Йыһандың бумеранг ҡануны*
Танышымдың Өфөгә тәүгә килеүе. Бөгөн ҡайтырға уйлаған. Сумаҙаны ауыр күренә. Беҙҙең йорттан трамвай туҡталышына ҡәҙәр хәтһеҙ атларға. Етмәһә гел тауға үрләргә. Күп уйлап тормай, көҙгө кистең ҡапыл һалҡынайып китеүен хәтерләп, яурыныма плащ ябындым да, танышымды туҡталышҡа ғына булһа ла оҙатырға сыҡтым. Поезд төнгө ун берҙә. Билет алынмаған. Ашығырға кәрәк.
Трамвай туҡталышында кеше һирәк. Беҙ теләгән ергә бармай торған ике трамвайҙы оҙатып ҡалдыҡ. Шулай һөйләшә-көлөшә торабыҙ. Көнө буйы эштә булдым. Танышым менән йүнләп һөйләшергә өлгөрмәгәйнем. Хәбәргә әүрәп, ярты сәғәттәй торғанбыҙ. Ә кәрәкле трамвай юҡ та юҡ. Бер аҙ борсола башланым. Танышыма иртәгә эшкә. Мотлаҡ ҡайтып етергә тейеш. Шулай тағы ла ун биш минуттай көткәндән һуң түҙмәнем: “Әллә пересадкалар менән китәһеңме? Һуңлап бараһың бит!” Танышым да сәғәтенә ҡарап алды. Ниндәйенә ултырып, ниндәйенә күсергә кәрәген һораштыра башланы. Шул саҡ уның күҙҙәрендәге албырғауҙы шәйләп, баҙап ҡалдым – былай бер үҙен генә ебәргәндә аҙашып, ҡаңғырып бөтәсәк. Күп уйларға ваҡыт юҡ.
– Әйҙә! – тип ҙур сумкаһын күтәрҙем дә, килеп туҡтаған беренсе трамвайға әйҙәнем. Ярай фатир ишеген бикләгәнмен. Кейемем дә ярарлыҡ кеүек. Плащым өйҙә кейгән күлдәгемде ҡаплап тора. Шулай ике тапҡыр трамвай алыштырып көс-хәлгә барып еттек вокзалға. Поезд китеүгә ярты сәғәт кенә ваҡыт ҡалған!? Ярай, билет алһын да, шунан ҡайтырға сығырмын, тием. Сиратҡа баҫҡанда уның был сумкаларын кем ҡарап торор? Көтөргә кәрәк. Билет булды. Әммә ауыр сумкаларҙы күтәреп ул нисек вагонына барып етһен? Поезд ҡуҙғалыуға ун минут ҡына ҡалған. Шулай итеп, мин уны вагонына тиклем оҙатып ҡуйҙым.
Сәғәткә күҙ һалам. Ун бер тулды. Ҡәһәрең. Хәҙер трамвайҙар йөрөүҙән туҡтай. Йәһәтерәк булырға кәрәк. Шыбыр тиргә батып туҡталышҡа йүгереп килеп етеүгә һуңғы трамвайҙың артҡы тәҙрәләре генә күренеп ҡалды. Туҡталышта бер кем дә юҡ. Тимәк, бөттө, башҡа трамвай булмаясаҡ. Ниндәйҙер өмөт менән йәһәт кенә ҡулымды кеҫәгә тыҡтым. Унда трамвайға етерлек кенә тинлектәр. Көшөлөктө лә, бәләкәй ҡул сумкаһын да алып тормағайным. Туҡталышҡа тиклем генә барырға булғас аҡса нимәгә, тигәйнем.
Ҡурҡыныс уйҙарҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Шулай берәй танышым килеп сыҡҡанса ошо вокзалда ултырырмын микән? Көндөҙ булһа йәйәү ҙә ынтылыр инем. Биш-алты саҡрымдан ашыу түгел дә. Бер-ике сәғәттән ҡайтып етер инем. Вокзалда бер үҙеңә төн уҙғарыу ҡурҡыныс һымаҡ. Шулай ҙа, шайтан ғына өмөтһөҙ тип, автобустар туҡталышына килдем. Кем белә, бәлки берәй таныш осрар. Йәки матур күңелле берәй водитель ярты хаҡҡа ла ултыртып алып ҡайтыр. Ярты юлға тиклем алып барһа ла ризамын.
Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң беҙгә бараһы микро-автобус килеп туҡтаны. Пассажирҙар күп түгел. Урын бар. Бөтә ҡыйыулығымды йыйып водителгә, мөмкин тиклем яғымлыраҡ булырға тырышып:
– Ғәфү итегеҙ, мин аҡсамды өйҙә онотоп ҡалдырғанмын. Ярты хаҡҡа алып бармаҫһығыҙмы?—тинем.
Күрмәлеккә һөйкөмлә генә күренгән урта йәштәрҙәге ирҙең күҙҙәренән асыулы осҡондар сәсрәне. Теш араһынан ғына:
– Юҡ! Аҡсаң булмағас ниңә юлға сыҡтың? Йөрөйҙәр шунда…– тип ыҫылданы ла, көсләшеп инһә сығара алмам тигәндәй, йәһәт кенә ишеген шап ябып, ҡуҙғала башланы.
– Ярар улайһа, – тиеп ситкә китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Артынса тағы ла бер газель туҡтаны. Быныһына бер генә кеше инеп ҡунаҡланы. Ҡара мыйыҡлы егет “Ултыр” тигәндәй оҙаҡ ҡына миңә ҡарап торҙо ла газға баҫты. Теге водителдең тупаҫлығынан иҫәңгерәп, быныһына өндәшергә ҡыймай албырғап ҡалдым.
Яныма хөләмә кейенгән, ауыҙынан һаҫыҡ еҫ борҡоған бер ир йораты килеп баҫты. Асарбаҡҡа оҡшаған. Миңә ҡырын күҙ менән ҡарай-ҡарай ипләп кенә яныма шыла бара. Ә мин уның һайын ситкәрәк тайпылам. Йә хоҙай, тағы ниҙәр генә күрәһеләрем бар икән? Хәҙер был туҡталышта бер кем дә ҡалмаясаҡ. Көндөҙ тулып йөрөгән милиционерҙар ҙа әллә ҡайҙа китеп бөткәндәр. Вокзалдың йоҡлап,йә тыныста ултырып сығыр бүлмәһенә инеү өсөн дә аҡса кәрәк бит.
Шундай күңелһеҙ уйҙар оялай башлағанда яныма тағы ла бер автобус килеп туҡтаны. Инде һәр береһенән һорарға ҡарар иткәйнем. Ниңә, көлһә, көлһөндәр, әрләһә, әрләһендәр, был уларҙың фекере. Өйҙә ысынлап та аҡсам тороп ҡалғанын ҡайҙан белә улар? Меҫкен, ярлы, ташландыҡ тип йәлләһәләр ҙә барыбер. Иң мөһиме, миңә ҡайтып етергә кәрәк. Кәрәк, кәрәк, кәрәк!
Ошо һүҙҙәрҙе күңелемдән ҡабатлаған һайын, ҡыйыулығым арта. Сираттағы водителдән автобус салонына инеп тороп һораным хатта. Кире яуапты ишеткәс, төшөргә тура килде. Буш барғанса, ярты хаҡҡа булһа ла алһалар ни була инде? Әле генә балҡый башлаған өмөтөм тишелгән һауа шары кеүек шиңә барҙы. Шул саҡ сираттағы “Газел”дең алғы ултырғысында ултырған ҡара бөҙрә сәсле таныш булмаған урта йәштәге бер ханым:
– Нисә һум етмәй? – тип һораны. Инде ҡулына килеп эләккән, бер туҡтауһыҙ тыпырсынған ҡошсоҡто осороп ебәрмәҫкә тырышҡан һунарсы кеүек, һаҡ ҡына:
– Дүрт, – тинем.
– Ултыр, мин түләйем, – тине ул. Мин, нимә булғанын әле төшөнөргә лә өлгөрмәй, ялп итеп инеп ултырҙым. Автобус ҡуҙғалып та китте. Туҡталыштағы теге асарбаҡ автобус яғына ҡулын һелтәне лә, туҡталышта ҡалған бер ир янына атланы.
