Jump to content

Күңел ҡары. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource


Күңел ҡары



Иретә бар күңел ҡарын,
Йыйма оло тау итеп,
Бер көлөр ҙә оноторҙо
Сыҡма оло дау итеп.

Йыйып торһаң, боҙ тауҙарың
Ҡафтауҙай булмаҫ тимә,
Һөйөнөргә ек ҡалдырмай
Рухыңа тулмаҫ тимә.

Боҙ аҫтына үтмәй йылы,
Кем ғәйепле, өшөһәң,
Һалҡынлығың ҡыуып торор,
Йыраҡлашыр кешеләр.

Үҙ-үҙеңә тоҙаҡ ҡорма,
Ысҡындырмаҫ боҙ-төрмә -
Иретә бар күңел ҡарын,
Боҙ тауҙарын үҫтермә!