Jump to content

Йәш ағас(хикәйә). Ғабдулла Туҡай

From Wikisource
Йәш ағас ( хикәйә )
автор Ғабдулла Туҡай
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Йәш ағас


Урманда бер кешенең балта тотоп йөрөгәнен күргәс, йәш ағас уға инәлә башлаған:
— Эй, ағай! Зинһар, минең хәлемә инеп, тирә- яғымдағы ҡарт ағастарҙы ҡырҡа күр. Улар ҡаплап торғанда, мин яҡты донъяны күрә лә, иркенләп, рәхәтләнеп үҫә лә алмайым. Тамырҙарыма ла, ошо ҡарт ағастар тығыҙлағанға, йәйелергә ирек юҡ. Миңә ел дә, ҡояш нуры ла үтмәй. Әгәр һин мине ҡарт ағастарҙан ҡотҡарһаң, бер йыл эсендә мин урмандың беренсе матур ағасы булыр инем! 
Берәү инәлеп һорағас, ни эшләһен инде, балталы кеше ҡарт ағастарҙың бөтәһен дә киҫеп ауҙарған. Йәш ағастың күңеле булған, бик ҡыуанған. Уға донъя иркен ҡалған. Йылы ҡояш нурҙарына шатланып үҫә башлаған.
Бына йылы йәй үтеп, һалҡын көҙ килгән. Йәш ағастың ҡыуанысы ла оҙаҡҡа бармаған шул. Бисараны йә боҙ-ямғыр өшөтә, йә ҡом, тупраҡ бураны килеп, ергә саҡлы бөгөп, эйелдереп китә икән.
Көндәрҙән бер көндө бик ҡаты дауыл ҡубып, йәш ағасты һындырып та киткән.
 
 


1988 йыл