Балалар һөйләй
Ниңә тәрбиәләмәй?
[edit]Дүрт йәшлек улым Ғәзиз бәләкәстән һикһәнде үткән ҡарт ҡәрсәһе менән бергә ултырып үҫте. Шуғалыр, теле лә иртә асылды. Бер көн миңә хәбәр һала:
— Әсәй, ниңә мине тәрбиәләмәйһең?
— Нисек тәрбиәләмәйем, беҙ атайың менән икәүләп һеҙҙе, апайың менән икегеҙҙе, тәрбиәләйбеҙ инде... – тип теҙә башлаһам, теге:
— Ә ниңә торт ҡырҡып, сәй яһап бирмәйһең? – тип ауыҙымды яптырҙы.
Балаларына алып ҡайта...
[edit]Бер көн шулай магазиндан алып ҡайтҡан тәмлекәстәрҙе тәмләп ашап ултыра Ғәзиз. Мин әйтәм:
— Улым, һин үҫкәс, беҙ ҡартайған булабыҙ, беҙгә алып ҡайтырһыңмы икән тәмлекәстәр? Беҙ һиңә алып ҡайтабыҙ бит, - тим. Улым әҙерәк уйланып ултырҙы ла:
— Балаларыма алып ҡайтырмын, — тине лә ҡуйҙы.
Хоҙай белә...
[edit]Ғәзиздең атаһы байтаҡ ҡына йылдар колхоз рәйесе булып эшләне. Бер көн семинарға тип китте лә оҙаҡланы. Мин борсолам, машинаһы боҙолдомо икән, тип тә һөйләнәмдер инде. Телефондың юҡ сағы. Бала ишетеп ултырғандыр инде, бер мәл:
— Эй әсәй, уның нимә эшләп йөрөгәнен үҙе белә лә Хоҙай белә инде, ти. Дүрт йәшлек кеше ауыҙынан был һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин бөтөнләй тынысландым.
Ҡайһыһын ярата?
[edit]Ғәзизгә биш йәш булғанда, больницанан тағы ҡусты алып ҡайттыҡ. Ғәлийән тигән мәрәкә һүҙле ҡартатайҙары бар Ғәзиз менән Зөбәржәттең. Зөбәржәттән һорай икән был:
— Ҡустыңдың ҡайһыныһын нығыраҡ яратаһың? –тип. Зөбәржәт уйлап та тормай яуап биргән:
— Яңыһын!
Һыу бөткән...
[edit]Быныһы бикәстең улы Заһирҙың ҡыҙығы. Биш-алты йәштәрҙә булғандыр ул. Беҙҙең яҡтарҙа картуфты өмә менән бер-ике сәғәттә сәсәләр ҙә бөтәләр. Бикәстәргә картуф сәсәбеҙ. Эҫе көн, һыуһаттыра. Алып сыҡҡан һыу бөткәс, Заһирҙы йомшай башланылар.
— Улым, һыу алып киләһеңме, тип йомшаҡ ҡына өндәшһәләр, дәртләнеп китеп бәләкәй банка менән һыу ташый. Бер заман был ташымай башланы. “Улым, алып кил инде,” — тип инәлә башлағастар, Заһир:
— Ҡомғанда һыу бөттө, — ти икән.
Ашарға уйлаймы?
[edit]Ғәзиз менән булған тағы бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө. Өс-дүрт йәштәр булғандыр. Һағынып ҡайтҡанмын да: "И-и-и, тәмлекәсемде!" — тип ҡыҫып-ҡыҫып яратам. Был мине этеп, ситкә китте лә, һораулы ҡарашын төбәп: "Мине ашарға уйлайһыңмы әллә?" — ти.
Ниңә ояла?
[edit]Ҡаланан беҙҙең ауылға бер ҡыҙ ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Өләсәһе уны һыйыр ҡаршыларға ебәргән. Көтөүҙе күргән дә был йүгереп ҡайтып киткән. Өләсәһе : ”Ниңә һыйырҙарҙың алдынан йүгерәһең, артынан ҡыуып алып ҡайтыр кәрәк,” — тип өйрәтә икән. Ҡыҙыҡай:
— Өләсәй, ҡайһылай оят, — ти икән.
