Jump to content

Йәйғор төҫтәре. Зәңгәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Зәңгәр



Диңгеҙ кеүек
Зәп-зәңгәр күк,
Зәңгәр шарҙар
Янымда күп.
Өҫтөмдә лә
Зәңгәр күлдәк,
Һыу инәмен
Зәңгәр күлдә.
Хыял бейек –
Күк төҫөндә,
Хыял тәрән -
Күл төҫөндә.
Йәмһеҙ төҫ юҡ -
Шуны беләм.
Йәмһеҙ итә
Кеше генә.


2012