Jump to content

Матур үткәндәре менән ғорурланып, яҡты киләсәккә өмөтләнеп

From Wikisource
Матур үткәндәре менән ғорурланып, яҡты киләсәккә өмөтләнеп
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2017. Нәшер ителгән: 2017. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Матур үткәндәре менән ғорурланып, яҡты киләсәккә өмөтләнеп // «Башҡортостан» гәзите, 2017, 26 май


Матур үткәндәре менән ғорурланып, яҡты киләсәккә өмөтләнеп

Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерендә урынлашҡан Яңы Ҡабан – райондың ҙур, төҙөк һәм матур ауылдарының береһе. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында ул, игенселектә һәм малсылыҡта даими алдынғылыҡты тотоп, республикала билдәлелек яулаған «Кама» колхозының төп бригадаһы булған. Шул осорҙа ныҡлап яйға һалынған тормош бында әле лә үҙ ағышы менән дауам итә. Һуңғы ике тиҫтә ярым йыл арауығындағы үҙгәрештәргә милләттәштәребеҙ үҙенсә ҡулайлашҡан, заман ауырлыҡтарына әллә ни бошонмай, аяғында ныҡ баҫып, һәүетемсә генә донъя көтә. Улар матур үткәндәре менән хаҡлы ғорурланып йәшәй, киләсәккә яҡты өмөт менән ҡарай.

Быуындар бәйләнешен ҡайғырталар

[edit]

Тыуған төйәк тарихы менән ныҡлап ҡы­ҙыҡһынған, арҙаҡлы яҡташтарының данлы эштәрен барлап, уларҙы киләсәк быуындарға ҡалдырыу өсөн янып йөрө­гәндәр һәр ауылда бар. Төрлө мәғлүмәт туплауҙы, йыйылғанды тәртипкә килтереп, ҡағыҙға төшөрөүҙе күңел ҡушыуы буйынса башҡара был һәүәҫкәр тарихсылар.

Яңы Ҡабанда ошо мөһим шөғөлдө Нәсим Шөғәйепов үҙ иткән. Уның менән аралашыу ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Бәшәров юҡҡа ғына иртән үк урындағы тарихсы менән таныштырмаған икән...

Һигеҙенсе тиҫтәһен теүәлләүгә яҡын­лаған Нәсим Ғүмәр улы үҙе лә һоҡланғыс тормош юлы үткән. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән үҫмер бик иртә йәмәғәт эштәренә ылыға: пионер йәшендә отряд советы рәйесе, аҙаҡтан мәктәп комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ВЛКСМ район комитетына эшкә саҡыралар. Бөрө педагогия институтын тамамлағас, уҡытыусы, директор урынбаҫары була, партияға инә.

Ярайһы ғына тормош тәжрибәһе туплағас, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. Унда ла үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә, шуға ла 1977 йылда «Кама» колхозының партком секретары итеп һайлана. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башынаса тарта Нәсим Шөғәйепов был еңел булмаған йөктө. Хужалыҡтың ул дәүерҙәге юғары күрһәткестәрендә, колхоз тормошоноң гөрләп тороуында уның да һиҙелерлек өлөшө бар. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы булыуы, аҙаҡтан ике тиҫтә йылға яҡын урындағы ветерандар ойошмаһын етәкләүе лә оло быуын вәкиленең бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырырға теләмәгәнен иҫбатлай. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдарын, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһын, ул заманда юғары баһаланған күкрәк билдәләрен, төрлө кимәл етәкселәре ҡул ҡуйған бихисап маҡтау ҡағыҙҙарын әле лә оло бүләк итеп һанай Нәсим Ғүмәр улы.

Яңы Ҡабан тарихына, данлыҡлы яугирҙәргә, совет йылдарында орден-миҙал алған хеҙмәт алдынғыларына, башҡа арҙаҡлы ауылдаштарына арнап төҙөгән альбомдары менән таныштырғанда яҡташтары хаҡында оло ғорурлыҡ менән бәйән итте ағайыбыҙ. Халҡыбыҙға хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ һәм инсафлыҡ кеүек сифаттар арҡаһында үҙе һәм яҡындары тураһында ғына бик һаран һөйләне. Ҡатынының колхозда ғына түгел, районда алдынғы һауынсы булыуын, һәр һыйырҙан 3000 килограмдан ашыу һөт һауып, Ауыл хужалығы министр­лығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ икән­леген, ә хаҡлы ялға сығыр алдынан республика етәксеһе ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһын алыуын бая телгә алған альбомдарҙы ҡарағанда ғына белдем. Әйткәндәй, Ансария Әхиәр ҡыҙы фермаға барғансы ике тиҫтә йылға яҡын мәктәптә пионервожатый, башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм китапханасы булып эшләгән.

