Jump to content

Күңелең һарайы

From Wikisource
Күңелең һарайы (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (78-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Күңелең һарайы


Һүҙҙәреңдән һин үҙеңә
Мәрмәр һарай төҙөгәйнең,
Үҙ-үҙеңә тәхет ҡороп,
Батша булып күренгәйнең.
Килгән – киткән һорашманы
Был батшаның ялғанлығын.
Алтын, тигәс, алтын инде,
Белмә ҡайҙан яуғанлығын.
Күңелеңдең буш һарайын
Хуш күрмәне аҫыл йәндәр,
Үҙеңә тиң бахырҙар тик
Уға сират теҙелгәндәр.
Теҙелгәндәр биреү түгел,
Ә хәйерлек һорау өсөн,
Былай ҙа буш күңелеңә,
Бушлыҡ өҫтәп китер өсөн.
Алтын һарай – белмәгәнгә.
Минең өсөн ул – быяла.
Ҡыҫыр бәхет йомортҡаһы
Сереп бара ул ояла.
Тере мәйет – күңелкәйең,
Киләсәгең – буш оя,
Уф, оят!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.