Jump to content

Мәл генә…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Мәл генә… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 20.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Мәл генә…


Шундай буран бөгөн!
                   Ҡарлы буран…
Ҡарап торһаң, хатта йән өшөй…
Ҡыш ҡарыша.
            Аҡман-тоҡман дулай,
Ҡыш таптыра үҙенең өлөшөн.

Ниндәй шыҡһыҙ, шомло бөгөнгө көн…
Эс бошорғос геүләү ҡолаҡта.
Шуны беләм: ошо һағышлы мәл
Тиҙҙән индә ҡалыр йыраҡта.

Еңелеүе ҡышҡа, беләм, ҡыйын,
Ана нисек итеп тартыша!
Ләкин ҡар аҫтынан һыуҙар аға,
Ирей бара ерҙең ҡыртышы…

Көсһөҙлөктән шулай ҡыш болара,
Үксәһенә баҫып Яҙ килә.
…Бөтәһе лә үтә был донъяла,
Яҙҙың ғүмере лә мәл генә…


20.03.2014