Камил дуҫ эҙләйбеҙ бик йыш,
Камил кеше эҙләйбеҙ,
Башы килһә, арты юҡ тип,
Арты килһә - башы юҡ тип,
Ғәйеп табып һүҙләйбеҙ.
Камил итеп яралтылған
Хаҡ тәғәлә донъяһы,
Тик камиллыҡтан торамы
Ер йөҙөнөң ян-яғы?!
Һынмай торамы сатыры
Матур үҫкән ағастың,
Һис ҡасан да ал бирмәҫме
Юл ярыусы алғасҡы?!*
Дәғүә юҡмы эсәр һыуға,
Һулай торған һауаға,
Сихәт бирһә, зәхмәт бирмәҫ
Дарыу бармы дауаға?!
Сәскәһе лә, хуш еҫе лә
Бөтмәй торған гөл бармы,
Тигеҙ ерҙә аҙаштырмаҫ,
Яҙлыҡтырмаҫ юл бармы?!
Теүәл генә тигәндең дә
Теүәллеге икеле -
Ҡояштың да таптары бар,
Ай ҙа тора кителеп.
Фәрештә затынан түгел -
Кешесә ғәмәл-һүҙем.
Камил дуҫтар эҙләмәйем,
Камил булмағас үҙем.
- алғасҡы - ғәскәрҙең алдан барған өлөшө, авангард