Ысынлап та, һоҡланырлыҡ яҙмыш бит! Әйтелгәндәргә Шөғәйеповтарҙың бер ҡыҙ һәм ике улдарына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына сығары­уын, бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәренә шатланып ғүмер итеүҙәрен өҫтәргә генә ҡала.

Күҙ ҡарашынан аңлап торалар

[edit]

Урындағы хакимиәттә Миңлекәевтәрҙе бер тауыштан «ауылдағы иң ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе» тинеләр һәм «күптәрҙе һоҡландырып йәшәй улар» тип өҫтәнеләр. Мөғәллим Борхан улы менән Наилә Зәйнетдин ҡыҙы, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, мөхәббәттә һәм татыулыҡта ярты быуаттан ашыу ғүмер итә. Уҙған декабрҙә бер-береһенә ғашиҡ ике йөрәктең ҡушылыуына теүәл 56 йыл тулған.

Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш дәүеренә тура килеп, күп ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан сабаталы быуын вәкилдәре улар. XX быуаттың бер ҙә еңел булмаған 50-се йылдарында, тештәрен ҡыҫып ете класты тамамлағас та, үҫмерлек осоро менән хушлашҡандар. Бәхеттәрен ауылда тапҡан йәштәр, еңел тормош эҙләп ситкә юлланмай, колхозда ҡалған. Икеһенә бергә 90 йылдан артыҡ хеҙмәт стажы туплаған Миңлекәевтәр хаҡында тулы мәғәнәлә «улар – донъя тотҡаһы» тип әйтергә була.

Дөйөм хужалыҡтағы эшен үгеҙ егеп, ер һөрөү-тырматыуҙан башлаған Мөғәл­лим ағай артабан комбайнға ултыра. Тырышлығы һәм ҡушылғанды намыҫ менән үтәүе, яуаплылыҡтан ҡурҡмауы, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алыуы, күптәр менән тиҙ генә уртаҡ тел табыу маһирлығы уны етәкселеккә үрләтә: үтә лә мәшәҡәтле бригадир дилбегәһен тотторалар үҙенә. Был вазифаны ул уңышлы башҡара. Артабан районда иң эреләрҙән һаналған Иҫке Ҡабан һөтсөлөк фермаһында оҙаҡ ҡына ваҡыт мөдир «ҡамытын» тарта. Социалистик ярышта еңеп сығып, РСФСР Министрҙар Советының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған малсылар коллективының 70-се йылдарҙағы ҡаҙаныштарында уның өлөшө, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ.

Наилә апай ҙа ғүмерен колхоздың малсылыҡ тармағына арнаған, гел алдынғылар рәтендә булған. Ә ферма хеҙмәтенең ауырлығын унда бил бөккәндәр үҙҙәре белә...

– Тырышып ҡына түгел, йырлай-йырлай эшләнек, татыу йәшәнек, – тип ул йылдарҙы оло ғорурлыҡ һәм шул дәүер вәкилдәренә хас булған һағыш менән хәтерләп алды Наилә Зәйнетдин ҡыҙы.

