Атайым шат тауыш менән Миңә әйтә - яҙ ҙа яҙ, Яҙ, яҙ, тиеп ҡысҡырғандай Ихатала хатта ҡаҙ. Яҙ, яҙ, тиеп күктән ҡояш Һибә нурын, һибә наҙ, Яҙып ҡуйҙым дәфтәремә: “Килде йәмле, йәшел яҙ!”