Ул күптән түгел генә халыҡ араһында «Хәбибулла бай Ихсанов» тип шөһрәт тапты һәм әрбабы ҡаршында ихтирам вә хөрмәт менән яд ҡылына башланы. Юғиһә бынан ун биш йыл элек уның исемен дә еренә еткермәйенсә — «Хәйбуш», хатта үҙе юҡ урында «Ҡара Хәйбуш» тип, ләҡәп менән бик илтифатһыҙ ғына йөрөтәләр ине.
Бынан ун-ун биш йыл мөҡәддәм уға илтифат та итмәгән кешеләр, сәләм дә бирмәй торған муллалар был көндә уның алдында баштарын эйеп кенә, тәғзим менән: «Бик дөрөҫ әйтәһегеҙ, әфәндем!..»— тип, һәр бер һүҙен тәсдиҡ итеп кенә торалар. Халыҡ ауыҙына мисәт баҫып булмай. Шуның өсөн улар теләһәләр нимә эшләһендәр, наҙан булһа ла, байлығы өсөн генә уны шулай ихтирам һәм хөрмәт менән яд ҡылһындар. Уның бер илтифатына наил булыу өсөн, уның һис бер ғәйебен һәм башҡа етешмәгән ерҙәрен тикшермәһендәр: «Хәбибулла әфәнде Ихсанов»,— тип йөрөтә бирһендәр. Уларҙың был эштәрендә минең эшем юҡ. Уның янына барып, шулай баш эйгән кешеләр, ихтимал, уның ихсанына наил булып, уны үҙҙәренә вәли ниғмәт белеп, уны маҡтарға, уның барса ноҡсандарын күрмәҫкә үҙҙәрен бурыслы күрә торғандарҙыр. Нисек булһа ла, ул яҡтар миңә ҡараңғы. Улар теләһәләр ни эшләһендәр, мин, Хәбибулла байҙың хәлен, үҙем белгән ҡәҙәре түбәндәге рәүештә яҙып, уҡыусыларға ғарыз итәм.
Хәбибулла, бай булмаҫ борон, Хәйбуш ваҡытында, юғарыраҡ китһәк, йәш сағында, үҙҙәренә нәҫел тейешле бер байға ғади бер малай булып керҙе. Барған һайын дәрәжәһе үҫеп, байға яраҡлы һәм эш күрһәтеүсе бер приказчик булып, шунда нисә йылдар хеҙмәт итте. Байҙың һәр бер әмеренә буйһоноуы, байға нисек тә ярарға тырышыуы арҡаһында, күп йылдар хеҙмәт иткәндән һуң, байҙың «ысын фатихаһын алып» сыҡты ла, үҙенә башҡа кескенә генә бер кибет асып, шунда сауҙа ҡыла башланы. Байҙа торған ваҡытында, уға ләм-мим тип ҡаршы өндәшмәгәнгә, уның һис бер ғәйебен күрмәгәнгә, башҡаларҙың ғәйептәрен күреп, байға артығы менән еткереп торғанға, уның был хеҙмәттәре байға бик килешкән, шуның өсөн дә бай быға «ысын фатихаһын» биреп сығарғандың өҫтөнә мал менән дә ярҙам иткән ине. Шулай итеп, Хәйбуш үҙенең ижтиһады, байҙың ярҙамы һәм фатихаһы менән кескенә кибетендә аҡрынлап сауҙа итә башланы. Кибет ишегенең башына «Хәбибулла Ихсанов» тип яҙып ҡуйһа ла, ул һаман Хәйбушлыҡтан сыға алмаған ине.
Хәйбуш ул ваҡытта кибетендә бер-ике малай менән үҙе тора, һис бер ваҡытта кибетенән ситкә китмәй, ысын күңеле менән эшен алға ебәрергә тырыша, уртаса ғына тора, кешеләргә артыҡ ҡатышмай, йөрөш-торошонда башҡа шәп байҙар менән ярышмай, нисек тә сама менән генә эш күрә торған ине.
Үҙенең эше менән ысынлап мәшғүл булғанлыҡтан, кибет алдынан уҙған кешеләргә бәйләнеп ҡалмай, әлхасил, кешеләрҙең ғәйептәрен тикшереп, ләстит һатып ултырырға форсаты юҡ ине. Эшенең нисек булып китеүе әле үҙенә лә ҡараңғы булғанға, яңы үҙалдына эш башлағанға, ул һаман ҡурҡыу менән өмөт араһында үҙ эшен эшләүҙән бушай алмай ине. Был ваҡыттарҙа уның алыш-бирештәре һәммәһе ошо шәһәрҙәге фирмалар менән булһа ла, күңеле менән мәскәүлеләргә ҡатнашырға теләй, малды туранан-тура үҙе барып алаһы килә, ләкин, берҙән, сумма аҙлығы, икенсенән, үҙенең борон торған байының фатихаһын кире алыуы иҫенә төшөп, мәскәүлеләргә ҡатнашырға йәсәрәт итмәй, ихтыярһыҙ был фекеренән кире ҡайта ине. Мәскәүлеләргә ҡатышыуҙа ҙур файҙалар буласағын белһә лә, бында бер аҙ иғтибарға кергәнсе, бындағы байҙар менән генә эш йөрөтөүҙе мәғкүл күрҙе.
Тырышлығы, көнө-төнө эш артынан йөрөүе сәбәпле, ниһайәт, кеше күҙенә күренә башланы. Эше яҡшы булғанға күрә, һәр ерҙә кредит ишектәре асылды. Байҙар араһында дәрәжәһенә күрә иғтибары күтәрелде. Бара торғас, мәскәүлеләргә ҡатышырға ла муафәҡ булды. Шулай булһа ла, һаман Хәйбушлыҡтан сығып етә алмай ине. Туранан-тура мәскәүлеләргә ҡатышып, мал алып ҡайта алыуҙы бик ҙур муафәҡиәт ирешеү итеп иҫәпләне. Был көндән һуң уның эше алға ғына барған рәүештә күренә башланы. Мәскәүгә бара ла, һис бер туҡтауһыҙ, ала ла ҡайта, һата, ваҡытында түләргә, тағы алырға, шулай итеп, сауҙаһын арттырырға ғына ижтиһад итә. Эштәр ҙурая башлағас, Мәскәүгә лә ҡатышып, малдар күбәйгәс, кескенә кибетте үҙенең китешенә муафиҡ күрмәй, ҙур ғына магазин асып, бик эре хәрефтәр менән:
Мануфактурный магазин Х. С. Ихсанова
тип яҙҙырып, матурлап магазин алдына ҡуйҙырҙы.
Байлыҡ та ниһайәтһеҙ артҡан кеүек булғас, бик эре хәреф менән яҙылған нәшан да йыраҡтан күренеп торғас, беҙҙең Хәйбуш абзый халыҡ араһында Хәбибулла Ихсанов, тип шөһрәт тә табып китте.