Башымда бер генә уй: был изге күңелле ҡатынға ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләргә ине. Тик нисек? Шулай ҙа, йә аҙаҡ әйтергә онотормон, тип:
– Рәхмәт! – тинем. – Танышымды оҙатырға сыҡҡайным, аҡсам өйҙә тороп ҡалған. Һеҙ адресығыҙҙы әйтһәгеҙ, иртәгә үк индереп бирермен. Ҡатын өндәшмәне. Йылмайып ҡына ҡуйҙы ла:
– Ниндәй туҡталышта сығаһың? – тине. Туҡталышымды белгәс, мин иртәрәк сығам икән, тип, сумкаһын асты. Аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән көйәҙ иркә ханымға оҡшамаған ине ул. Ундайҙарҙан бер тин дә һорап алып булмай. Моғайын, берәй ҡасан ул да шулай төндә вокзалда яңғыҙы ҡалғандыр. Шуға ярҙам итергә теләйҙер. Тынысланып, салон эсенә күҙ ташланым. Шул саҡта ғына “Төнгө ун берҙән һуң 15 һум” тигән яҙыуҙы шәйләп ҡалдым. Бәй, бәй, ун һум ғына аҡсам була бит. Ҡалған 5 һумды ҡайҙан табам?” Тағы ла теге ҡатынға ҡараным. Минең бит башҡа ҡотҡарыусым юҡ! Ә ҡатын инде сығырға әҙерләнеп бөткән.
– Апай, ғәфү итегеҙ инде, мотлаҡ ҡайтарам, автобусҡа ун түгел, ун биш һум түләргә кәрәк икән?
Инде мин ниндәй яуапҡа ла әҙер инем. Хатта водитель киләһе туҡталышта төшөргә ҡушһа ла. Ҡурҡыуым йөҙөмә сыҡҡан ахырыһы. Ҡатын бер текләп ҡараны ла, нишләп алдан әйтмәнең, тигәндәй кире сумкаһына үрелде. Ҡағыҙ унлыҡ алып миңә һондо.
– Ҙур рәхмәт! һеҙгә лә шулай ярҙам итеүселәр осраһын! – тинем һәм яуабымдан ҡәнәғәт ҡалып, ихлас йылмайып ҡуйҙым. Ысынлап та, ихлас теләнем мин уға. “ Бер изгелеге ун булып үҙенә ҡайтһын. Башлаған эштәре гел уңып торһон. Үҙе лә, ата-әсәһе лә, балалары ла, яҡындары ла бер ҙә генә бәлә-ҡаза күрмәһен. Хоҙай үҙен сәләмәтлектән айырмаһын…” тағы ла әллә күпме изге теләктәрҙе ҡабатланым эстән һөйкөмлө танышыма, бәләнән ҡотҡарыусым төшөп ҡалғас та. Ихлас күңелдән теләнем. Теләктең көсөн беләм мин, ҡысҡырып әйтмәһәң дә барыбер уй-теләктәр йыһанға олғаша. Аҙаҡ тәғәйен кешегә барыбер барып етә. Быныһына ла иманым камил. Әсәйем гел шулай ти торғайны. Ҡатындың исеме лә, йөҙө лә иҫемдә ҡалманы, әммә изгелеген үлһәм дә онотасаҡ түгелмен. Тимәк, теләктәрем был ҡатынды ғүмере буйы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, ҡурсалап йөрөйәсәк. Үҙе лә һиҙмәйенсә был изге йән минең күңелемдә шишмә урғылтып китте. Изгелек шишмәһе! Һис кенә лә ҡороясаҡ түгел ул.
Бына бит, инде ҡайтып та еттем. Ауылдан килгән танышым бер нимә лә белмәй поезда бара торғандыр. Үҙем дә ғәйепле инде – ниңә көшөлөктө алып сыҡмаҫҡа? Шулай йоҡлап киттем.
Таң атты. Кисәге ваҡиға миңә һаман тынғы бирмәне. Ни өсөн ул ҡатын миңә ярҙам итергә булған? Һуңғы осорҙа кешеләр бер-береһен күрмәй үҙ утрауына бикләнеп, баш баҫып донъя ҡыуғанда нисек күтәрелеп ҡараны ул миңә. Ни өсөн?
