Ә баяғылар уға йәнә тексәйеп ҡарап тора-тора ла яңынан үҙ шөғөлөнә тотона. Күп саҡта баш күтәреп, иғтибар итеп тә тормайҙар. «Нимәгә туҙына икән был яҡшы йән эйәһе?»— тип уйлайҙармы икән үҙҙәренсә. «Ҡайҙан аңлап бөтәһең был донъяның серҙәрен. Инкубатор себештәрен сығарыу өсөн юрый аңра тауыҡ йомортҡаларын һайлап алмайҙарҙыр бит инде,»— тип уйланым да оноттом. Сер миңә һуңынан, бер йыл үтеп, яңы яҙ килгәс кенә асыҡланған кеүек булды. Ағастар япраҡ ярып, ишек алдын болон-яландарҙы шыйыҡ ҡына йәшеллек ҡаплағас, оло сыбар тауыҡ себеш сығарам тип яңынан ояға ултырҙы. Бер көн миңә ниндәйҙер йомош менән тауыҡ кетәгенә инергә тура килде. «Баҫып ултырған тауыҡты ҡурҡытып ҡуйма»,— тип киҫәтте әсәйем. Шым булырға тырышам. Ҡапыл ҡолағыма мөңгөр-мөңгөр генә шыбырлаған, суҡыш менән оя ситен туҡылдатҡан тауыштар ишетелде. Һағайып, ҡолаҡ һалдым: эйе шул, тауыҡ кем менәндер шыбырлап ҡына хәбәрләшә. Бер аҙнанан ул себештәрен эйәртеп ирәйеп йөрөй башланы. Элеккесә, инкубаторҙыҡылар һыуыҡта ғына ҡанат аҫтына һыйына ла көн ҡорола уға буйһонмай. Баштары һуҡҡан яҡҡа олағырға ғына торалар. Ә үҙенекеләр ҡарап, һәр «ҡыт» тигәнгә атылып янында өймәкләшә. Йомортҡала саҡта уҡ әсә наҙын,уның тауышын ишетеп өйрәнгәс ни.
Күптән түгел бер журналда уҡыным. Әсә булырға йөрөгән ҡатын бер үк өндәр менән тыумаған бәпесте иркәләһә, донъяға килгән бала, шул тауыш һәм наҙҙы ишеткәс үк, илауҙан тынып, тыңлап ята, ти. Бөтәбеҙ ҙә тәбиғәт балалары шул. Әсә наҙына ҡарындан уҡ мохтажбыҙ.