Ферма мөдире йөгөн тартҡан иренең бер ваҡыт шулай киске аш ваҡытында быҙау ҡарарға кеше юҡлығына ныҡ бошоноп һәм зарланып ултырыуынан һуң һис ниндәй икеләнеүһеҙ ошо кәрәкле эшкә егелеүен, хаҡлы ялға сыҡҡансы йәш мал үҫтереүен дә иҫкә төшөрҙө хеҙмәт ветераны. Эш ҡайҙа ла эш инде ул, әммә Наилә апайҙың хәләлен бер хәстәрҙән булһа ла арындырайым тип ошондай аҙым яһауы ғына ла оло маҡтауға лайыҡ бит! Быға уның өс малайға ғүмер биреүен, уларҙы тейешенсә бағып, үҙҙәре өлгөһөндә намыҫлы һәм тырыш итеп үҫтереүҙә, оло тормош юлына сығарыуҙа төп мәшәҡәттәрҙе үҙ иңенә алыуын, көндө төнгә ялғап ферма юлында йөрөгән ирен даими хәстәрләүен, 70 – 80-се йылдарҙа рәттән дүрт саҡырылыш ауыл Советы депутаты булып һайланыуын да өҫтәһәң, «эйе, бар бит беҙҙә шәп апайҙар!» тип һоҡланырға ғына ҡала.

Ете ейән-ейәнсәренә һәм бүлә-бүләсәренә шатланып, тормоштан ҡәнәғәт булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә Миңлекәевтәр уңған хужабикәнең хәстәре менән гөл-сәскәгә күмелгән йорттарында. Пенсия биргәне өсөн улар дәүләткә бер тауыштан рәхмәт әйтә, йәштәрҙең имен һәм мул тормошта йәшәүен теләй.

Силәгенә күрә – ҡапҡасы

[edit]

Нисек кенә әйтһәң дә, совет заманында халыҡты хеҙмәткә дәртләндереү тейешле кимәлдә ине. Байтаҡ ҡына ауылдарҙа урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙарҙың, кластары менән булмаһа ла, күпләп малсылыҡҡа эшкә барыуы, унда комсомол-йәштәр бригадалары ойоштороп, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе, күптән тарихта ҡалһа ла, урта һәм өлкән быуын вәкилдәренең күңелендә матур иҫтәлек булып һаҡлана. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Флорида Ғилмеғаян ҡыҙы үҙ ваҡытында нәҡ ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған.

Өс һеңлеһенә һәм бер ҡустыһына өлгө күрһәтеп буй еткергән Флорида 1969 йылда урта мәктәпте тамамлай ҙа, инде бөтә тиҫтерҙәренә үрнәк булып, колхоз һыйырҙарын һауа башлай. Әхирәттәре менән бергә комсомол-йәштәр бригада­һында тырышып эшләй, тәжрибәле апайҙары менән ярышҡа сығырға ла ҡурҡып тормай. Оҫта һауынсы Сания Заһитованың күрһәткестәре бигерәк тә сәмләндерә ҡыҙҙы. Йәшлек, әлбиттә, үҙенекен итә: ике йыл эсендә һәр һыйырҙан һауылған һөт күләме буйынса ике тиҫтәнән ашыу һауынсы араһынан Флорида хужалыҡ буйынса тәүге урынға сыға. Коммунистар партияһы сафына алыныу, колхоздың партком ағзаһы, һуңыраҡ ауыл һәм район Советтарына депутат итеп һайланыу, өлкә партия конференцияһында ҡатнашыу – алдынғы һауынсыға бер яҡтан яңынан-яңы дәрт бирһә, икенсе яҡтан яуаплылыҡ та өҫтәй. Шуғалыр ҙа хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡушылған эшен намыҫ менән башҡара, өлгәшелгәндәре менән телдән төшмәй, үрҙә әйтелгән ордены, үҙен республикаға танытҡан маҡтаулы исеме, күп төрлө бүтән бүләктәре – быға асыҡ миҫал.

Халҡыбыҙҙың «силәгенә күрә – ҡапҡасы» тигән тапҡыр һүҙҙәре нәҡ Миңлеғоловтар хаҡындалыр ул. Флорида апайҙың йәмәғәте Мәрҙәм ағай ҙа биш балалы ғаиләлә үҫкән. Ағаларына эйәреп, техникаға тартылған егет Нефтекамалағы училищела киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Артабан колхоздарында булған һәм яңы ҡайтҡан бөтә төр сылбырлы һәм тәгәрмәсле тракторҙа яҙҙан көҙгәсә ялан-ҡырҙарҙа, ҡыштарын малсылыҡ хәстәрҙәрендә һәм башҡа хужалыҡ мәшәҡәттәрендә, көндө-төнгә ялғап, дүрт тиҫтә йыл хеҙмәт стажы туп­лай.

