Jump to content

Миҙгелдәр. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource


Миҙгелдәр


Йәш ай, ҡарт ай - икеһе лә
Бер иш ураҡтар,
Йәше үҫер, ҡартын иһә
Ваҡыт тураҡлар.

Ҡарашы ла һилалдың* бит
Ҡояш сығышҡа.
Ҡарты арҡа йылытырға
Көнгә йылышҡан,
Ҡояш байыр яҡҡа ҡарап
Меҫкен моңая...

Йәше-ҡарты араһында
Бары бер ая.
Шул бер ая айҙы бора:
Ваҡыт - хакимдар.

...Ай булып ай бер үк түгел -
Ҡартлыҡ хаҡы бар.
Иҫкәртәлер ул йәшлекте
Күкрәк киргәндә:
Арҡаң айҙай көмөрәйер
Ҡартлыҡ килгәндә,
Һис үҙгәрмәм, тиһәң дә...

*Һилал - яңы тыуған ай