Ул инде боронғоса фатирҙа ғына тороуҙы шанына, байлығына муафиҡ күрмәй, әллә нисә меңдәргә төшөрөп, йорт та һалдырып ебәрҙе. Тирә-яғындағы халыҡтар хәҙер «Хәбибулла әфәнде», «Хәбибулла ағай» тип кенә йөрөй башланылар. Џҙенең былай булғанын күргәс, үҙендә бер ҙурлыҡ һиҙә башланы. Әүәл дә үҙен бик түбән генә тота торған булһа ла, инде үҙен ҙурыраҡ, юғарыраҡ тота башланы. Уның шундай аҙ ваҡыт эсендә яҡшы ғына байып киткәнен, ҙурҙар араһына ҡатнашҡанын күргәс, Хәбибулла ағайҙың тормошона ҡыҙыҡмаған кеше юҡ. Кешеләр бының байып китеүенә ғәжәпһенәләр. Бының байып китеүен алланың рәхмәтенә, тәҡдирҙә шулай яҙылғанға хәмел ҡылалар.
Кешеләр бының был дәрәжәлә тиҙ ваҡытта былай булып киткәнен һөйләп, бәғзе урындарҙа хатта йәһүдиҙәргә лә нос биргәнен, сауҙа эшендә уларҙан да алда булғанын риүәйәт ҡылып, татарҙарҙың сауҙа эштәренә ҡәбилиәтле икәнен килтереп сығаралар ине. Ул үҙе йүнләп уҡымаған да, яҙыуҙы ла таныр-танымаҫлыҡ итеп саҡ-саҡ яҙа ала, ә шулай булһа ла нисек бай булып китте, эште нисек оҫта йөрөтә!
Ошоларҙы меләхәзә ҡылып, ул үҙенең уҡымағанлығы менән маҡтанған рәүешле була. «Бай булыу, донъя көтөү өсөн уҡыуҙың кәрәге юҡ»,— тип һәр ваҡытта әйтә. Хатта:
— Уҡыу менән байлыҡтың бер ергә йыйылғанын күргәнем юҡ, уҡып кеше бай булһа, муллалар бай булырҙар ине,– тип ебәрә.
Хәбибулла ағайҙың һәр бер эше, үҙе уйламағанса, алға киткәс, үҙе көткәндән артыҡ иғтибар һәм инабәткә кергәс, магазины мал менән тулғас, бөтә тормошо борон үҙе торған бай менән бер рәүешле булғас: «Инде мин улар менән бер тигеҙ булдым»,— тип уйлай башланы. Байлығы, тормошо үҙгәргән кеүек, холҡо ла, тәбиғәте лә тамам үҙгәрҙе. Боронғо Хәйбуш ваҡыттары тамам иҫенән сыҡты.
Ул инде ғади тормошто үҙенә муафиҡ күрмәй, башҡаларҙа ла әллә ниндәй артыҡлыҡ юҡ, барыһы үҙем төҫлө тип, иғтиҡад ҡыла башланы. Бик ҙур ғына магазины һалынғас, кибар йорттар булғас, мәскәүлеләргә лә туранан-тура үҙе ҡатышып, «господин Ихсанов» тип шөһрәт тапҡас, иҫке нәмәләрен тамырынан үҙгәртте. Ѓҫтөнә ғади тундар урынына — янут толоптар кейҙе. Йәйәү йөрөүҙе арғымаҡтар менән йөрөүгә алмаштырҙы. Ѓйгә электрик керетеп, бөтә өй эсен яңы мебелдәр менән матурланы. Ул инде, әллә нисек, бик күп белә торған кеше булып китте. Хәҙер ул, урыны килһә, ҡаты мөғәмәлә итергә лә белә, һәр нәмәгә ҡатышып, халыҡ араһына һүҙен үткәрергә лә тырыша башланы. Бөтә халыҡ тормошоноң бер яҡ сите үҙенә бағланған, халыҡ эшенә ҡатышырға хаҡы бар рәүештә хәрәкәт итергә кереште. Ул үҙенең мәғәнәле булыуына, һөйләгән кешеһенең белемлелегенә ҡарамай, бәлки байлығына ғына ҡарап: «Кеше ни саҡлы бай булһа, шул тиклем аҡыллы була, уның һөйләгән һүҙе лә шулай уҡ мәғкүл була» тигән иғтиҡадында ине. Шуның өсөн үҙенән бай кешеләрҙе — үҙенән аҡыллы, һүҙҙәре мәғкүл, үҙенән түбән кешеләрҙе — үҙенән түбән, һүҙҙәрен асылһыҙ һанай ине.
Ул инде аҡсаның ағып ҡына килеүенә, алланың бөтмәҫ дәүләт биреүенә ышанған, шуға күрә мәсрафын һис ҡыҙғанмай тота башланы. Балалары аталарының ярлы ваҡытын, теге байҙа хеҙмәт ҡылып, иртәнән кискә тиклем һөйрәлеп йөрөп, мәғишәтен саҡ-саҡ тәьмин итә алыуын күрмәгәнгә, аталары байҙа торған саҡта әллә ниндәй хурлыҡтар күргәнен, иҙелгәнен, әллә нисә йылдар хеҙмәт итеп байҙың фатиха биреп сығарғанын, шунан һуң үҙенә махсус кескенә кибет асып, эше алға китмәй, Хәйбуш булып йөрөгәнен белмәгәнгә күрә, аталарының был саҡлы ауырлыҡтар күреп йөрөгән ваҡытында улар кескенә булғанға, уларҙың үҫеп етеүҙәре аталарының, бай ваҡытына тура килгәнгә, ярлылыҡтың, эштең, аҡса табыуҙың ауырлығын белмәйҙәр ине.
Шуға күрә улар бигерәк рәтһеҙ йөрөйҙәр, теләһәләр ниндәй урынға аҡса тотоуҙан тартынмайҙар, аҡсалары бөтөп, тарлыҡҡа ҡалыу ихтималын, Мәскәү юлдары ла бикләнеү хәүефе барлығын иҫтәренә лә төшөрмәйҙәр. Нисек кенә булһа ла, кәйеф асыу, рәхәт йөрөү йәһәттәрен ҡарайҙар ине. Улар был көндә байҙар, бынан һуң да шулай буласаҡтарына зәррә ҡәҙәре шөбһә итмәйҙәр ине.
Фәҡирҙәрҙе, байҙарға хеҙмәт итеүсе малайҙарҙы күргәндә — уларҙы алла шулай яратҡан, улар шунан артасаҡ түгелдәр, уларҙың шулай быларға хеҙмәт итеүҙәрен, асыуҙары килһә, ул бисараларҙы һүгеүҙәрен, теләһәләр сығарып ебәреүҙәрен, теләһәң ҡайһы йәһәттән ҡараһаң да, мәғкүл тип беләләр ине. Улар: «Бай булыу әҙәм булыу өсөн етә, артыҡ нәмә кәрәкмәй»,— тип ышаналар, һәм үҙҙәрен кеше тип хисап итәләр ине. Былар бөтә ғаиләләре менән: «Уҡыу-фәлән эше — юҡ кешенең, йәки фәҡирҙәрҙең эше»,— тип уйлағанға, аталары, бер ҙә уҡымай тороп та бай булып, теге, ғүмер буйына һары китаптарҙан баштарын алмайынса, йөҙҙәрен һарғайтып бөткән муллаларҙы, һары алтын арҡаһында, теләһә ни эшләтә алыуын күргәнгә, татарса уҡыу — мулла булыу өсөн, русса уҡыу — учитель йәки бер конторщик булыу өсөн тип белгәнгә, былар бай булғас, был эштәрҙең һәр береһенән мөстәғни булғанға, уҡыуҙың кәрәген белеү түгел, «уҡыу һис бер кәрәк нәмә түгел» — иғтиҡадындалар ине.
