Jump to content

Кәзә малайы Текетек мажаралары. Һабаҡтар. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Кәзә малайы Текетек мажаралары. Һабаҡтар
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 1982-2010. Сығанаҡ: Текетек:шиғри әкиәт.- Өфө: Китап, 1994,-16 б.


Текетек биргән һабаҡтар



Кәзә малайы Текетек Бүре өңөнә барып юлыға.
Бәләкәс тәкәнең балалар баҡсаһына йөрөгәнен белгәс,
Бүре уға белгәндәрен балаларына өйрәтергә ҡуша.

Бына Текетек биргән һабаҡтар.

(Математика, рәсем, йыр, телмәр, тәбиғәтте өйрәнеү)

Таҫма
Һинең таҫмаң киң икән,
Усым менән тиң икән,
Минең таҫмам тар икән,
Бармаҡ киңлек бар икән.


Өс ҡыҙ
Мин бәләкәй, бәләкәй,
Һеңлем минән бәләкәй,
Ә апайым олораҡ,
Ике йәшкә ҙурыраҡ.


Кәштә
Их, анау бейек кәштәгә
Буйың етһә ине ул -
Шунда менеп йәшеренгән
Тәмлекәйҙәр бик тә мул.
Тәпәшәк, тигән буласы
Атай-әсәй кәштәне,
Ултырғыс та ҡуйып мендем -
Бер ҙә буйым етмәне.
 

Бәрәс
Бер, бер, бер-бер-бер,
Бәрәс йүгереп килер,
Бер, бер, бер-бер-бер,
Йәнә береһе килер.
Меке-ке, меке-ке,
Бәрәстәр булыр ике.
 

Өстаған
Икегә бер - өс була,
Еңеп булмаҫ көс була,
Өстаған шуға таймай,
Ҡымшанмай тора, аумай.
 

Кирегә һанау
Аттың аяғы - дүртәү,
Өстағандыҡы - өсәү,
Тауыҡ тәпәйе - икәү,
Ә бағана - диуана -
Берәүһенә ҡыуана.
 

Ҡырғаяҡ
Ҡырғаяҡ - ҡырғаяҡ,
Утыҙ аяҡ, ун аяҡ,
Егермеһе - һул аяҡ,
Егермеһе - уң аяҡ.
 
Компас
Таң ҡыйылған яҡ - көнсығыш,
Ҡараһаң шунда,
Һул яғыңда - төньяҡ булыр,
Ә көньяҡ - уңда.
Ҡояш батҡан яҡ - көнбайыш
Елкәңә ҡарай.
Һине хәҙер компас тиеп
Әйтһәң дә ярай.
 

Минуслап тора
Барометр кеүек ҡустым,
Иртән тыңлай радио:
- Йылыраҡ кейен мәктәпкә,
Һыуытып тора, - ти ул.
Ә яңыраҡ белеп ҡалды
Плюс менән минусты:
- Минуслап тора, йылыраҡ
Кейен, - ти хәҙер ҡустым.
 

Түңәрәк
Түңәрәк таба эсендә -
Түңәрәк ҡоймаҡ,
Түңәрәк өҫтәл өҫтөндә -
Түңәрәк йомғаҡ.
Түңәрәктә туп-туп итә
Түп-түңәрәк туп,
Түп-түңәрәк күк йөҙөндә
Түп-түңәрәк ут.
Ҡояш тиҙәр утлы тупты,
Ул бик тә кәрәк,
Ҡоймаҡ, йомғаҡ, туп, ҡояш бар -
Донъям түңәрәк.

 
Тау
Үәт ҡыҙыҡ,
Ҡыҙып-ҡыҙып
Ҡыҙҙар бәхәсләшә:
-Бынау тау дәү, - ти Әминә,
-Тау ҙур, - Ғәйшә.
-Тау бейек, - Гөлнәзирә,
-Оло, - ти Бәҙәр.
Шаулаштылар сыр-сыу килеп
Эңергә ҡәҙәр.
Еңешмәгеҙ инде ҡыҙҙар,
Һеҙ хаҡлы бик тә,
Мөһабәт тау - оло ла ул,
Ҙур, дәү, бейек тә.
 


Аҡ - ҡара
Ауылыбыҙҙа ике тау бар-
Аҡтау, Ҡаратау.
Бик тә ғәҙел был тауҙарҙы
Шулай тип атау.
Аҡтау буйы -
тал, баланлы,
Ҡайын, муйылдар,
Итәктәре шау сәскәле,
Еләк- муйындан.
Ҡаратауҙа -
ҡарағайлыҡ,
Ҡуйы шыршылыҡ,
Көртмәле лә баҫып алған
Мүкле ышығын.
Тағы бер сер атамала
Йәшенеп ята:
Ҡаратау ул -
төн яғында,
Аҡтау -
көнъяҡта.
 