— Кемгә оят? — тип өләсәй ҙә аптырап киткән.
— Мин оялам, — тигән ҡыҙ.
— Нимәгә оялаһың?
— Унда һыйырҙарҙың береһе лә ыштан кеймәгән, — тигән ҡыҙыҡай.
Үҙе берәү, үҙе икәү...
[edit]Беҙҙең ауылда яҙғы ташҡын ваҡытында 7-8 йәшлек бер бала яр буйында уйнап йөрөгәндә, һыуға ағып киткән. Яҡында игеҙәк малайҙар уйнап йөрөгән. Улар тегене һыуҙан сығарғандар ҙа өйҙәренә тиклем алып барып, үҙҙәре лә ҡайтып киткән. Теге бала өйгә ингәс, һыуға батҡанын һөйләп биргән. Әсәһе:
— Кем һыуҙан алып сыҡты һуң? – тип һораһа, бала:
— Үҙе берәү, үҙе икәү, — ти икән. Игеҙәктәр икәнен шунан аңлағандар.
Нимә ярай?
[edit]Гөлсөм инәй яҡын тирәләге балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлап, өйрәтеп бөткән. Бына бер көн атаһына эйәреп уларға Ғәзим килде. Ул инәһен күргәс тә:
— Инәй, миңә кәнфит бир! – тип ҡысҡырҙы.
— Ай әттәгенәһе, улым, кәнфитем юҡ бит әле! – тине Гөлсөм инәй. Ғәзим бер ҙә аптырап торманы:
— Миңә печенье ла ярай!
Аҡсаһы бармы?
[edit]Камил ағай бесән алып ҡайтты. Трактор бесәнде ауҙарҙы ла ҡайтып китте. Күршелә йәшәгән өс малай һәнәктәрен тотоп килеп тә еттеләр . Олоһо сәләм биргәс:
— Олатай, ярҙам кәрәкме? – тип һораны. Камил ағай әйтте:
— Яйлап үҙем өйөрмөн әле!
Малайҙарҙың кесеһе:
— Аҡсаһы юҡтыр! – тине ситкә ҡарап. Йәнәһе, улар эшләшһә, ағай уларға аҡса бирергә тейеш.
Өйҙә түгел
[edit]Марат бик шаян малай. Бер көн уларға Гөлсирә инәһе килде. Ишек алдында уйнап йөрөгән Мараттан:
— Әсәйең өйҙәме? – тип һораны.
— Юҡ, өйҙә түгел, – тине малай. Гөлсирә инәй, һуҡрана-һуҡрана, ҡапҡаға боролдо.
— Өйҙә булам тигәйне бит, килеүем бушҡа булды инде.
Марат инәһенә ҡысҡырҙы:
— Әсәйем өйҙә түгел, баҡсала!
— Эй, ошо Маратты! – тип инәй, шат йылмайып, баҡсаға йүнәлде.
“Текә” телефон (хикәйә)
[edit]Нурсиләнең телефоны ябай ғына. Класташтары, башҡа балаларҙың матур-матур телефондарын күреп, уның эсе боша, йәне көйә. Шундай “текә” телефон тотоп йөрөгөһө килә уның... Көн һайын ҡайта ла, ата-әсәһенә ошо хаҡта мыжый:
— Мин генә шундай “отстой” телефон тотоп йөрөйөм...
Ҡыҙ үҙе бик әүҙем: яҡшы уҡый, спортта ла һынатмай, волейбол, саңғы ярыштарында ҡатнаша, йыр, бейеү буйынса үткәрелгән бәйгеләргә лә йөрөй. Тик шуныһы бар: йөрөгән ерендә нимәһен булһа ла онотоп ҡалдыра. Үҙе йыйнаҡ булмағас. Эрерәк әйберҙәрен – крассовки, свитер кеүек әйберҙәре, кешеләр аша “хужаһын эҙләп таба”, килеп етә.
Тик был юлы волейбол ярышына барған саҡта Нурсилә телефонын онотоп ҡалдырҙы. Телефон, ябай ғына булһа ла, “хужаһын эҙләп, кире ҡайтманы.
