Jump to content

Йыртҡыс ҡатын. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Йыртҡыс ҡатын (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Йыртҡыс ҡатын


Йомшаҡ ҡына яғылыр ул,
Даулап һөйөүе хаҡын.
Ярлыҡамаҡ, яр ҙа һалмаҡ,
Арманһыҙ йыртҡыс ҡатын.

Сиктәр юҡ уның ҡәлбенә,
Һайламаҡ юлдың сатын.
Алданған үҙ хаҡлығына –
Шик белмәҡ йыртҡыс ҡатын.

Тыйнаҡланып күҙ атыуы
Һушын алыр ир-аттың.
Ир-ат башҡайҙарын ашар
Тынғыһыҙ йыртҡыс ҡатын.