Jump to content

Омонимдар: Ейәндәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Ейәндәр
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Омонимдар» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 1994.


Ейәндәр



Беҙ - ейәндәр, беҙ - өлгөр,
Күҙәтеп кенә өлгөр:
Фазила иҙән йыуа,
Ғәлимйән йыя йыуа,
Тимерйән билен быуа,
Быуырға китә быуа!
Дилә бешерә ҡоймаҡ,
Ғәзизә йомаҡ ҡоймаҡ,
Сәйҙә ҡулында уймаҡ -
Күлдәккә яға уймаҡ.
Илтяс, Ислам баҙ ҡаҙҙы,
Баҙға яптылар ҡаҙҙы.
Шәүрә ярата яҙҙы,
Шул хаҡта шиғыр яҙҙы.
Йоҡламай, һуңға ҡалып,
Искәндәр яһай ҡалып.
Яулыҡ бәйләгән салып,
Ултыра аяҡ салып,
Алъяпҡыс сигә салып
Өләсәй, тирәс алып,
Һәр кеме, ти, бер эштә,
Ейәндәрем - фәрештә!


2012