Ашыҡмайым хәҙер бер ҡайҙа ла,
Бер кемдән дә бер ни көтмәйем,
Бикле күңелдәрҙе шаҡый-шаҡый
Иғтибарға өмөт итмәйем.
Кескәй генә байрамдарҙы табып,
Сәскә бөртөгөнә ҡыуанып,
Йәшәп ятҡан булам, һирәк-мирәк
Килгән СМС-ҡа йыуанып.
Мегафондың операторҙары
Онотмайҙар, рәхмәт яуғыры:
Йәки яңы тариф килеп сыға,
Йә табыла яңы хит-йыры.
Кеше джунглиһының уртаһында
Хас быяла ҡалпаҡ эсендә
Йәшәп ятам, рәхмәт уҡый-уҡый
Һәр яңы көн тыуған өсөн дә.
Кемдер әле мине иҫләй икән –
Тартынмағыҙ, рәхим итегеҙ!
… Эй бәхетле отпуск миҙгелдәре,
Шулай тыныс ҡына үтегеҙ!