Jump to content

Мөхәббәттән…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Мөхәббәттән… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.03.2014. Нәшер ителгән: 09.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Мөхәббәттән…


Ҡояш көлә
Минең өсөн,
Елдәр иҫә
Минең өсөн.

Ҡоштар һайрай
Минең өсөн,
Гөлдәр үҫә
Минең өсөн.

Донъяла мин-
Иң матуры,
Иң уңғаны,
Иң тапҡыры.

Һинең һөйөү
Мине шулай
Һинең өсөн
Иң-иң яһай.

Мин - ҡатын-ҡыҙ!
Иң-иңе мин
Һәр йәһәттән:
Һин һөйгәнгә,
Бары һинең
Мөхәббәттән.


08.03.2014