Хаҡлы ялға сыҡһа ла, бөгөн дә эшен ташламаған ир-уҙаман. Ул ғына түгел: ике ветерандың шәхси хужалығына хатта ҡайһы бер йәштәр көнләшерлек. Миңлеғоловтар оло быуын вәкилдәренә хас ихласлыҡ менән мал тота, ҡош-ҡорт ҡарай. Ике һыйыр һауып, һөт-ҡаймаҡ, ит һәм башҡа төр ризығын, бәрәңгене, бүтән йәшелсә, еләк-емеште үҙҙәренән тыш ҡыҙ-улдары өҫтәленә лә әҙерләй. Ете ейән һәм өс ейәнсәре уларға сикһеҙ ҡыуаныс һәм шатлыҡ өҫтәй.

Күңел йылыһы

[edit]

Урта һәм йәш быуын вәкилдәре араһында ла яҡшы эштәре менән ауылдаштары ихтирамын яулағандар байтаҡ. Гөлнур менән Азат Ҡәйүмовтар – нәҡ шундайҙар. Йәшлектәре, оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙары ике быуат алмашынған үҙенсәлекле осорға тура килгән был пар тиҫтә ярым йыл татыулыҡта һәм мөхәббәттә ғүмер итә. Тиҫтерҙәренән тәү сиратта изге йәнле булыуҙары менән айырылып, улар үҙҙәренең өс балаһы менән бергә ағайҙарының ул һәм ҡыҙын да күңел биреп тәрбиәләй.

Ғаилә башлығы IX класты тамам­лағандан һуң рәссам-биҙәүсе, һуңынан хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса шофер һөнәрҙәрен үҙләштергән. Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда, бер ни тиклем ваҡыт мебель етештереү предприятиеһында эшләп ала, өс йыл Себер тарафтарында хеҙмәт һала һәм тыуған ауылында төпләнә. Бишенсе йыл инде ошо тарафтарҙа нефть һәм газ сығарған йәмғиәттә тракторсы ул.

Гөлнур Глүс ҡыҙы Яңы Ҡабанда урынлашҡан социаль приютта тәрбиәсе булып эшләй, Нефтекама педагогия колледжында һөнәре буйынса тейешле әҙерлек алған. Ауыр яҙмышҡа юлыҡҡан, төрлө сәбәптән ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләй, был махсус учреждениеның башҡа хеҙмәткәрҙәре менән бергә уларға тейешле кимәлдә йәшәү һәм уҡыу шарттары булдырырға тырыша. Быны йөрәк ҡушыуы менән башҡарған йәш ҡатындың өйҙәге балалары өсөн дә күңел йылыһы етерлек. Ире Азат – тырыш хужабикәгә бар йәһәттән дә ныҡлы терәк, тулы мәғәнәлә дуҫ һәм иптәш, лайыҡлы тормош юлдашы, ҡыҙҙары һәм улдары өсөн хәстәрлекле атай ҙа.

Ҡәйүмовтар үҙ көстәре менән һалған, хужаның оҫта ҡулдары менән биҙәп-йыһазландырылған, уңайлыҡтары ҡаланыҡынан бер ҙә кәм булмаған күркәм йортта шатланып ғүмер итә. Ауылдағы ғәҙәт буйынса, улар мал тота, ҡош-ҡорт, йорт ҡуяндары ҡарай. Теплицала, майҙаны ике тиҫтә сутыйҙан артығыраҡ булған баҡсала бәрәңге, башҡа төр йәшелсә үҫтерәләр. Мал аҙығы әҙерләүҙә, башҡа хужалыҡ эштәрендә бөтә тейешле тағылма ҡорамалдары булған «Т-40» тракторы ҙур ярҙамсы. «Ларгус» машинаһына тейәлеп, емеш-еләккә, бәшмәк йыйырға ла сығып әйләнәләр, кәрәк булғанда, яҡындағы ҡалаларҙы ла «һә» тигәнсә урап ҡайталар, кино һәм башҡа тамашаларға, концерттарға ла ваҡыт табырға тырышалар. Әлбиттә, Азат менән Гөлнурҙың бөтә был хәстәр-мәшәҡәттәре иң тәүҙә балалары мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Күп мәсьәләләрҙе үҙ көстәре менән хәл итәләр, дәүләт ярҙамына ла рәхмәт әйтәләр.

