Бесән сабам.
Ергә ныҡлы баҫып,
Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды.
Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта
Онотамын бөтә ҡайғымды.
Мин – ҡатын-ҡыҙ.
Бәлки, килешмәйҙер,
Ирҙәр менән йәнәш ярышыу.
Тормош һынауҙарын инҡар итеп,
Буран-елдәренә ҡарышыу.
Нәзәкәтле, наҙлы ҡатын-ҡыҙға
Кемдәр генә шиғыр яҙмаған?
“Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – көсһөҙлөктә”,-
Кемдер хатта уйлап сығарған.
Көсһөҙ, нескә, яҡлау-наҙға мохтаж
Минең дә бит килә булаһым,
Мөхәббәт һәм бәхет гөлдәренә
Күбәләктәй осоп ҡунаһым.
Мин – ҡатын-ҡыҙ.
Наҙлы, хисле булыу
Ҡатын-ҡыҙға бигерәк килешә.
…Мин яратам йөктө һөйрәшергә
Ирем менән бергә, йәнәшә.
Ер ҡаҙырға, утын әҙерләргә,
Өй төҙөргә, бесән сабырға.
Иңгә-иң терәшеп йәнәш булһаң,
Донъя йөгөн еңел тартырға.
Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам,
Кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин.
Ирем менән дәрәжәм бер икән-
Хөрмәткә һәм наҙға хаҡлы мин.