Jump to content

Мин булһам(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Мин булһам ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Мин булһам


 Мин өләсәй булһам әгәр,
 Әйтер инем ейәнемә:
 — Янымда бул көнө буйы,
 Йөрөмә шул мәктәбеңә.
 Әсәй булһам, әйтер инем:
 — Йоҡоң туйғас, аша, балам.
 Өҫтәлдәге ҙур вазаға
 Бер биш кило кәнфит һалам.
 Атай булһам, мин былай тип
 Әйтер инем уланыма:
 — Көндәлегең тикшермәйем,
 Бар, урамға сығып уйна.

 


1993 йыл