Jump to content

Кәзә бәрәстәре һәм бүре(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Кәзә бүрестәре һәм бүре (әкиәт)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Кәзә бәрәстәре һәм бүре


 Бер кәзә йәшәгән. Уның ете бәрәсе булған. Ул урманда өй һалып, шунда бәрәстәре менән йәшәгән. Кәзә көн һайын урманға аҙыҡ эҙләргә китә икән. Үҙе киткәндә, ул бәрәстәренә ишекте ныҡ бикләп ултырырға ҡушҡан.
Кәзә, урмандан ҡайтҡас, мөгөҙҙәре менән ишекте шаҡылдатып, йырлаған:
—Бәрәстәрем, балаҡайҙарым!
 Асығыҙ ишекте, асығыҙ!
 Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты —
 Һеҙгә һөт алып ҡайтты!
Кәзә бәрәстәре, әсәләренең тауышын ишетеү менән, ишекте асалар. Әсәһе уларҙы ашата ла тағы урманға китә. Ә кәзә бәрәстәре, ишекте бикләп, әсәләрен көтәләр.
Бер көн бүре кәзәнең йырлағанын ишеткән. Кәзә урманға киткәс, ул өй янына килеп, ҡалын тауыш менән олоған:
—Һөйөклө балаҡайҙар,
 Һеҙ кәзә бәрәстәре!
 Асығыҙсы ишекте!
 Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты —
 Һеҙгә һөт алып ҡайтты!
— Ишетәбеҙ, ишетәбеҙ. Был әсәйҙең тауышы түгел, беҙҙең әсәй нәҙек тауыш менән йырлай, — тип
яуап биргәндәр кәзә бәрәстәре. Бүрегә ишек асмағандар. Бүре ишек төбөндә баҫып торған-торған да ҡайтып киткән. Оҙаҡ та үтмәгән, кәзә үҙе ҡайтып, шаҡылдата башлаған:
 
— Бәрәстәрем,балаҡайҙарым!
  Асығыҙ ишекте,асығыҙ!
  Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты —
  Һеҙгә һөт алып ҡайтты!
Бәрәстәр ишекте асып, әсәләрен индергәндәр ҙә үҙҙәренең эргәһенә бүре килгәнде һөйләгәндәр.


1988 йыл