Jump to content

Мостай Кәримгә

From Wikisource
Мостай Кәримгә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 30.04.2000. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (137-се бит) ISBN 5-295-03798-3


МОСТАЙ КӘРИМГӘ


Мостай Кәрим
Башҡортостандың халыҡ шағиры

I

Атай һөйләй: мин бәләкәй саҡта
Мостай Кәрим килгән ауылға*,
Ауыл сәхнәһенә менгән саҡта
Галуштарын сисеп ҡалдырған.

Ярлы заман. Ауыл халҡы өсөн
Галуш та бит хатта хазина.
Кем алғандыр?
Осрашыуҙар бөткәс,
Мостай галуштары табылмай.

Батҡаҡтарҙан биҙеп, ауылдаштар
Ямғырҙа ла ҡояш көткәндер,
Шиғри яҙҙы һуҙыр өсөн генә
Галуштарҙы алып киткәндер?!

Был галуштар инде туҙғандыр ҙа,
Йөрәгемде бер уй йылыта –
Ауылымда Мостай эҙе ҡалған,
Ауылымда Мостай йыры бар!

II

Тирә-яғым болот, ямғыр яуа,
Аяҡтарға батҡаҡ урала…
Мостай шиғырҙары күңелемә
Галуштарын һалып уҙалар.

Һары иҙән – таҙа өмөттәрем
Тапланмайса балҡып ҡалалар,
Сафлыҡ, итәғәтлек шифаһынан
Ҡанһырауҙан туҡтай яралар.

Тышта ямғыр. Бында сәхрә, һиллек…
Арынаһы килмәй сихырҙан,
Күңел йырлай, иңгә ҡанат үҫә
Мөғжизәле тылсым-шиғырҙан.

Был сихырҙың сере ябай:
Шағир
Зар батҡағын тышта ҡалдырған.
Шиғыр яҙам.
Эҙе тапламаймы?
Хәүефләнеп бағам артыма.

III

Атай һөйләй, мин бәләкәй саҡта
Мостай Кәрим килгән ауылға…
Галуштар күп хәҙер, тик йыр ғына,
Тик шиғриәт кенә табылмай.

Галуш сисеүселәр әҙәйгәнгә
Күңелдәрҙең түре таплана,
Мостай Кәрим шиғриәте генә
Һаман яҡты, һаман саф ҡала.

Улым үҫә.
Быуын алышына.
Тик шиғриәт кенә үлемһеҙ!
Күп быуаттар үтер...
Таҙа түрҙән
Мостай Кәрим йыры түгелер,
Һәр бер күңел уға үрелер!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.