Бай ҡатыны «Н» абыстайҙың хәрәкәт һәм ҡыланыштары бигерәк тә иҫ киткестер. Был абыстай ярлы ғына бер кешенең ҡыҙы булған — тарлыҡта үҫкән. Хәбибулла уны малай булып торғанда, Хәйбуш ваҡытында алған. Ул саҡтарҙа башынан төрлө михнәттәр үткәргән булһа ла, хәҙер инде уларҙың һәммәһен онотҡан. Хәйбуш ҡатыны булған ваҡытында йорт эсендәге эштәрҙе үҙе эшләһә лә, Хәбибулла бай ҡатыны булып киткәс, эшләү түгел ашханаға кереп тә сыҡмай. Йомошо-фәләне булһа йәки берәйһенә асыуланһа, итәғәтле хадимәләрҙе саҡырып алып ҡына эшен бөтөрә башланы. Бай ҡатыны булғас, эшләү, йорттағы нәмәләрҙе күҙҙән үткәреү, иҫәп-хисап менән эш йөрөтөү, расход тотоуҙы, әлхасил, ундай ваҡ-төйәк эштәрҙе тамам ташланы. Уның ҡәлбе, күңеле ҙур, бик әһәмиәтле мәсьәләләр менән генә мәшғүл ине. Ул әһәмиәтле мәсьәләләр ҙә: кейенеү, яһаныу, был хаҡта башҡа миллионер ҡатындарынан ҡалышмай, бәлки уларҙан уҙҙырып ебәреп, уларҙың вә башҡа ҡатындарҙың иҫтәрен китәреү, ҡапсыҡ рәүешендә тегелгән ебәк һәм аҫыл күлдәктәр, ынйынан ғына теҙелгән ҡалпаҡтар һандыҡ тулы булһа ла, абыстайҙың күңеле һаман ултырып етмәй, арттыраһы, тағы әллә нәмәләр, башҡаларҙа булмаған кейемдәр тектерәһе килеп кенә тора ине. Бер төрлө кейемдәр бер рәт ашҡа барып ҡайтыу хеҙмәтен генә үтәп, икенсе рәт ул кейемдәр менән кеше күҙенә күренеү етешмәгәнлек ғәләмәте булғанға, ул бер кейгән кейемдәрҙе икенсе рәт кейергә намыҫлана, бинаән ғәләйһи башҡаларҙы тектерә ине. Алла тарафынан иҫәпһеҙ байлыҡ бирелгәс, хәҙергә был эштәр артыҡ беленмәй, бары шул магазиндан алып ҡайтып, тектереү мәшәҡәте генә була ине. Хәбибулла бай Ихсанов өйҙә торған ваҡытта, һаман шул кейем хаҡында зарлана, башҡа ҡатындарҙың кейемдәре үҙенекенән артыҡ булғанын һөйләй, был саҡлы иҫәпһеҙ байлыҡ булып та, шулар саҡлы йөрөй алмауына ҡайғыра, аллаһы тәғәлә был саҡлы бәхет-дәүләт биргәс тә, теләгәнсә кейенеп рәхәт күрә алмағас, байлыҡтың ни файҙаһы бар һуң, ти. Ире был эштә ҡатынының һүҙен хаҡлы таба, ваҡиған, былай иҫәпһеҙ байлыҡ йорт расходы, кейенеү, йөрөү менән генә бөтмәй торған нәмә тип:
— Улай булһа, теләгәнсә кейенеп, үҙеңә нәмә оҡшаһа, шуны алдыр, ундай ваҡ мәсьәләләрҙе ниңә миңә әйтеп тораһың?— ти. Ниндәй генә урынға аҡса сарыф итеү кәрәк булһа ла, бер ҙә ҡыҙғанмай, иҫәпләмәй тота ғына бирергә ҡушҡан төҫлө тора ине.
Хәбибулла Ихсанов үҙен, байып еттем, тип уйлағанғамы, йәки бер ҙә уйламай ғәҙәт алғанғамы, ниндәй урында булһа ла ифрат ҡыланыуҙы бер һөнәр итеп алды. Ул ифрат артыҡ дәрәжә ҡыланыуы менән башҡаларҙың иҫтәрен китәрмәксе була: «Бына, егет һымаҡ тора ла һуң!.. Бай булғас, шулай булһын!..»— тип әйттермәксе була ине.
Байлығының самаһына, Мәскәү менән алыш-биреш итеүенә, сауҙаһының дәрәжәһенә ҡарағанда, ысынлап та, торош-йөрөштә, миллиондар менән эш йөрөтә торған байҙар менән ярышыу, улар менән уҙышыу килешеп етмәһә лә, иҫәпһеҙ байлығым бар, тип хисапһыҙ, расходлы тороу мәғкүл булмаһа ла, ул һаман быны уйламай, уларҙан артыҡ тормаһа, кәм тормаҫҡа теләй ине.
