Jump to content

Иң шәбе кем? Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Иң шәбе – кем?



Апайым иҙәнде йыуа,
Әсәйем аш бешерә,
Атайым балаҫты ҡаға,
Һеңлем һүрәт төшөрә.
Өләсәйем бәйләм бәйләй,
Бысаҡ игәй олатам,
Иң ҙур эште мин башҡарам –
Тотош күҙәтеп ятам.
Апайым иҙәнде йыуа –
Мөйөш ҡала йыуылмай,
Тәнҡит утында көйҙөрәм –
Тәнҡитләү бит тыйылмай.
Әсәйем бешергән ашты
Ашамайым, бик майлы.
Атайым балаҫты төрөп
Йөрөтә белмәй яйлы.
Һеңлем төшөргән һүрәттә
Тауыҡ тиһәм, эт икән,
Етмәһә, оҙаҡ ҡылана,
Кискә тиклем көт икән.
Өләсәй бәйләгән башай
Миңә түгел, һеңлемә,
Кемде нығыраҡ ярата –
Ана шунан беленә.
Олатайым бысаҡ игәй,
Үҙе күрмәй, йә инде,
Былай ҙа тупаҡ бысаҡты
Үтмәҫләп бөтә инде.
Бер мин генә шәп был өйҙә,
Миндә генә юҡ хата.
Хата ебәрмәһендәр тип
Шуға күҙәтеп ятам.



2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.