“Текә” телефон таптырып, көн дә әсәләренең башын ҡатырған Нурсилә ярты йыл буйы шым ғына телефонһыҙ йөрөнө.
Төлкөбикә хәйләһе. (Әкиәт)
[edit]Борон-борон заманда бер урманда йәшәгән ти йәнлектәр. Был урман бик ҙур булмаған. Шуға күрә йәнлектәр бер-береһен яҡшы белгән. һәм уларҙың үҙенә күрә хужалары ла булған. Урман бай булған, хайуандар ҙа кәйеф-сафа ҡороп, матур тормош менән йәшәгән, ти. Төлкөбикә-ханбикә лә әле бер йәнлектә, әле икенсеһендә ҡунаҡ булып, рәхәт сигеп көн күргән, ти.
Ләкин заманалар үҙгәргән. Урманда ашарға аҙыҡ та бөтә башлаған, урман үҙе лә бәләкәй генә булып ҡалған, ти. Йәнлектәр һаны артҡан, ә аҙыҡ наҡыҫайған икән. Бер көн йәнлектәр кәңәшкә йыйылған. «Артабан нисек йәшәргә?» - көн тәртибендә ошо мәсьәлә торған. Төлкөбикә өҙөп кенә бер тәҡдим дә әйтә алмаған. Шул ваҡыт Арыҫлан тороп:
— Урман ҙурайһын өсөн урман ситенә ағастар ултыртырға, ә аҙыҡ етешмәгәс, баҡса эшләп, унда төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә кәрәк! — тигән.
Был тәҡдим барыһына ла оҡшаған. Арыҫландың дуҫы Юлбарыҫ та тороп:
— Бик эшлекле тәҡдим әйтелде. Ләкин был эште ойоштора белергә лә кәрәк.
Беҙҙең хужа Төлкөбикә булып ҡалһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ! Эш эшләтеү ҡунаҡ булып һыйланып йөрөү түгел, - тигәс, бар йәнлектәр кемде баш итергә тип уйға ҡалған, ти. Шул саҡ Юлбарыҫ:
— Тәҡдимде Арыҫлан индерҙе, уны үҙебеҙҙең башлыҡ итеп һайлайыҡ!—тип үҙ фекерен әйткән, ти. Барыһы ла уны хуплаған.Арыҫлан бер тауыштан Йәнлектәр батшаһы итеп һайланған,ти.
Арыҫлан, тороп:
— Эште мин ойоштора алырмын да ул. Миңә ярҙамға сәркәтиб кәрәк булыр, яҙып йөрөүсе, - тигәс, йәнлектәр элекке ханбикә—Төлкөбикәне сәркәтиб итеп һайлап ҡуйғандар, ти.
Арыҫлан ең һыҙғанып эшкә тотонған. Көн тимәй, төн тимәй, урмандағы йәнлектәрҙе лә, үҙен дә аямай, эшем эш булһын тип, тырышҡан ти. Тырышлыҡтың һөҙөмтәләре лә күренгән.Урман ситендә йәш үҫентеләр ҡалҡып сыҡҡан. Баҡсаға алмағас, башҡа ҡыуаҡтар ултыртылған, йәшелсәләр мул уңыш биргән.
Быға ҡарап, бар йәнлектәр ҡыуанған. Арыҫланға дан йырлаған. Элек аслы-туҡлы йөрөгән йәнлектәрҙең өҫтәлендә төрлө ризыҡтар барлыҡҡа килгән. Бергәләп эшләү уларҙа эшкә ҡарата ҙур дәрт тыуҙырған. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән. Һәр эште бергәләшеп хәл итеү, кәңәшләшеп эшләү уларға оҡшаған.
Бөтә йәнлектәрҙең дә Арыҫлан менән генә иҫәпләшеүе, уны ғына маҡтауы бер Төлкөбикәгә генә оҡшамаған.Урмандағы бар хайуандың кәңәшкә Арыҫланға ғына килеүе,Төлкөнө бар тип тә белмәүе уны сығырынан сығарған.
