Jump to content

Рәхмәт, әсәй. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Рәхмәт, әсәй. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: апрель 2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Мин һағынам, әсәй, ҡулдарыңды,
Бигерәк наҙлы һинең ҡулдарың.
Һин арҡамдан һөйөп оҙатҡанға
Ыңғай кеүек, әсәй, юлдарым.

Мин һағынам, әсәй, ҡарашыңды,
Һөйөү менән наҙлап ҡарайһың.
Таратаһың минең һағышымды,
Тормошома бәхет юрайһың.

Мин һағынам, әсәй, тауышыңды,
Бәрхәт төҫлө йомшаҡ тауышың.
Ишетһәм дә ошо тауышыңды
Онотолор төҫлө һағышым.

Әсәй, әсәй, һинең йомшаҡ ҡулдар
Наҙлап һыйпай кеүек сәсемдән,
“Рәхмәт һиңә, әсәй, әсәкәйем,”-
Ҡабатлайым көн дә эсемдән.