Jump to content

Салбар. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Салбар. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 15.02.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ҡатындар салбар кейгәнде
Өнәп еткермәй күптәр.
Итәк кейергә лә була,
Салбарҙа түгел эштәр!

Итәк итмәй наҙлы, хисле,
Салбар яһамай хисһеҙ,
Ҡатын-ҡыҙҙар көслө була,
Ирҙәре булһа көсһөҙ.

Салбар кейеп, ең һыҙғанып,
Билдәрен биштән быуып,
Донъя көткән ҡатындар бар,
Донъя артынан ҡыуып.

Ҡупырайып, ғәйбәт һөйләп
Йөрөй ҡайһы бер ирҙәр,
Итәк кейҙереп ебәрһәң
Таман булыр шул ҡәҙәр.

Салбар ғына ир яһамай,
Ҡайһы саҡ салбар әрәм,
Ҡайһы бер ир заттарына
Кейгән салбары хәрәм!