Jump to content

Йәйем үтә. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Йәйем үтә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 19.07.2014. Нәшер ителгән: 02.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Йәйем үтә


Шыбыр-шыбыр һыуыҡ ямғыр
Яуа, йәнде өшөтә…
Минең йәнем сеңләгәнен
Кемдәр генә ишетә?

…Ут янған камин алдына
Йомшаҡ креслоны ҡуйып,
Эргәмә үҙем яратҡан
Бөтә китапты йыйып,

Йөн ойоҡ кейеп аяҡҡа,
Мамыҡ шәлгә төрөнөп,
“Әлдә әле көн һыуыҡ!”-тип,
Ултырырға һөйөнөп

Эй килешер ине лә бит
Ямғырлы һыуыҡ кистә…
Юҡ шул, юҡ бит каминым да!
Юҡ шул хатта мейес тә!!

Газ мейесем гөрләп яна
Йәйемдең уртаһында,
Көҙөн, ҡышын ниҙәр көтә?
Уйларға ҡурҡамын да…

Тышта һыуыҡ, еүеш, шомло…
Өй эсендә күңелле!
Йөн ойоҡта, шәл ябынып
Йәйем үтә түгелме?


19.07.2014