Гөлшатҡа әсәһе бик матур ҡурсаҡ бүләк итте. Улар икәүләп «бәпес»кә елән менән камзул да тегеп кейҙерҙеләр.
Ҡурсаҡ менән уйнап туйғас, Гөлшат уны уйынсыҡ сәңгелдәккә йоҡларға һалды ла:
— Бишекте бәүеткәндә нимә тип йырларға һуң? — тип Һораны әсәһенән.
— Былай тип һамаҡларға кәрәк, ҡыҙым:
Йоҡла, йоҡла һин, балам,
Һине бишеккә һалам.
Татлы йоҡоға киткәнсе,
Үҙем яныңда булам.
Сеү-сеү инде, йоҡласы,
Мине эшһеҙ тотмасы.
Өйөм тулы мәшәҡәт,
Эшемде ҡалдырмасы.
Тағы ошолай тип тә һамаҡлайҙар:
Бәү-бәү, бауырым,
Йоҡла балам, күҙ нурым.
Кисен йоҡоң ҡала ла,
Илап үтә көндәрең.
Гөлшат шунда уҡ әсәһенең һамаҡтарын ҡабатларға тотондо. «Бәпес»е йоҡлап та китте.