Jump to content

Рәхмәтлебеҙ. Миңтимер Кәримов.

From Wikisource
Рәхмәтлебеҙ
автор Миңтимер Кәримов
Ижад итеү ваҡыты: 2008. Сығанаҡ: Ғәзиз ерем — Ерегем. — Өфө: "Матбуғат донъяһы" нәшриәте, 2009. 200 б.


Рәхмәтлебеҙ



Урғылып та сығып ята
Ҡуҙғауыл шишмәләре.
Ҡоштар һайрай, моңға тула
Ауылым иртәләре.

Ауылым күктәрендә
Балҡып яна йондоҙҙар.
Йондоҙҙарҙың йондоҙҙары—
Еректәге һылыуҙар

Башҡортостандың уртаһы—
Беҙҙең Ерек ауылы.
Ауылымдың кешеләре
Түгел хис тә һауалы.

Ололарға ихтирамлы
Ауылымдың йәштәре.
Шатлыҡлы ла, бәхетле лә
Булыр киләсәктәре.

Матурланып яңырыр
Ауылыбыҙ — Ерек тә.
Беҙҙең тамыр күптән инде
Ошо ергә ереккән.

Яландар күп, урмандар күп,
Күңелем тулы шатлыҡ!
Асфальт юлдар һуҙылғандар,
Бәхетле беҙҙең ҡартлыҡ!

Инде һыуҙа үткәрҙеләр
Ауылыма — Ереккә!
Уҙғарырҙар тиҙҙэн газ да,
Яраһын изгелеккә.

Бензин яғыулыҡтарының
Колонкаһы эргәлә
Рәхмәтлебеҙ хөкүмәткә
Тырышҡан кешеләргә!


2008