Jump to content

Кис етә

From Wikisource
Кис етә (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 19.09.1982. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (28-се бит) ISBN 5-295-03798-3


КИС ЕТӘ


Кис етә…
      Кисерсе,
Өмөтөм һүнмәгән,
Килер, тип, тилмереп,
Мин көтәм.
        Түҙмәгән.
Кис етә…
      Нисектер
Күңелем шомлана –
Килмәһәң нишләргә?
Түҙемем юғала.
Кис етте.
      Һин килдең!
Йөрәктән йыр аға…
Ай йөҙә яй ғына
Йондоҙло йылғала.
Кис етте.
      Кис үтте.
Инде таң атасаҡ.
Йондоҙҙар тын ғына
Йоҡларға ятасаҡ.
Кис үтте…
      Кисерсе,
Өмөтөм өҙмәйем,
Кис еткәс килер тип,
Мин көтәм.
       Түҙмәйем…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.