Jump to content

Мин ҡартмы ни? Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Мин ҡартмы ни? (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Мин ҡартмы ни? Ашыҡмағыҙ әле!
Белмәйһегеҙ минең күңелде!
Ҡартлыҡ – бары үткән йылдар ғына!
Күңел йәше иҫәп түгелме?!

…Күңелемдә кисә бер ҡыҙыҡай
Йүгерә-һикерә йыйҙы сәскәләр,
Бөгөн – тәүгә ғашиҡ үҫмер ҡыҙҙың
Тойғолары осҡон сәсәләр…

Ә иртәгә, бәлки, тәүге тапҡыр
Бәпесемде алып ҡулыма,
Шатлығымдан ҡабат иҫерермен,
Сәскә һибелгәндәй юлыма…

Көн дә шулай матур миҙгелдәрем
Ҡабатлана серле төш кеүек,
Күңелемә һаман йә ун һигеҙ,
Йәки бары утыҙ йәш кеүек…

Ҡабатланып тора күңелемдә
Иң бәхетле матур мәлдәрем,
Шуға микән шатлыҡ менән тулы
Сәғәт-минуттарым, көндәрем…

Үткән ғүмер миңә иҫәп түгел,
Ҡабатланған шатлыҡ – ул игеҙ,
Ҡартаймайҙыр шуға минең күңел,
Һикһән берҙә булыр ун һигеҙ…