Jump to content

Ни эшләй? Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Ни эшләй? (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.



Ни эшләй?


Ҡотлоәхмәт киң яланда мал ҡарай,
Бетлеәбжәт ат янында ял тарай;
Староста Абсатар, сотник Вәли,
Өйҙән өйгә йүгерә-йүгерә, бал ҡарай.

Баҡсаның тар тыҡрығында кис менән
Ниндәйҙер бер "мал" ҡарай Әҡмәл ҡарый;
Нәҡ көтөү ҡайтҡан ваҡытта аҡ кәзә
Бәҙри хәҙрәт ырҙынынан тал ҡарай.

- Ниңә һин яңғыҙ ғына бында, туташ?
Һа!.. Имеш, ул һыу янында һал ҡарай!
Юлый ҡуштан ыштанын елберләтеп,
Ыҙғышырға көн дә бер янъял ҡарай.

Йәш бикәскә - Гөлъямалға аптыраш:
Аҡ, ҡыҙыл, күк, ал, һары бер шәл ҡарай.

Сыҡты көн, һүнде йондоҙҙоң нуры,
Тик сығып һыҙған ине Баттал ағай;
Инде кемгә тапшырам "Йондоҙ"ҙо тип,
Фәсле ағай сарҙағынан фал ҡарай.