Jump to content

Компас. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Компас



Таң ҡыйылған яҡ - көнсығыш,
Ҡараһаң шунда,
Һул яғыңда - төньяҡ булыр,
Ә көньяҡ - уңда.
Ҡояш батҡан яҡ - көнбайыш
Елкәңә ҡарай.
Һине хәҙер компас тиеп
Әйтһәң дә ярай.


2012