— Күрһәтермен әле мин һеҙгә төлкөлөгөмдө! Минең менән дә иҫәпләшә башларһығыҙ!—тип теш ҡайраған ул. Иң беренсе ул үҙен алып ташларға фекер биргән Юлбарыҫҡа үсле булған. Үҙенең ҡунаҡ булып, һыйланып йөрөгән саҡтарын иҫләп, ул ирендәрен ялап алған хатта.
- * *
Арыҫлан менән Юлбарыҫ дуҫ йәшәгән. Уларҙың ғаиләләре лә үҙ-ара татыу булған, байрамдарҙы улар бергә үткәргән. Төлкөнән айырмалы, Арыҫлан башҡа бер йәнлеккә лә ҡунаҡҡа йөрөмәгән. Төлкөбикәнең быға бик эсе бошҡан.Үҙ һүҙен нисек үткәрергә, Арыҫланға нисек яҡынайырға, тип баш ҡатырған. Ниһайәт, ул уйлап тапҡан.
Иртәгәһенә бөтә йәнлектәр баш баҫып, эшкә керешкәндә, йомшаҡ баҫып, ирендәрен ялай-ялай, ҡағыҙ-ҡәләм тотҡан Төлкөбикә Арыҫлан эргәһенә килгән:
—Арыҫлан ағай, йыйылышта мине сәркәтиб итеп һайлағайнылар бит әле, онотманығыҙмы? Бынан һуң мин һеҙҙең уң ҡулығыҙ булырмын. Кемдәр нисек эшләй, шуны яҙып барырмын.Юҡһа, күп эшләй торғас, ябығып киттегеҙ. Бигерәк үҙегеҙҙе аямайһығыҙ ҙа инде, - тип, Арыҫланды йәлләп тә алған, ти. Арыҫлан баш ҡағып ҡына ҡуйған.
— Мәйелең, - тигән ул.
Төлкөбикә ең һыҙғанып эшкә тотонған. Көн һайын таң менән Арыҫлан эргәһенә килеп, тәмләп-тәмләп, кисәге көндә кем нисек эшләгәне хаҡында һөйләр булып киткән. Нисегерәк үҙен аҡыллы, башҡаларҙы меҫкен итеп күрһәтергә — ул үҙ хикәйәһен төнө буйы уйлап, төҙөп ҡуйған, ти. Йәнлектәр бер ни һиҙмәй, баш баҫып эшләүҙәрендә булған. Йомшаҡ баҫып, Төлкөбикә улар эргәһенә көн дә килгән. Тәүҙә йомшаҡ тауыш менән: «Арыҫлан ағай былай ҡушты, тегеләй ҡушты,» - тип, күрһәтмәләр биргән. Эшләшкән булып йөрөй торғас, һылтауын табып, ул тайыу яғын ҡайырған. Арыҫланға ул : «Йонсоп йәнлектәр эргәһенә барып торма. Мин һинең сәркәтибең бит. Бынан һуң һинең бойороҡтарыңды мин генә еткерермен уларға,» - тип һырпаланған. Арыҫланды ураған һайын маҡтаған, ти.
Башта Арыҫланға Төлкөбикәнең йәнлектәр тураһында һөйләүе оҡшаған. Төлкө һәр йәнлектең бер етешһеҙлеген тапҡан, тәмләп-тәмләп шул хаҡта сәғәттәр буйы һөйләргә лә әҙер булған. Ул хатта уларҙың һәр береһенә ҡушамат та таҡҡан, ти. Мәҫәлән, Бөкөрө Бурһыҡ, Ығыш Ишәк, Алабарман Айыу, Тиҫкәре Бүре, Һаран Маймыл, Ҡылый Ҡуян.
Арыҫлан Төлкөбикәнең ҡуштанлығына, зирәклегенә, матур һөйләүенә һоҡланыуын йәшермәгән. Төлкөбикә уның һайын хәбәрҙәрен ҡабартыбыраҡ һөйләгән, үҙе эстән генә тешен ыржайтҡан: «Белерһең әле минең кемлекте!»
Арыҫлан хәҙер өңөндә генә бойороҡтар яҙған, уларҙы Төлкөбикә баҡсала эшләүсе йәнлектәр янына барып, еткереп торған.
— Батшабыҙ Арыҫлан яҡшыраҡ эшләргә ҡуша! — тигән ул, бойороҡто уҡығас.