Хәбибулла ағай иҫәпһеҙ байып китте, күрәһең. Уның эше һуңғы йылдарҙа дәхи шәбәйгән рәүешле күренә башланы. Зур таш магазиндар рәтендә ҙур хәрефтәр менән «Хәбибулла Ихсанов» тип яҙылған икенсе магазин күренде. Ун биш йыл эсендә был саҡлы булып китеү, ике магазин, ҙур йорттарға хужа булыу — бик һирәк күренә торған эш. Хәйбуш ваҡытында, һәр ваҡыт кибетендә ултырған Хәбибулла ағай инде «господин Ихсанов» булып, Мәскәү менән ике арала беренсе класс поезд менән йөрөүҙән, иҫәпһеҙ байлыҡты бында алып ҡайтыуҙан бушамай ине. Уның ваҡытын табып, берәр һүҙ әйтер хәл дә юҡ. Ул хәҙер ниһайәтһеҙ эреләнде. Боронғо ваҡытта һин дә мин һөйләшә торған, Хәйбуш булып ҡына тәүәзиғ менән мөғәмәлә иткән Хәбибулла, инде йүнләп сәләм дә алмай. Бының был эрелеген күреп, аптырағандан үҙ-үҙеңә: «Был һуң нисек былай булып китте, бер ҙә боронғо Хәйбуш түгел, шулай уҡ байлыҡ кешене юғарылатамы икән ни?»— тип сеәл бирәһең. Бер нәмә белмәгән көйөнсә, шулай байып китеүҙең серенә, хәҡиҡәтенә төшөнмәй, алла быларға артыҡ аҡыл һәм бәхет биргән тиһәң, йәки: «Бер эш башлағас, Мәскәүҙәргә ҡатышҡас, шулай була инде, бына тиҙҙән күрерһең!..»— тип, эштең һуңғы яғы нисек булып сығарын көтәһең. Яҡшы ғына мәғлүмәт эйәһе булған егеттәрҙең мохтаж булып беҙҙең Хәбибулла ағайҙарҙың ҡарамағында әҙәм рәтенә керә алмай йөрөүҙәренә иҫ китә. Ә улар бер нәмә белмәгән көйҙәренә теләгән эштәрен эшләп, нисек байлыҡта, рәхәттә торалар. Бынан ун биш йыл мөҡәддәм Хәйбуш булып йөрөгән. Инде ул Хәйбушлығы тамам онотолоп, Хәбибулла Ихсанов булған... Берәүҙәр көнө-төнө фекерҙә тороп, баштарын ваталар, күҙҙәрен китап, ҡағыҙ өҫтөнән алмайҙар, йүнләп донъя көтөр өсөн һаман хәләл юл менән ижтиһад итәләр. Юҡ, һаман шул бер көйөнсә, күпме йылдар үтһә лә, бер исемдә, бер дәрәжәлә торалар. Халыҡ араһында ҡәҙер һәм иғтибары һаман боронғоса. Бер ҙә генә артмай. Ғажиз ҡалғас, донъяла хәҡиҡәт һәм сәғәҙәт тигән нәмәләр юҡ, тип хөкөм итә башлай. Тағы шул хәҡиҡәт, сәғәҙәтте эҙләргә керешә. Үҙенең һәм халҡының сәғәҙәте өсөн ысын күңеле менән тырыша. Һаман мәҡсудына ирешә алмай. Иркенлек, байлыҡ менән донъя көтөү юлына ла керергә итә. Был яҡ та тиҙ генә булмай. Мал килә торған урындарҙың күбеһен выжданы яратмай. Был эште эшләгәнсе, үлгәнем, шулай фәҡирлектә йөрөгәнем артыҡ, ти. Күңеле ғали тойғолар менән тулған булһа ла, халыҡ күҙендә иң түбән дәрәжәлә күренеп, ғүмере үтә. Үҙенән бик күп дәрәжә түбән булған Хәйбуштар быға илтифат та итмәйҙәр, быны кешегә лә һанамайҙар. Уларҙың тормош һәм ҡыланыштарын был бисара төшөндә лә күрә алмай. Хәйбуштарға алла әллә ҡайҙан мал бирә. Баралар ҙа алып ҡайталар. Йөҙләп түгел, меңләп, унар меңләпте юҡ ҡына нәмә итеп һөйләйҙәр. Был меҫкен ниндәй выжданлы булһа ла, быға ышанып, ун һумлыҡ нәмә биреүсе лә табылмай.
Халыҡ араһында бының ун һумлыҡ та ҡиммәте юҡ. Инде Хәбибулла Ихсановтарҙың хәҡиҡәт хәлдәрен, эске серҙәрен белмәгән кешеләр уларҙы бөтмәҫ-төкәнмәҫ бер дәүләт эсендә, ысын рәхәтлек менән көн күрә торған кешеләр йөмләһенән тип хисап итәләр. Хәҙергә халыҡ араһында уларҙың инабәттәре лә әйтеп бөтөргөһөҙ. Ихсановтар кеүек башҡа байҙар ҙа шулай уҡ, ҡайҙа ғына барһалар ҙа, теге выжданлы, инсафлы кешенән алда йөрөйҙәр. Уларҙың эштәре арба тәгәрмәсе рәүешендә әйләнеп кенә тора. Ә бының һис бер эше алға бармай. Ни саҡлы тырышып баҡһа ла, туҡтала ла ҡала.
Хәҙергә Ихсановтарҙың эше алда икәнен һис кем инкар ҡылмай. Юғарынан бирле яҙылып килгәнсә, быларҙың ҡыланыштарына ҡарағанда, бер миллионер икәнлектәренә зәррә ҡәҙәре шөбһә итер урын юҡ. Йөрөш, торош, кейем-һалым менән кеше мәсғүд була торған булһа, быларҙы ысын мәсғүд кешеләр рәтенә теҙергә ярарлыҡтыр.
Хәбибулла Ихсановтың байлығы самалы, халыҡ араһында һәм үҙ тирәһендә нөфүзе торған ваҡытта, тураһы, боронғо ғади Хәйбуш ваҡытында, ундай-бындай мәсьәләләргә ҡатышмай, үҙ эше менән үҙе булып, тик кенә тора ине. Байлығы артҡас, халыҡ араһында аҙ-маҙ нөфүзе башлағас, ул сөкүт менән ҡалмай, бик иркенлек менән ғөмүми эштәргә, ихтилафлы мәсьәләләргә ҡатыша һәм һөйләй башланы. Халыҡтың алға барыуы, үҙгәреүе һәм башҡаларҙың, гүйә, бер осо бының ҡулында һәм ихтыярында булған кеүек хәрәкәт итә башланы. Хәйбушлыҡтан сығыу менән, ул был көндәге үҙгәрештәрҙең ярамауы тураһында, быны дингә хилаф итеп күрһәтеү хаҡында бер мөтәғәссиб руханиҙан ҡалышмай торған булды. Ул был ғәҙәте менән үҙ иштәре араһында яҡшы уҡ кирелек тарата ине. Һуңғы йылдарҙа ашлыҡ үҫмәүен, халыҡта кәсеп насар булыуын, замандың үҙгәрешенән, халыҡтың яңы тормошҡа кереүенән, йәштәрҙең яңыса уҡырға керешеүенән, үҙенең Хәйбуш ваҡытында саҡта сыҡмаған газета һәм китаптарҙың таралыуынан күрә торған булды. Ул газеталарға халыҡ араһына боҙоҡлоҡ тарата торған, һәр ваҡыт ялған нәмәләр генә яҙа торған бер нәмә тип ҡарай ине. «Беҙ йәш заманда был төрлө уҡыуҙар, юҡты яҙыусы газеталарҙың һис береһе юҡ ине, шунда ла кеше булдыҡ, әҙәм рәтенә керҙек, хоҙайға шөкөр, мал-дәүләт эйәһе булдыҡ»,— тип, һәр ваҡыт маҡтанып һөйләү уның ғәҙәте ине.
Һүҙгә килгәндә, башҡаларҙың хәлдәрен тикшергәндә, ике һүҙҙең береһенә, «дин» кәлимәһе ҡатыштырып һөйләһә лә, үҙенең хосуси хәленә килгәндә, дин бер яҡта тороп ҡала, үҙ файҙаһына үҙенең яратҡан муллаһынан берәй фәтүа таптырып ала ине. Юҡ ҡына урында «дин» дип ҡысҡыра торған Хәбибулла ағай бөтөнләй ярамаған нәмәләрҙе бер ҙә ҡурҡмай эшләй, һәм унан дингә зыян килә тип тә белмәй ине. Мәҫәлән, үҙенән түбәнерәк байҙарҙың эштәре насарланған, бурыстарын түләй алмай торған ваҡыттарында уларға итәк аҫтынан хәйлә өйрәтә, уларҙың малдарын үҙ исеменә күсертә, һум башына 40—50 тин түләп ҡалыуҙарына ярҙам итә, уларға аҡыл бирә ине. Ихсановтың был хәйләһе менән бер-ике бай яҡшы ғына суммаланып та ҡалдылар. Был эш күрәләтә алдашыу булып, «дин» тип, үлеп барған Ихсанов өсөн бер ҙә генә лә килешеп бөтмәһә лә, уның бер ҙә иҫе китмәне: «Кафырҙы алдау дөрөҫ»,— тип кенә, эсенән тынды. Шул уҡ Хәбибулла ағайҙың бик ваҡ нәмәләр өсөн дә: «Дин бөтә, динде тотмайҙар»,— тип ҡайғыртып йөрөгәнен һәр ваҡытта күреп булалыр.