Бапаҡ
Бапаҡ һүрәте
Бөгөн яһаным:
Күҙҙәре - өсәү,
Дүртәү - танауы,
Бишәү - ҡулдары,
Алтау - аяғы,
Йәшелле-күкле
Йөҙө-яңағы.
Ете ҡолаҡлы
Икән был «кеше»,
Һигеҙ ауыҙға
Туғыҙар - теше.
Тик мин уларын
Торманым эшләп -
Яңғыҙым саҡта
Йә алыр тешләп!
 

Ҡәләмдәр
Һүрәт төшөрәм,
Ҡәләмдәрем күп:
Ал, ҡыҙыл, йәшел,
Һары, зәңгәр, күк.
Сәскә яһарға
Яратҡанғамы,
Үтә тиҙ бөтә
Йәшел һәм алым,
Ҡып-ҡыҫҡа ҡалған
Ҡыҙыл ҡәләмем.
Тик ҡараһына
Бер ҙә теймәнем.
Оп-оҙон булып
Ята бер үҙе.
Апайға бирәм -
Буяһын күҙен.
 

Алма
Алма, алма,
Алма алам,
Апайыма
Алма һалам:
- Аша-аша,
Йәсе,- тием,
Апай алмай:
-Әсе, - тиеп.
 

Урман моңдары
Скрипка һыҙҙыра сиңерткә,
Барабан ҡаға ҡуян,
Һандуғастар ҡурай тарта -
Бар урман моңға тулған.
Ҡумыҙ сиртә май ҡуңыҙы,
Аттар думбыра ҡаға,
Һыбыҙғыһын көйләй йомран,
Шишмә сылтырап аға.
Даң-ң-ң,
Доң-ң-ң,
Даң-ң-ң,
Доң-ң-ң,
Моғайын, айыу,
Хәйерле булыр
Тиҙерәк тайыу!


Текетек үҙе яратҡан үләндәрҙе күрһәтте

Йыуа
Йыуан-йыуан йыуалар
Таңдан битен йыуалар,
Туҙан ҡунмаһын тиеп
Итәктәрен ыуалар.
Йыуынып та бөттөләр,
Йыйылды бала-саға,
Йыуан-йыуан йыуаны
Йыйҙылар йыуасаға.
 

Һарына
Һары-һары, һарына,
Беҙ ҡәнәғәт барына,
Йыябыҙ сәскә итеп,
Ашайбыҙ утта өтөп.
 

Ҡаҡы
Табып бир, тип, ҡаҡыны
Ҡустым көн-төн талҡыны.
Уның ниһен эҙләйһең,
Аяҡ аҫтын күҙләйһең -
Үҫә бит ул һәр ҡайҙа
Бик матур айҙа - майҙа,
Ҡаҡыға тулған майҙан,
Уны ашаһаң - файҙа!
 

Кәзә һаҡалы
Һары суҡлы алҡалы
Ҡупшы кәзә һаҡалы,
Сәскә төбө - тәмле һөт,
Тамсы-тамсы ауыҙ ит.
 

Ҡымыҙлыҡ
Әскелт тәмле ҡымыҙлыҡ
Ҡымыҙыңа торолоҡ,
Ҡандыра һыуһыныңды,
Ҡупшылай буй-һыныңды.
Ябай бер үлән, тимә,
Үҫә ул беҙҙә генә.
 
Йорт хайуандары тураһында

Мал һарайы
Бәрәс-малай
рәсем эшләп,
Мал һарайын да күрһәтте:
Ат, һыйырҙы,
Тауыҡтарҙы,
Кәзә, күркә,
Һарыҡтарҙы,
Эт, бесәйҙе,
Ҡаҙ, өйрәкте -
Йорт хайуаны тип өйрәтте.
 

Ҡаҙ
Ҡаҙ, ҡаҙ, ҡа-ҡа-ҡа,
Ҡарама минең яҡҡа,
Һуҙмасы муйыныңды,
Боҙмасы уйынымды.
 

Быҙау
Быҙауҡайым, зәп-зәп-зәү,
Үҫеп китерһең дәү-дәү,
Үҫеп етеп, һыйыр булғас
Саҡырырмын: һәү-һәү-һәү.
 

Тауыҡ апай
Эй ҡупшыҡай тауыҡ апай,
Күлдәге сыбар ғына,
Ҡыт-ҡыт-ҡыт, тип килеп етә
Емеңде сығар ғына.
Тауыҡ апай,
тип-тип-тип,
Себештәре
сип-сип-сип,
Тибенәләр,
һөйөнәләр,
Сүпләргә ем
күп-күп, тип.
 


 


1982-2010