Төлкө һәр көн бер йәнлек эргәһенә килеп, «Насар эшләйһең,» - тип бәйләнер булып киткән.
Икенсе көндө таң менән Арыҫлан янына килеп, шул йәнлек тураһында үҙе уйлап сығарған хикәйәһен һөйләгән.
— Уф, шул Тиҫкәре Бүрене! Ялҡау! Эшләгән эшен әйтер инем! Йөрөй шунда! Кисә үҙенә: «Аяғыңды һөйрәп саҡ атлайһың, үҙеңә тигәндә ырғып йөрөйһөң!» тиһәм, оҡшатмай. Бына нисек атларға кәрәк, тип, атлап та күрһәттем үҙенә. «Һин обший котелдан ашар өсөн генә киләһең бит эшкә!»-- тием тегегә.
Арыҫлан хикәйәне иҫе китеп тыңлаған. Төлкөнөң тапҡыр яуабына хайран ҡалған.
— Етмәһә, шул хөрәсән, мине ошаҡларға һиңә килер әле! Бына күр ҙә тор!—тигән Төлкө.
Төлкө китеп күп тә үтмәгән, ысынлап та, Бүре һаҡ ҡына ишек шаҡып, инергә рөхсәт һораған. Арыҫлан уны тыңлап та тормай, Бүрегә ябырылған:
— Ниңә эштә түгелһең, хөрәсән, марш эшеңә!
Яҡлау өмөт итеп килгән Бүре аптырап ҡалған, Төлкөнөң эшкә ҡамасаулап йөрөүе, бәйләнеп йонсотоуы тураһында һөйләргә теләгән, тик Арыҫлан уны тыңларға ла теләмәгән.
Төлкөбикәнең хәйләһе килеп сыҡҡан: көн һайын бер йәнлек Арыҫланға яҡлау һорап килгән, ә Арыҫлан уларҙы тыңларға ла теләмәй, кире борған. Сөнки Төлкөбикәнең һәр йәнлекте кәмләп, хурлап һөйләүенән Арыҫлан уларҙы күрә алмау дәрәжәһенә етеп, асыуы килеп ултырған булған. Төлкөбикәнең бышылдап ҡына һәр саҡ:
— Арыҫлан ағай, улар һиңә лә һүҙ ташлайҙар әле. «Үҙе килеп эшләһен, нимә бойороп ҡына ята өңөндә, - тиҙәр, - тигән һүҙҙәре бигерәк ярһытҡан, сығырынан сығарған уны. Ул йәнлектәргә береһенән-береһе ауырыраҡ эштәр ҡушҡан, һанаулы ғына көндәрҙә уны тамамларға ҡушҡан.
Шулай итеп, Арыҫлан үҙе лә һиҙмәҫтән, Төлкөбикә хәйләһенә эләгеп, нисек йәнлектәрҙән алыҫайғанын һиҙмәй ҙә ҡалған ти. Йәнлектәр уға йөрөмәй башлаған. Төлкөбикә, эстән көлөп:
— Хәҙер, Юлбарыҫ, һиңә сират етте, үсемде алмай ҡуймамын, - тигән.
Икенсе көндә үк Төлкө Арыҫланға Юлбарыҫ тураһында уйҙырмалар яуҙыра башлаған.
— Бынау Юлбарыҫҡа әллә нимә булған, — тип башлаған ул һүҙен. — Бөтә йәнлектәрҙе йыя ла һөйләшә лә ултыра. Саҡ туҙҙырып ебәрәм. Эште шулай эшләр кәрәк, былай эшләр кәрәк, тигән була. Һиңә ҡаршы ҡоторта йәнлектәрҙе, әллә баш булғыһы килә инде. Ә һин уны дуҫ тип йөрөгән булаһың!
Арыҫландың күңеленә шик төшкән. Бына һиңә дуҫ! Ә нимә уйлап йөрөй!
