Jump to content

Йәйғор. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource


Йәйғор


Һағындыра, өҙөлөп һағындыра
Ауылымдың ҡойма ямғыры,
Ярһыу толпар булып үтә ине
Аҡ күбеккә мансып тау ҡырын.
Дуғаһына таҡҡан таҫмаларҙы
Бүлә инек ҡыҙҙар кемуҙар,
Ҡыҙылына күҙҙәр нығыраҡ ҡыҙа,
Ҡыҙыл һайлай ине ҡыйыуҙар.
Миңә - күге, миңә -йәшеле, тип
Һеңлеләрем ҡалмай өлөштән,
Миләүшәһен һайлай кескәй ҡустым,
Дуҫ ҡыҙыма һары килешкән.
Ике таҫма ҡалды алынмайса,
Алыр инек - етмәй һаныбыҙ,
Хәрәмләшеү була артыҡ алыу-
Шуны белгән бала аңыбыҙ
Һөйөндөрөп күп тә балҡып тормай
Юҡҡа сыға монар-дуғалар...
Ә таҫмалар яҙмыш толпарымдың
Дуғаһына килеп урала.
Айһыҙ төндәр, йонсоу көндәр килеп,
Болоттарҙа ҡояш аҙашһа,
Бала саҡтың йәйғор таҫмаларын
Тағатам да, ҡылам тамаша.
Дөбөрҙәтеп елеп ямғыр-толпар
Йыуып үтер ҡара төҫтәрҙе.
Тояҡтары,ана, туҡ-туҡ килә...
Таҫма тағып дуға күтәрҙем




2013