Һуңғы ваҡыттарҙа уның эсен бошорған нәмә — йәштәр араһындағы «әҙәбиәт кисәләре» менән театрҙар булды. Быларҙы булдырмаҫ өсөн ҡулынан килгән сараларҙың һәммәһенә керешеп ҡараны. Был эштәрҙең, һис шикһеҙ, харам булыуҙарына даир фәтүалар яҙҙырып алды. Ләкин һис береһе менән маҡсатына ирешә алманы. «Әҙәбиәт кисәһе» уның күҙенә бөтә насар эштәрҙән дә насарыраҡ булып күренде. Быны яһаған кешеләрҙе, ҡулынан килһә, иң ҡаты язалар менән яза ҡылыр ине. Ләкин бер нәмә лә ҡулынан килмәгәс, уларҙы һүгеү: «Улар кафырҙар»,— тип әйтеү менән тороп ҡалды. Эсеп-иҫереп ҡайтҡан приказчиктарҙы бер генә рәт һүгеү менән ҡалдыра торған ине. Әҙәбиәт кисәһенә барған бер-ике приказчикты иртәгеһен үк ҡыуып сығарып ебәрҙе.
Ул халыҡ араһындағы үҙгәрештәрҙе бер ҙә яратмай ине. Башҡалар төҫлө үк, уның үҙ тормошо ла көндән-көн үҙгәрә торған булһа ла, аҡрынлап булғанға күрә, ул был үҙгәрештәрҙе һиҙмәй ине. Ул үҙенә тәғәллек иткән бер генә нәмәне үҙгәртмәй алып бара алды. Ул нәмә лә — балаларын уҡытмай наҙан ҡалдырыу ине. Хәбибулла ағай бер эшендә муафәҡ булды: үҙ фекеренсә, балаларын иҫкесә уҡытмай ҡалдырып, диндең бер әмерен еренә еткергән кеүек булды: «Был көндәге уҡыуҙар кешеләрҙе аҙҙыра ғына, был биҙғәттәрҙең барыһы шуларҙан сыға»,— тип, үҙенең балаларын был юлға кереп китеүҙән ҡотҡарҙы.
Уның үҙ тормошо теге үҙе уйлаған оҙон сапанлы, ҙур сәлләле, бик ғади рәүештә йөрөгән сәләфтәрҙең тормошона бер ҙә тура килмәһә лә, уның ҡатыны, балалары русса кейенһәләр ҙә, өй әсбаптары тамам һуңғы ысулда булһа ла, үҙе һаман иҫкелекте һөйә, иҫкесә торорға ҡуша ине. Бай булғас, уның үҙенә һәммә нәмә яраһа ла, башҡа кешеләргә генә ярамай, тип уйлай ине.
Ул бигерәк тә муллаларҙың, мәҙрәсә шәкерттәренең боронғоса йөрөүҙәрен теләй, уларҙы үҙ фекеренсә йөрөтөргә уйлай ине. Был көнгә саҡлы, ғәҙәтән, улар байҙар тирәһендә әйләнгәс, аҙмы-күпме шул байҙар иғанәһе, уларҙың саҙаҡалары менән көн күргәс, һаман уларҙы шулай алып бармаҡсы була, уларҙың мохтаж һәм меҫкен булып, үҙенең алдына килеүҙәрен ярата. Уларҙың үҙенә итәғәт ҡылып ҡына тороуҙарын гүйәки бының ихсаны аҫтында көн күреүҙәрен эстәй ине.
Ул Хәбибулла Ихсанов булып киткәс, Мәскәүгә барып, теләгәнсә мал алып ҡайта башлағас, бер ҙә белмәгән көйөнсә, уҡытыу эштәренә лә ҡатышмаҡсы була башланы. Үҙенең нөфүзе йөрөгәнерәк мәҙрәсәләрҙә үҙенең теләгән нәмәләрен уҡыттырмаҡсы була, шуға мөхәләфә иткән кешеләргә ысын мәғәнәһе менән дошман була ине. Башҡа байҙар биргәс, был да оялғандан ғына мәктәп-мәҙрәсәләргә йыл һайын бер-ике йөҙ һум иғанә ҡылған була, шуны әллә ниндәй шарттарға тәғлик итә ине. Бының ҡылған иғанәһенә ҡарағанда, мәғәнәүи, мадди зарары әллә ни саҡлы артыҡ ине: «Беҙҙең мәктәптәргә байҙар үҙҙәре аҡса бирәләр, рус биргән аҡсаға ихтыяж юҡ»,— тип, ҡала идараһы бирергә булған аҡсаны ла алдырмаҫҡа йөрөнө. Ул бөтә милләттең уҡыуға ихтыяжын, кәрәк ҡәҙәр аҡса табыуҙы, шул үҙенең наҙланып биргән ике йөҙ һумы менән ҡапламаҡсы була ине. Был ваҡыттарҙа уның алдына барып: «Хәбибулла әфәнде, ярҙам итә күрегеҙ инде, эш булһа — һеҙҙән була, мәрхәмәтегеҙҙән ташлай күрмәгеҙ»,— тип, баш эйеп тороусы аҙая башлағас, үҙенең һүҙе илтифатһыҙ ҡалғас, уның бигерәк тә эсе бошто. Халыҡты үҙ ихтыярында йөрөтөргә теләгән Хәбибулла әфәндегә был эштәр ауыр тойолдо. Үҙенең иштәре менән былар тураһында төрлө фекерҙәрҙә булып, үҙен был шәһәрҙең байы — Хәбибулла Ихсанов икәнен белдерергә теләһә лә, быға муафәҡ була алманы. Сөнки халыҡтың фекере уларҙың ихтыярында тороуҙан сығырлыҡ дәрәжәлә мәғрифәтле (аңлы) була башлаған ине.
Хәбибулла Ихсанов тамам байып, был шәһәрҙәге татар байҙарының береһе булып йөрөй башлағас, бик күп ваҡыт үтмәне, юғары синыф халыҡ араһында: «Ихсановтарҙың эштәре насарлана башлаған икән...» — тигән хәбәрҙәр йөрөй башланы. Был һүҙҙәрҙең асылы бармы, юҡмы, ул йәһәт әле ҡараңғы. Улар һаман боронғоса бай, бик юғары, бик тәкәббер ҡыланалар. Магазин түбәһендә һаман «Хәбибулла Ихсанов» тип яҙылған вывеска тора. Байлығы әүәлгесә кәмемәгән төҫлө, дауам итә.
