Кемдер иҫәнлек ҡушмаһа,
Йә иҫәнлек алмаһа,
Еңелерәк булып ҡала
Үҙ-үҙемде алдаһам:
“Ишетмәне, күрмәгәндер,
Өндәшерлек юҡ хәле,
Үпкәләп тормаҫмын инде –
Мин яҡшыраҡ бит әле!”
Бурысҡа алып, бирмәйсә,
Һүҙен ишетһәм аҙаҡ,
Асыуланып йөрөмәйем,
Ҡалмайым бер ҙә аҙап:
“Минән аҡса алған икән –
Мин байыраҡ, мин хәлле!
Бирмәһә – ҡабат һорамаҫ,
Мин яҡшыраҡ бит әле!”
Көнләшкәнде, үсләшкәнде
Изгелек менән еңәм.
Еңәм микән? Иллә мәгәр
Күңелем яҡты гелән!
Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙең
Ҡәҙерле һәр бер мәле,
Йәшәйем алдап үҙемде:
“Мин яҡшыраҡ бит әле!”