Балаларға килгәндә, улар ата-әсәләренә ныҡлы ярҙамсы булып үҫә. Алтынсы класта уҡыған Ришат һәм бишенселәге Гүзәл, бәләкәйерәк Азамат менән Эльвинаға һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булып, кәрәк саҡта, бар яҡлап ярҙам итергә әҙер тора. Лиана иһә – һеңлеләре һәм ҡусты­лары өсөн өлгөлө апай ҙа, төрлө уңыш­тарға өлгәшкән алдынғы ла. Ул инде бер нисә йыл рәттән мәктәптә үткәрелгән бөтә олимпиадаларҙа ҡатнаша, рус әҙәбиәте, биология буйынса беренсе урындарҙы яулаһа, башҡа фәндәрҙән дә уңыштары һиҙелерлек. Яҡшы уҡыуы менән бергә йыр һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөргә, ҡул эштәре менән даими шөғөлләнергә лә өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, ата-әсәһенән үрнәк алған ҡыҙ – үҙҙәренән бәләкәйҙәр өсөн матур маяҡ.

Заман еле тормошто үҙгәртә

[edit]

Һуңғы сирек быуаттың заманса елдәре Яңы Ҡабанды ла урап үтмәгән. Күп ауылдарҙағы кеүек шәхси эшҡыуарҙар һәм фермерҙар бында ла үҙҙәрен йылдан-йыл нығыраҡ күрһәтә. Мәшәҡәтле булған шөғөлгә ныҡлап тотонғандар араһынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ирек Сәлимйәновты ысын мәғәнәһендә «ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған һөнәргә төптән егелеүсе» тип атарға була. Ғүмер йылдарының алтынсы тиҫтәһен ваҡлаған ир-уҙаман был йәһәттән үҙенсәлекле юл үткән, хәҙер инде ярайһы тәжрибә лә туплаған.

Ирек Хатип улы, урта бе­лем алып, шоферлыҡҡа уҡып сыҡҡас, ул осорҙа атом электр станцияһы төҙөлөшө йәйел­дерелгән Ағиҙелдәге автотранспорт предприятиеһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған һәм ситтән тороп техникумда механик һөнәрен дә үҙләштергән. Уҙған быуат аҙағында донъялар үҙгәреп киткәс, тырыш егет эшҡыуарлыҡ һуҡмағына баҫҡан, шәхси машинаһында башлыса ауыл хужалығы йөктәре ташыуға тотонған. Башҡарған эш өсөн колхоздарҙың күп осраҡта аҡсалата түгел, ә йәш мал менән иҫәпләшеүе уны яңы аҙымға этәргән. Төрлө яҡлап уйлағандан һәм хәләл ефете Рәмзиә менән ныҡлап кәңәш ҡорғандан һуң, 2011 йылда яңы эш башлап ебәр­гәндәр – мал һимертеп, ит етештереүгә тотон­ғандар. Бөгөн, малсылыҡ йүнәле­шендәге эшмәкәрлектәре бар йәһәттән дә яйға һалынғас, тәүге осорҙағы ҡыйын­лыҡтарҙы Сәлимйәновтар көлөмһөрәп иҫкә төшөрә. Ә ул саҡта крәҫтиән (фермер) хужалығын рәсми теркәү, дәүләт тәҡдим иткән аҡсалата ярҙамды алыу өсөн бизнес-план әҙерләү ҡатмарлы һымаҡ тойола уларға. Бухгалтерҙар мәктәбен тамамлаған хужабикә тейешле финанс ҡағыҙҙарын әллә ни ауырлыҡтар күрмәй генә атҡарып сығып, субсидия алғас, үҙҙәренә ҡанат үҫкәндәй була. Артабан мал аҙығы әҙерләү өсөн “МТЗ-82” тракторын, төрлө техник ҡорамалдар ҡайтарталар, һимертергә ҡуйырға белгестәр тәҡдим иткән тоҡомло йәш мал алалар – һөҙөмтәлә бар мәшәҡәттәре ныҡлап алға китә. Бесән әҙерләүҙе лә табышлы итә фермерҙар. Элегерәк колхоздар иген иккән күп баҫыуҙарҙың сабынлыҡҡа әйләнеүе мал аҙығын мул итеп хәстәрләргә мөмкинлек бирә, шуға ла үҙ малдарынан ҡалғанын күтәрерлек хаҡҡа ауылдаштарына ла тәҡдим итәләр.