Бары Хәбибулла ағай кәсеп һәм сауҙаларҙың насарлығынан, бурыс эйәләренең бурыстарын түләмәүҙәренән, йылдарҙың ауырайыуынан күберәк зарлана торған булып китте. Үҙе бик мыжыҡ һәм ваҡсыл, аҙ ғына нәмәләргә лә кәйефе китеүсән, асыуланыусан була башланы. Был ғәҙәттәр Хәбибулла ағайҙа борон да булһа ла, был дәрәжәлә үк түгел ине. Был көндә, нисек тә, бер хәл бар. Ул платежға ваҡытында аҡса еткерә алмауҙы ла бик йыш һөйләй башланы. Юҡ ҡына урында ла приказчиктарҙы ғәйепле итә. Ғәҙәттә була торған йөзьи генә эштәр өсөн дә һуҡранып, ҡаты-ҡаты һүҙҙәр әйтеп ташлай. Өлтөрәп, ҡалтырап йөрөгән хәдимәләргә лә асыуланып өндәшә. Ул бисаралар, нәҡ бесәй төҫлө, аяҡ остары менән генә баҫып, ғәйепле бәндәләр кеүек йөрөйҙәр. Бер ҙә ғәйептәрен таба алмаһа, уларҙың өҫ-баштарына, намаҙсан булмауҙарына бәйләнә, бер ҙә урынһыҙға: «Былар шулай булғас, кәсептәр нисек уңһын һуң?» — тигән асы һәм үткер бер йөмлә килтереп сығара.
Ул инде хужа булғас, Х. Ихсанов тип шөһрәт тә тапҡас, үҙендә хеҙмәт иткән кешеләргә теләһә нисек мөғәмәлә итә, уларҙы әҙәм һанына тыҡмай, шулай ҡаты тороуҙан ғына бай булып була, тип уйлай. Ул үҙе генә кеше, ул ғына белә, шуның өсөн байҙарға ни эшләһә лә жаиз, бәлки лазым булып килә кеүек уйлай. Алыусылар юҡ ваҡытта, малайҙарға тик торорға тура килһә, уларҙың ҡыймылдамай тороуҙарын күргәс тә Хәбибулла асыуланғанға күрә улар, бер ҙә кәрәкһеҙ булһа ла, әйбер аҡтарыу, ипләү, улай-былай итеү менән мәшғүл булалар. Уның: «Нимәгә ҡаҡҡан бағана төҫлө ҡатып тораһың, алырға беләһегеҙ, эшләү юҡ», — тигән һүҙҙәренән һәр береһе ҡурҡа, үҙенең ысын күңеле менән тыңлай һәм хеҙмәт итә икәнен хәрәкәте-фәләне менән байға белдерергә тырыша. Ул һаман: «Боронғо заманда малайҙар былай түгел ине, сәғәт дүрттә тора ине, кис сәғәт ун берҙә кибеттән ҡайта ине», — тип үҙенең был көндәге приказчиктарҙан риза түгеллеген белдерә. Ихсанов Хәбибулланың малайҙарҙың һәр бер эштәрен тикшереп тороу ғәҙәте һуңғы көндәрҙә бигерәк артып китте. Ул элек, сауҙаларының яҡшылығына ҡәнәғәт ҡылған ваҡытта, күҙ һалып тормай ине. Ул ошо эштәрҙе, малайҙарҙы ҡыҫыуы менән, әллә ниндәй бер тулмаған урынды тултырмаҡсы, етешмәгән ерҙе етештерәһе килгән кеүек була ине.
Хәҙер уның алдында малайҙар бер ҙә генә шат күңел менән тора алмайҙар. Берәй малай ҡысҡырып көлһә-нитһә шунда уҡ: «Алдыңда шайтан бейеп торамы әллә?.. Шулай итеп бөлдөрөп бөтөрәһегеҙ инде»,— ти. Әйтерһең, малайҙарҙың шатланып көлөп йөрөүҙәре Хәбибулла ағайҙың суммаһына зарар итә, быларҙың көлөүҙәре уның малын бөтөрөүгә сәбәп була.
Шуның өсөн Хәбибулла ағай сығып китһә, малайҙарҙың өҫтәренән бик ауыр йөк төшкән кеүек рәхәтләнеп ҡалалар. Байҙарының был көндәрҙә бигерәк тә холоҡһоҙланыуын, урынһыҙ йәберләүҙәрен һөйләйҙәр. Тура һүҙҙе ҡурҡмай әйтә торған батырыраҡтары:
— Әйтерһең, уны Мәскәүгә беҙ бурысландырған!.. Миллионер төҫлө тормай, аҙыраҡ иҫәп менән эш ҡылһаң, бер ҙә былай булмаҫ инең,— тип ҡуялар ине.
Хәбибулла Ихсанов үҙен, иҫәпһеҙ байҙар йөмләһенән һанап, бөтмәҫ-төкәнмәҫ малға хужа булған рәүешле фараз ҡылып йөрөһә лә, йөрөш-торошонда бер миллионерҙан бер ҙә генә лә кәм ҡыланмаһа ла, уның был иҫәпһеҙ байлығы бөтә башлаған кеүек күренә башланы. Уның һәммә нәмәһе, булған тауары — үҙ суммаһы, үҙ капиталы булып күренһә лә, һуңғы көндәрҙә эштәрен иҫәпләберәк йөрөтөргә, самалап ҡыланырға мәжбүр иткән нәмәләр сыға башланы.
Мәжбүрән генә эштәрен хисапларға тура килгәс, был малдарҙың бер ҙә ысын үҙенеке түгел икәнлеге күренде. Әллә нисек бурыстар күбәйеп киткән, ваҡытында түләп өлгөрөр хәл юҡ. Боронғо ышаныстар аҡрынлап кәмей, эштәр күңелһеҙләнә генә бара.
Аласағы булған байҙар, вояжерҙар Хәбибулла ағайҙың күҙенә шайтан кеүек йәмһеҙ күренәләр. Улар бында килмәһендәр, Хәбибулла Ихсановты йонсотмаһындар ине.
Вексель, платеж — был ике һүҙ ни саҡлы ауыр күренә, вәғәҙәһенә хәҙер килә лә етә. Борон бер ҙә былай булмай торған ине. Быйыл һәммәһе бергә килеп тығылған. Эште ҡайһы ерҙән башлап төҙәтергә, нисек итеп рәтләп ебәрергә, баштағы сәс тә етмәҫлек, бурыстарҙы нисек түләп ҡотолорға? Бына быларҙы уйлаған һайын Хәбибулла ағайҙың түбә сәсе тора, кешеләрҙе түгел, үҙен-үҙе лә яратмай. «Мәскәү» тигән кәлимәһе ҡолағына «ғифрит», «ен» кәлимәләренән дә насар ишетелә.
