Jump to content

Матур шиғыр. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Матур шиғыр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 22.11.2013.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Һиңә арнап шиғыр яҙғым килде.
Матур шиғыр.
                           “Ах!”-тип әйтерлек.
Кешеләрҙең күңелдәре балҡып,
Шатлыҡтары артып китерлек.

Болот йыртып ҡояш сығарырлыҡ,
Туҡтатырлыҡ ҡойма ямғырҙы,
Елдең йүнәлешен үҙгәртерлек-
Яҙғым килде шундай шиғырҙы!

Таңдарымды һин ҡояшлы иттең,
Һин йондоҙло иттең кистәрҙе.
Ниндәй сихри һүҙгә һалмаҡ кәрәк
Урғып торған ҡайнар хистәрҙе?

Матур шиғыр һиңә яҙғым килде,
Бүләк иткем килде матур йыр.
Ә һин һүҙһеҙ генә бүләк иттең:
Бар ғүмерем- матур бер шиғыр.