Jump to content

Минең әсәйем кем?(хикәйә). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Минең әсәйем кем? ( хикәйә )
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Минең әсәйем кем?


 Тауыҡ ояһында йомортҡа баҫып ултыра. Ул сип-сип тигән тауыш ишеткәндәй булды. Йомортҡаларын әйләндереп ҡараны. Береһе лә сатнамаған.
Бер йомортҡаның һалам өҫтөнә тәгәрәп төшкәнен күрмәне ҡыҙылҡай. Йомортҡа ҡабығы икегә ярылды. Уның эсенән һап- һары себеш килеп сыҡты.
— Сип-сип, ниндәй матур донъя был! — тине лә һарайҙан сығып китте. 
Себеш һап-һары күбәләк күреп ҡалды.
— Әсәйең эргәһенә бар. Юғиһә, аҙашырһың, — тине лә күбәләк осоп китте.
— Кем һуң минең әсәйем? — тип уйға ҡалды себеш.
Себеш ихатала ятҡан быҙау янына килде.
— Ҡара әле! Һин минең әсәйем түгелме ул?
— Мин үҙем дә бәпес кенә әле. Мө-ө-ө!
— Ә ниңә шул тиклем ҙурһың?
— Әсәйем дә ҙур бит минең, — тине быҙау.
Эргәләге таҡта өҫтөндә бесәй ята. Ул ҡояшта ҡыҙына.
— Һин минең әсәйем түгелме? — тип себеш бесәйҙе йоҡонан уятты. 
— Мыяу, теләһәң, һинең әсәйең дә була алам. Кил миңә яҡыныраҡ. Тотоп ҡына ҡарайым әле үҙеңде, һылыуҡай, мыяу...
— Уау-уау! — тип ояһынан атылып сыҡты эт. — Алдай ул, ышанма! Һинең әсәйең — ҡыҙыл тауыҡ. Ана, тегендә ҡупырайып торған әтәс — һинең атайың, уау!
Эттең тауышын ишетеп, әтәс тә килеп етте:
— Ки-кри-күк, кикри-күк! Был бесәйҙән зыян кү-үп!
Бесәй ҡурҡып, тупһа аҫтына инеп юғалды. Әтәс һарыҡайҙы кетәк яғына алып китте:
— Әйҙә, улым, әсәйең һине күптән көтә.
Ә унда тауыҡ, йомортҡанан сыҡҡан һап-һары себештәре менән тибенеп, ем сүпләй ине.

 


2006 йыл