Ихсанов татар байҙары араһында ғәҙәт булып киткән аҡтыҡ сараға керешмәксе, бай булып ҡалмаҡсы булһа ла, быны үҙенең шөһрәтенә монасип күрмәй. Борон миллион һумдарға малик бер кеше булып, шулар рәтенән йөрөһөн дә, ҡапыл ғына шартлаһын, имеш!.. Кешенән оят. Башҡа эш төшкәндә, алдашыу-фәләндең шәриғәт йәһәтенән бер ҙә зарары булмаһа ла, ана шул кешеләрҙән оялыу тигән нәмә бик ҡыйын!.. Ихсанов шартлаған!.. Хаҡиҡәтән, ишетеүе бик ауыр булған нәмә.
Ихтимал, эштәр рәтләнер тип, Ихсанов ҡыҫылып торорға уйлай башланы. Ниндәй яҡтан эште рәтләргә, нисек итеп ҡыҫылып тороп, малды күбәйтергә? Бына был мәсьәлә тағы бик еңел түгел. Эштәр тамам боҙолоп бөтә яҙған, юлға һалып ебәрергә мөмкинлек юҡ. Ҡайһы яҡтан эш башларға, уны үҙе лә белмәй.
Хәбибулла ағай эште рәтләргә иң ваҡ йәһәттән башланы. Бынан һуң бер тин аҡсаны ла иҫәпһеҙ сығармаҫҡа, һәр нәмәне күҙҙән үткәрергә ҡарар бирҙе. Ул инде бик аҙ ғына нәмә өсөн дә: «Бында иҫәпһеҙ байлыҡ юҡ бит!»— тип һөйләй башланы. Хәбибулла ағай был эш менән ниһайәтһеҙ тотолған мәсрафтарының юлын ҡапламаҡсы, ваҡ нәмәләрҙә лә һаранлыҡ ҡылып, ҡыҫылып тороп, тулмаҫ урындарҙы тултырмаҡсы, һаман шул мәшһүр Ихсанов булып ҡалмаҡсы була ине.
Бер көндө ул был фекерен, абыстай хаҡында ла йөрөтөп ҡараны. Абыстайҙың аҫыл күлдәктәре әле һаман аҙ имеш!.. Тағы әллә нәмәләр кәрәк имеш!.. Был һүҙҙәр Хәбибулла ағайға бик ауыр тойолдо. Асыуын эсендә һаҡлай алмай, абыстайға:
— Һин, ҡатын, һаман кейем дә кейем тиһең, шуның менән тамам бөтөрҙөгөҙ инде. Был ниндәй бөтмәҫ күлдәк, бөтмәҫ ҡалпаҡ. Һеҙгә бары шул кейем булһын да, арғымаҡҡа ултырып ашҡа барыу булһын!— тип, бик ҡаты бәрелде. Бындай һүҙҙәрҙе абыстай бығаса ишеткәне булмағанға, донъяла башҡа хәсрәт бар тип белмәгәнгә, бик ғәжәпһенеп: — — Теләгән кейемемде кеймәгәс, был байлыҡтың ни файҙаһы бар һуң? Бер күлдәк менән әллә ни бөтмәҫ инде!— тине. — — Һеҙгә шул — бөтмәҫ, бөтмәҫ!.. Мал шунан бөтә ул. Малдың хужаһына ла яуап бирергә кәрәк.
— Мал хужаһы үҙең булмай, әллә кем түгелдер бит!..
— Юҡҡа башымды ауырттырма әле, һин, ҡатын, белмәйһең!
Хәбибулла ағайҙың был ваҡсыл һүҙҙәре абыстайға бик мәҙәк тойолдо. Ул малдың хужаһы кем икән һуң? Бына ҡыҙыҡ!.. Шул саҡлы магазин тулы мал була тороп, бер күлдәкте күпһенә башлаған, был йорттар, был магазиндарҙың хужаһы кем икән һуң?
Бына абыстай бының хәҡиҡәтенә бер ҙә төшөнә алмай. Ул Мәскәүгә барыуҙы һаман күреп торһа ла, унда аҡса биреп, тауар һатып алырға бара тип белә. Вексель, платеж һәм башҡаларҙы һөйләгәндә Хәбибулла ағай бик кәйефһеҙләнеп китһә лә, абыстай быға ла төшөнмәй. Был һүҙҙәр ниңә был саҡлы иренең йөрәген рәнйетә, был ваҡытта ниңә был саҡлы кәйефһеҙләнә, ваҡсыллана, мыжыҡлана — быларҙың һәммәһе лә абыстайға ҡараңғы. Ул бары үҙенең бай ҡатыны икәнен, байҙарса йөрөргә кәрәклеген һәм башҡа шундай нәмәләрҙе генә белә...
Ул, кеше малы, тигән һүҙҙе лә бөгөн генә ишетте. «Кешелә кеше малы буламы икән ни?.. Ул нисек килеп һорап алмай һуң!» Былар бөтәһе лә сит нәмәләр булып күренде. Ул фәлән бай шартлаған тигән һүҙҙәрҙе күп ишетһә лә, уның ысын мәғәнәһен аңламай ине.
Үҙҙәре хаҡында бындай эштәр булып китеүҙе, тәбиғи, хәтеренә лә килтермәй. Бөгөнгә саҡлы ундай һүҙҙәр бында һөйләнгәне лә юҡ, һәм уны абыстай ихтимал да тотмай. Ул эштәр бары Хәбибулла ағайҙың үҙ күңелендә генә һаҡланып йөрөй, уны үҙенең ҡатынына ла әйтмәй. Хатта ундай эштәрҙең булып китеүен үҙе лә күңеленең бер яҡ ситендә генә йәшереп һаҡлай. Нисек тә, был арала Хәбибулла ағай бик күңелһеҙ. Бының сәбәбен әле байҙар ғына аҙ-маҙ беләләр. Башҡаларға, хатта үҙ ғаиләһенә лә, бының сер һәм сәбәбе мәғлүм түгел. Балалары ла аталарының күңелһеҙләнеп йөрөүен, үҙҙәрен бер ҙә сәбәпһеҙ орошоуын ниңә икәнен белмәйҙәр. Улар эштең рәтенә төшөнмәйҙәр, тик бай балаһы булып йөрөргә генә яраталар.
Бына Хәбибулла ағай уларға ла бик йыш асыулана, үҙем кеүек булманығыҙ, ҡоро мал бөтөрөүҙе генә беләһегеҙ, ти.
Ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, Хәбибулла ағай ут эсендә яна, көйәләнә, һәр нәмә, һәр эш уның кәйефен ебәрә, балалар ҙа үҙе уйлағанса эшлекле түгел, яңғыҙ башы ни эшләһен?.. Әлдә ул үҙенең күңелһеҙлеген, эштәренең үҙе теләгәнсә йөрөмәй, насар булып китеүен белдермәй. Урамда, кеше араһында Хәбибулла Ихсанов булып эре йөрөргә тырыша. Эштең насарлығын кеше белмәгәс, уға һаман элекке Ихсанов тип ҡарайҙар. Ләкин эсендә һаҡланған бер нәмә —- Хәбибулла ағайҙың йөрәген тырнап ҡына тора. Кис булһа — йоҡлатмай, бошаландыра, уйлата, яуаптар, хәйләләр, әллә нәмәләрҙе төн буйынса уйлап сыға.
