Jump to content

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым. Әнғәм Атнабаев

From Wikisource
Мин был ерҙе матурларға тыуҙым. (Шиғыр)
автор Әнғәм Атнабаев
Ижад итеү ваҡыты: 1961. Сығанаҡ: Атнабаев Ә.Ҡ. Көтмәгендә килде ямғыр... Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005. — 148 бит.



Мин был ерҙе матурларға тыуҙым


 Мин был ерҙе матурларға тыуҙым
 Һәм күрергә тыуҙым
 Гүзәллектең күккә үрләүен.
 Закондан тыш, тип иғлан итәм
 Йәмһеҙлектең бөтә төрҙәрен.

 Судҡа бирәм ғәҙелһеҙлек тигән
 Быуаттарҙан килгән ғәҙәтте
 Үлтерештең үҙен үлтерәм дә
 Тик ҡалдырам ерҙә һәйбәтте.

 Хөрмәтте һәм тыныслыҡты ерҙең
 Падишаһы итеп ҡалдырам,
 Илдән-илгә йөрөр визаларға
 "Дуҫлыҡ, туғанлыҡ" тип яҙҙырам.

 Ҡайғыларҙы ҡайырып ырғытам да
 Утҡа һалам уның ояһын:
 Кеше бәхет менән йоҡлаһын да
 Яңы бәхет менән уянһын.

 Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,
 Таҙартырға тыуҙым
 Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан
 Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә
 Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан!

 


1961