Ауыл уңғандары күңел биреп етеш­тергән төп продукция – һыйыр итенә килгәндә инде, уны бик маҡтап алғандар миҙгел һайын күбәйә бара. Сәлимйәновтар үҙҙәре өсөн һауын һыйыры, ҡош-ҡорт та тота. Баҙар шарттарына тулыһынса яраҡлашҡас, төрлө һөт ризыҡтарын да һатыуға сығаралар. Дөйөм алғанда, заман талаптарына ҡулайлашып, көндәлек хеҙмәттән тәм һәм йәм табып, тапҡан­дарына шатланып һәм риза булып, тормоштарынан ҡәнәғәтлек алып йәшәй ауыл фермерҙары.

...Үҙенән кесе күрше ҡыҙы Рәмзиәгә беренсе тапҡыр ҡасан иғтибар иткәндер Ирек, әммә бөгөн улар бер-береһенән башҡа күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Сәлимйәновтарҙың мөхәббәт емештәре – улдары Эльвир нефть колледжын тамамлаған, күптән ата-әсәһенең бар эшендә лә төп ярҙамсы, ҡыҙҙары Регина IX синыфта уҡый.

Һандар һәм дәлилдәр

[edit]

Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабында яҙғанса, Яңы Ҡабан 1839 йылдан билдәле. Быға тиклем Ҡабан ауылында йәшәгән 28 башҡорт Ырымбур губернаторы рөхсәте менән Таубаҡты йылғаһы буйындағы аҫаба ерендә яңы ауылға нигеҙ һала. 1859 йылда Яңы Ҡабандың 74 йортонда 590 милләттәшебеҙ көн күргән. Артабан халыҡ һаны арта барған: 1905 йылда 229 хужалыҡта 1173 кеше теркәлгән. 1920 йылғы иҫәп алыу ваҡытына йорттар 304-кә, халыҡ һаны 1411-гә еткән. ХХ быуат башында дүрт ел тирмәне, өс бакалея һәм ике мануфактура кибете эшләгән, мәсет булған.

1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 1136 башҡорт йәшәй тип күрһәтелә. Артабанғы осорҙа халыҡ һаны уртаса шул самала һаҡланып килә. Уның төп өлөшөн «Кама» колхозының игенсе һәм малсылары, 50-се йылдар аҙағында был тарафтарҙа нефть һәм газ сығарыуға тотонған ике ҡеүәтле идаралыҡта эшләгәндәр тәшкил иткән. Был дәүерҙә райондағы өс урта мәктәптең, ике участка дауаханаһының, өс почта бүлексәһенең береһе Яңы Ҡабанда булған.

Быуаттар алмашынған осорҙа билдәле сәбәптәр арҡаһында кемдәрҙер яҡындағы ҡалаларға, бәғзеләре алыҫтағы сит тарафтарға юлланған. Ауыл Советы үҙәге булған Яңы Ҡабандың 526 йортонда бөгөн 940 кеше йәшәй, шуларҙың 381-е хеҙмәт йәшендә, 200-ҙән артығы – хаҡлы ялдағылар, 135-е – мәктәп уҡыусылары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан дүрт ветеран, 25 тыл хеҙмәткәре бар. Халыҡ 417 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 213 һауын һыйыр аҫрай, 41 баш йылҡы, 330-ҙан күберәк һарыҡ-кәзә, 80-гә яҡын йорт ҡуяны ҡарай. Ҡош-ҡорт һаны 1150-гә етһә, умарталар 200-ҙән артыҡ.

Яңы Ҡабанда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, социаль приют, мәҙәниәт һарайы, китапхана эшләй, бер нисә кибет, табип кабинеты бар. «Кама» агрофирмаһы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар йылдан-йыл хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттыра. Ауылдың үҙешмәкәр артистары райондан ситтә лә билдәле.


Ансар НУРЕТДИНОВ.


Краснокама районы.



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.