Самурайҙар сафын емереп,
Атакага илтте өс тапҡыр.
Йәшен көсө ине тауышы:
-Штык, гранат менән әйҙә ҡыр!
Шаҡшы бандиттарға күрмәҫкә,
Иркенлеген совет иленең.
Еңүеле атакаға барҙың,
Байраҡ итеп даһи мсемен.
Ҡыҙылланып таң күтәрелде,
Күл өҫтөндә йөҙҙө томандар.
Вой эсендә ныҡ яраланды,
Йәрәк кеүек һөйгән комиссар.
Һулышын ҡыҫып, ҡайнар ҡаны,
Һарҡып тама үлән өҫтөнә,
Ә ул еңеп яра һыҙлауын
Илтте һаман дошман өҫтөнә.
Шул саҡ ҡапыл төҫө үҙгәрҙе,
Саҡ һелкенеп ҡуйҙы ирене,
Һәм шунда китте аранан,
Тибеүенән тынды йөрәге.
Үс һәм асыу менән дошманды,
Ярһып ҡырҙыҡ, киҫтек, тураныҡ,
Көрәштәрҙең еңеү байрағын,
Сопка түбәһенә ҡаҙаныҡ!
Елдәр елберләтә байраҡты,
Елдәр илтә алыҫ илдәргә.
Мәңге шиңмәҫ Хасан даны,
Һәйкәл булыр батыр ирҙәргә.
1939 йыл, Өфө.