Баштағы уйҙар ярыша-ярыша сәйер, эйе, эйе, беҙҙең заман өсөн сәйер күренештең сәбәбен эҙләй. Хатта ул ҡатынға теләгән теләктәремде үҙем дә ҡайҙалыр ишеткән һымаҡмын. Ҡайҙа, ҡасан, кемдән? Шул саҡ башыма ҡылт итеп кисә иртәнсәк эшкә барғанымда , әле был ваҡиғалар булмаҫ элек булған кескәй генә бер осраҡлы хәл иҫкә төштө. Уны инде онотоп та бара инем...
…Һалҡынса таң еленә ҡойоноп етеҙ атлап эшкә ашығам. Турараҡ тартайым, тип өйҙәр араһына индем. Урамдың теге башында бер ҡатын күренде. Нисектер, аҙымдары ҡыйыуһыҙ һымаҡ. Әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡаранып ала. Сәстәре туҙған. Бик етеҙ атлағанға оҡшай. Ул да эшкә ашыға буғай. Араларыбыҙ яҡынайған һайын теге ҡатын минең яҡҡа нығыраҡ текләй. Әллә мине танырға маташа. Мин дә уға текләп ҡараным. Юҡ, танышым түгел. Һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҫҡа итәк кейгән тулыраҡ кәүҙәле был урыҫ ханыма оҡшаған бер танышым да юҡ шул. Әһә, аңланым. Был ҡатын икенсе яҡтан килгән дә аҙашҡан. Минән юл һорарға итә, буғай. Аралар яҡынайғас мин дә, ул да аҙымдарҙы әкренәйттек.
– Ханым, ғәфү итегеҙ, һеҙгә өндәшергә мөмкинме? – тип башланы ул һүҙен яныма килеп туҡтағас. – Шулай килеп сыҡты, мин…миңә трамвайға ғына биш һум аҡса биреп тормаҫһығыҙмы икән? Аҡсаларым икенсе плащ кеҫәһендә тороп ҡалған. Эшемә барып етә алмайым.
Ыҫпай ғына кейенгән һөйкөмлө ханым бер ҙә алдап, баҙар, кибет мөйөштәрендә икмәккә тип бер яртыға тиндәр йыйған хәйерселәргә оҡшамаған. Миндәге тиндәр иҫәпле генә инде ул. Кисә генә ҡыҙыма дәреслектәр һатып алғайныҡ. Әле эштәге ашханаға инерлек тә ҡалмағас, үҙем менән банкаға аш бешереп һалып алғанмын. Ҡапыл үҙемде лә шул ҡатын урынында күрҙем. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай. Алла һаҡлаһын. Ҡулдарым үҙенән-үҙе кеҫәмә тығылды.
– Әлбиттә,– тинем. Тинлектәремде һананым да әлеге ҡатынға һуҙҙым. – Алығыҙ! Бында хатта автобусҡа ла етә.
– Адресығыҙҙы…
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй. Мин ашығам. Хушығыҙ, – тип ары атланым. Артымдан ҡатындың:”Рәхмәт! Һинең юлыңда ла изге кешеләр осраһын!” тигән теләктәре оҙатты…
Йыһандың ҡанундары күп. Беҙ белгәне лә, белмәгәне лә бихисап. Шуларҙың береһе – бумеранг ҡануны. Был юлы ошо изге ҡанундың бер тәүлек эсендә үтәлеүе, етмәһә өс тапҡыр артып ҡайтыуы үҙемә үтә лә ғәжәп тойолдо. Хәйер, инде был мөғжизәнең дә серен астым буғай – иртәнсәк ҡылған изгелегемде хәтеремдән бөтөнләй тиерлек юйғанмын. Һәр ҡанундың үтәлеү сере лә була икән шул. }}
Иҫкәрмәләр
[edit]- Аудиокитап. Ашкаҙар. Радио-канал. Алһыу Бәхтиева уҡый.15 октября, 14:58.
- Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License. |