«Ихсановтарҙың эше насар, имеш...» тигән һүҙ халыҡ араһына таралып та өлгөргән. Әллә шайтан хәбәр биргән. Һәммә халыҡ белә, бөтә халыҡ һөйләй. «Кеше малы менән ҡабарып йөрөй ине, бына шулай була ул!»— тип ҡуялар. Быларҙың тормоштарына, йөрөштәренә ҡарап, ниһайәтһеҙ бай, тип хисап итеп йөрөгән кешеләр был һүҙҙе, был хәбәрҙе дөрөҫ түгел, тиҙәр. Шул тиклем бай кеше аҙ ғына ваҡыт эсендә нисек былай бөлөп ҡалһын?!. Был мөмкин түгел, тик дошмандары үс итеп сығарғандыр, тип әйтәләр. Ваҡиған, шул саҡлы бай булып күренгән «Ихсанов былай бик тиҙ генә насарланып ҡуйырмы икән?» тигән кешегә: «Беҙҙең татар байының нигеҙ өҫтөнә һалынмаған эшенең насарланыуы ғәжәпме ни? Мәскәүҙән барып алып ҡайтыу, иҫәпһеҙ байлығым бар тип, теләһә нисек күтәрелеү менән эш бөтмәй, эште алып бара белергә лә кәрәк бит»,— тип сатнатып яуап бирәләр. «Уларҙың иғтибарһыҙ эшләгән эштәрен, әссәсһеҙ булған байлыҡтарын уйлаһаң, был бик ғади эш»,— тип кенә ҡуялар.
Хәбибулла ағайҙың эше насар булыуҙың ғәләмәттәре һәр бер яҡтан заһир була башланы. Быны бер ҙә генә лә йәшереп булырлыҡ түгел. Банк тирәләрендә, Мәскәү яҡтарында, бындағы байҙар араһында Ихсановтың иғтибары бер ҙә генә боронғоса түгел. Аҙ ғына ваҡыт эсендә быларҙың иғтибар һәм илтифаттары үҙгәрҙе лә китте.
Эштең был дәрәжәгә ҡалыуына Ихсанов үҙе лә ышанмай. Төҙәтеп ебәрергә тырышып, бер-ике дин ҡәрҙәштәре менән һөйләшеп тә ҡараны. Юҡ, бер ҙә төҙәлерлек түгел, ахыры, шул аҡтыҡ сараға керешмәй булмай. Дуҫ-иштәре лә шуны мәслихәт күрәләр...
— Ни хәл итәһең?.. Йылдар насар булғас, башҡа бер аш тә ҡылыр рәт юҡ,— тиҙәр. Фәҡәт бер аҙ ғына сабыр итеп торорға, елдәр иҫеү буйынса хәрәкәт итергә кәңәш-тәүсиә ҡылалар...
Бөгөн магазинда фәүҡелғадә күңелһеҙлек. Бөтә хәдимәләрҙе рухһыҙлыҡ, тынлыҡ ҡаплаған. Ашығыслыҡ менән хисап итәләр. Ошо көндәрҙә дешевкала һатыр өсөн тейешле тауарҙарҙы айыралар. Был хисап, был дешевка бер ҙә ғади хисап, ғәҙәттә була торған дешевка түгел.
Ихсанов үҙе лә көндәгенән иртәрәк килгән. Ғәҙәткә хилаф булараҡ, тауарҙарҙы күҙҙән үткәреү, ҡарау, тәфтиш итеү менән мәшғүл. Ул күңелһеҙ, кәйефһеҙ, һәммә хәрәкәте, ҡыланышы борондағыға ҡарағанда башҡа... Бындағы кешеләрҙең һәр береһенең күңелендә бер сер бар төҫлө. Фәҡәт яҡшылыҡҡа түгел, выжданды ғазаплай торған нәмә хаҡында. Бай үҙе лә хыянат итергә теләгән кешеләрсә йөрөй. Ул ошо юл менән барып, боронғо Ихсанов булып ҡалаһы килә. Ошо малдарҙы үҙенеке итеп ҡалдырғыһы килә...
Кешеләр белһәләр белһендәр... Ваҡытлыса яман исемдә лә әллә нәмә юҡ, бары шул малдар үҙ малы булып ҡалһын!.. Туғрылыҡты уйламаҫҡа, теге үҙе һәр ваҡытта һөйләп йөрөгән диндең нимә ҡушҡанын хәтеренә килтермәҫкә тырыша.
Быларҙа бер хәл барлығын, Ихсанов эшенең насар икәнен магазинға кергән һәр бер кеше белерлек. Бында әллә ниҙәр ҡатышҡан, былар көпә-көндөҙ урлашыу менән мәшғүл булған кешеләрсә йөрөйҙәр. Быларҙың һәр береһе, бигерәк тә Хәбибулла ағай үҙе, теләмәгән эште эшләгән һәм бер эш ҡылып ҡалайым әле тигән төҫлө йөрөй.
Ҡыҙыҡһыҙ байлыҡ!.. Выждан хилафына булған эш! Һәм нисек бик ауыр, бик күңелһеҙ!..
Бынан һуңғы эштәр ағай-энеләрҙең мәслихәте, уларҙың аҡыл биреүе, Хәбибулла ағайҙың оҫталығы менән йөрөй башланы. Туғрылыҡ менән эштәр төҙәлерлек түгел. «Хәйләһеҙ донъя — файҙаһыҙ». Донъя булғас, хәйлә ҡылмай, шулай итеп эште төҙәтмәй ҙә хәл юҡ.
Дуҫ-иштең ярҙамы менән, Хәбибулла ағай эште яңы юлға һалып ебәрҙе. Күп тә үтмәй Хәбибулла байҙың магазины башында:
Мануфактурный магазин Н. Х. Ихсановой
тигән вывеска күренде.
Быға бер ҙә генә ғәжәпләнмәгән кеше юҡ. Кисә генә Хәбибулла Ихсановтың магазины булып торған ер бөгөн өйҙә тик ятҡан абыстай исеменә күскән дә ҡуйған. Ул ғына етмәһә, тағы теге йорттар ҙа үҙенеке түгел, имеш. Ул да башҡа берәүҙеке булған да, Хәбибулла ағай инде шул хужаһы исеменә яҙҙырған. Күрәһең, төп сумма абыстайҙыҡы булған да, үҙе эште йөрөтә алмағас, кире абыстайға ҡайтарып биргән. «Н» абыстайға быны саҡ төшөндөргәндәр. Ул үҙе лә, үҙе бер ҙә белмәгән малға хужа булғас, ғәжәпһенгән.
Хәбибулла ағай хәҙер бер «малай» урынында ҡалды. Ул хәҙер бурыстарын дә түләй алырлыҡ түгел, сөнки «фәҡир». Уның инде үҙ исемендә бер нәмәһе лә юҡ. Был эштәр бик ғади, бик еңел булып уҙып китте. Бары халыҡ араһында: «Хәбибулла бик тоғролоҡто, динде яратҡан төҫлө булһа ла, бер ҙә генә лә тоғро түгел икән»,— тигән һүҙ ҡалды.