Эштән ҡайтҡанда үҙенә һуғылған Юлбарыҫты ул һалҡын ҡаршылай. һөйләшеп тә ултырмай, ҡабаланған кеше булып, ишеккә йүнәлә. Юлбарыҫ та һиҙә дуҫындағы үҙгәреште. «Нимә булған быға?» - тип уйлана ул. Бер көн Юлбарыҫтың балаһы ауырып китә. Ни эшләргә белмәгән Юлбарыҫ эшкә лә бара алмай, көнө буйы балаһы эргәһендә була.
Был хәлгә берҙе биш итеп һөйләргә яратҡан Төлкө бигерәк ҡыуанған. Юлбарыҫтың эшкә сыҡмауын ул Арыҫланға протест, тип белдергән. Юлбарыҫты хулиганлыҡта ғәйепләгән.
Арыҫландың башы ҡатҡан. Берәй сара күреү яғын хәстәрләй башлаған. Ә был ваҡытта Төлкөбикә Юлбарыҫ эргәһенә килеп, яһалма тауыш менән:
— Балаң ныҡ ауырыймы? Ярҙам кәрәкмәйме? Ниндәй үләндәр кәрәк—үҙем алып килеп бирермен, - тип таҫма телләнгән. Үҙе күҙен йылтыратып:
— Уй, беҙҙең Арыҫлан батшабыҙ бигерәк талапсан шул. Саҡ ҡына изге күңелле булыр кәрәк тә инде. Бына һинең балаң ауырый — ә ул һине эшкә сыҡмай, тип әрләй, үҙенә саҡырта.
Төнө буйы һаташҡан балаһы эргәһендә керпек тә ҡаҡмай ултырып сыҡҡан Юлбарыҫ был һүҙҙәргә әллә ни әһәмиәт бирмәгән, ти. Төлкөбикә:
— Ярар, саҡыртҡас, барырһың инде Арыҫлан ағай эргәһенә, - тип китеп барған.
Икенсе көн таң менән Арыҫлан сығырынан сығып, Юлбарыҫҡа ниндәй яза биреү тураһында уйланып ултырған булған. Инде уйлап тапҡанда ғына ишектә Юлбарыҫ күренгән.
— Иртәгә йыйылыш була. Һинең тәртибең тураһында ла һүҙ булыр, - тигән Арыҫлан.
— Нисек минең тәртибем? — тип аптырап торған Юлбарыҫты, оса-ҡуна килеп ингән Төлкөбикә ҡыҫырыҡлап сығарып та ебәргән.
— Бар, бар ҡайт өйөңә! Беҙгә бында Арыҫлан ағай менән йыйылыш тураһында һөйләшә торған бар. Унан миңә йәнлектәргә хәбәр итәһе бар әле.
Йыйылышты Арыҫлан аса һәм һүҙ башлай. Ул Юлбарыҫ тураһында бер-ике һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәй, бар йәнлектәр Юлбарыҫты яҡлап, Арыҫландың үҙенә ябырыла. Уны өңөндә тик ятыуҙа, йәнлектәрҙең тормошон белмәүҙә, белергә теләмәүҙә ғәйепләйҙәр.
Төлкөбикә, матур ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, шым ғына эстән көлөп ултырған, ти.
Бер алдаһаң. (хикәйә)
[edit]Фәғилә 9-сы класта күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Көн һайын өс саҡрым юл тәпәйләргә тура килә. Күмәкләшеп һабаҡташтар менән шаяра- көлә атлағас ни, саҡрымдар һиҙелмәй ҙә ҡала.
Бөгөн Фәғиләнең йәйәү йөрөгөһө килмәне. Ул, хәйләләшергә уйлап, бер саҡрымдай юл үткәс, ҡапыл юлға ултырҙы ла, илап ебәрҙе:
— Аяғым һынды!
— Ысынмы? — тип иптәштәре уны уратып алды.
— Ысын, — тип яуапланы Фәғилә.
Ике класташ егет, ҡулдарын тоташтырып, Фәғиләне ултыртып алды.
Мәктәпкә еткәс, ул һикереп төштө лә:
— Минең аяғым һынманы! — тип йүгереп мәктәп эсенә инеп китте. Ике саҡрымдай уны алмашлап күтәреп килгән класташтары бер талай һүҙһеҙ торҙо.
Был ваҡиға онотолоп та бара ине. Бер ваҡыт әлегә лә баяғы таныш урынға еткәс, Фәғилә йәнә ултыра төштө.
