Боҙло тәҙрә.
Йылмаяһың.
Ҡәҙерлем, һинең йөҙөң
Пикассо һүрәте һымаҡ
Күренә өҙөм-өҙөм.
Һин китәһең,
Мин ҡаламын.
Ҡаламын буш ҡалала.
Юлың алыҫ,
Иҫлә, йәнем,
Ҡарлы-боҙло далала
Ҡайнар йәнле берәү һинең
Ҡайтыуыңды көткәнен,
Юл юраусы сәс үремен
Үргәнен дә һүткәнен...
Хушлашыуға беҙ күнеккән,
Сыныҡҡан боҙло күңел.
Тәҙрә аша
Ваҡыт баға:
Онотоуҙан уны төңөл!
Оноторлоҡ түгел һөйөү,
Ҡарланып-боҙланһа ла,
Пикассо һүрәтеләй, ул
Бүленеп һыҙланһа ла.
Онотолмаҫ саф мөхәббәт,
Күңел боҙға ҡатһа ла,
Йәшлегебеҙ генә ҡайтмаҫ,
Сыйырсыҡтар ҡайтһа ла...