Йыуам-йыуам, Йыуам-йыуам Йыуам битте, ҡулымды , Башта йыуам уң ҡулымды, Шунан йыуам һулымды. Битте йыуғас, Ҡулды йыуғас, Таҙартам тештәремде, Йыуыныуҙан башлайым мин Һәр иртә эштәремде.