Jump to content

Мандолинам

From Wikisource
Мандолинам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1982. Өфө. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (89-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Мандолинам


Һандуғастар моңо ишетелмәй,
Сиңерткәләр күптән йоҡола.
Таш ҡаланың йәнһеҙ бүлмәһендә
Бер яңғыҙым уҡып ултырам.
Ем-ем күҙен ҡыҫа күрше йорттар,
Минең генә унда эшем юҡ.
Бер ултырып тороп илар инем –
Янда йыуатырлыҡ кешем юҡ.
Килсе, мандолинам, бәлки һинән
Табырмын мин серле моңдарҙы?
Бармаҡтарым инде йүгерәләр
Һанай-һанай тимер ҡылдарҙы...

Туҡта! Ана йырсы Кеүәшлемдең
Тулҡындары ярға ҡағыла,
Таң елдәре һуҙған моңло көйгә
Ҡайын япраҡтары бәүелә…
Һығыла-бөгөлә Һаҡмар һыуҙарында
Битен йыуа талдар, ҡамыштар.
Һандуғасҡа ҡушылып моң түгергә
Сиңерткәләр сыҡты ҡыуыштан…

…Таш түгел дә инде гүзәл Өфөм,
Күпме йондоҙ төшкән үҙенә!
Хатта ошо һоро бүлмәм дә бит
Тыуған төйәгемдәй күренә…
Ниндәй шатлыҡ! Тыуған ерем моңо
Баҫып алды бөтә донъяны!
Ә ҡулдарым,
                моң ҡылдарын сиртеп,
Һаман мандолина уйнаны…



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.