— Нимә булды? — тип һоранылар.
— Аяғым һынды, — тине Фәғилә, иламһырап.
— Алдашма! — тине һабаҡташтары, туҡтап та тормайынса.
Фәғилә ултырып ҡалды. Бер нисә дәрес үтеүгә, тәнәфескә сыҡҡас, уҡыусылар ни күрә: Фәғиләнең атаһы ҡыҙын атҡа ултыртып бара. Был юлы уның аяғы ысынлап һынған икән. Атаһы уны больницаға гипс һалдырырға алып китеп барған булған.
Һеперткегә ултырып. (хикәйә)
[edit]Ғәлиәгә 6 йәш, әле мәктәпкә бармаған. Бөгөн ул әсәһенә үсекте. Ул ҡушҡан эште тыңламайынса, тышҡа сығып китте. Шулай күпме торғандыр, күҙҙәренә күрше инәйҙең үҙҙәренә инеп килеүен күрҙе.
— Һаумы, ҡыҙым, әсәйең өйҙәме, тиҙ генә инеп сығайым әле, йомошом бар ине, - тип алсаҡланып һөйләнеп инеп килгән Рәйфә инәйгә лә ҡапыл асыуы килеп китте Ғәлиәнең. Уның бөгөн кәйефе юҡ, бар донъяға асыуы килеп тора. Йөрөмәһендәр бында тағы ла уның йәнен көйҙөрөп...
Ғәлиәнең күҙе тупһа янында ятҡан һеперкегә төштө. Ҡапыл уны алды ла ишеккә ыңғайлаған Рәйфә инәйҙең юлын быуҙы. Ҡыҫыҡ торған ишек шарт итеп ябылды. Ғәлиә һеперткеһен өҫкә күтәрҙе:
— Өйгә инмәйһең!
— Атаҡ! Атаҡ! – тип инәй аптырап китте. - Ә ни эшләп?
— Әсәйем өйҙә юҡ! – тип ауыҙын турһайтты ҡыҙ.
— Әле генә ишек алдында йөрөй ине бит, шул арала ҡайҙа китте һуң? Ҡыҙым, әсәйеңә йомошом бар, инеп кенә сығайым өйгә!– тине, борсолоп, инәй.
— Әйтеп торам бит, өйгә индермәйем! – тине тауышын күтәреберәк, урынынан ҡымшанмай ҙа баҫып торған ҡыҙ.
Баланың үҙен тотошонан Рәйфә инәй әсәһенең өйҙә икәнен аңланы. Аптырап, Ғәлиәгә ҡарап торҙо ла:
— Һеперткене баш осона күтәрергә ярамай! Насар ҡыҙ булып тораһың. Күп улайтып һепертке күтәреп торһаң, Мәскәй әбей кеүек һеперткегә ултырып осоп та китерһең әле! – тине лә ҡайтыу яғына йүнәлде.
Кис йоҡларға ятҡас, Ғәлиә ҡысҡырып илап ебәрҙе.
— Мәскәй әбейҙең һеперткеһенә ултырып осҡом килмәй!.. Рәйфә инәйгә башҡа һепертке күтәрмәйем!
Янына йүгереп килеп еткән әсәһенә көндөҙ булған хәлде һөйләп, башҡаса әсәһенә үсекмәҫкә, килгән кешегә һепертке күтәрмәҫкә һүҙ биргәс кенә, тынысланып йоҡлап китте ҡыҙ.
Етмәгән йомортҡа (хикәйә)
[edit]Әминә икенсе синыфты тамамланы. Үҙен ҙур итеп тоя. Йәйге каникулдар башланып киткәс тә, уларға сират көтөүе етте. Ауылда шулай һыйырҙы ла, һарыҡ-кәзәне лә мал башы һанына ҡарап сиратлап көтәләр. Үҙҙәренә сират еткәс, Әминә лә көтөүгә барырға тәүәкәлләне. “Һыйырҙар артынан ҡыуып йөрөргә ярар әле”, - тип атаһы ла ризалашты.
Бына көткән көн дә килеп етте. Ул атаһы, ағаһы, апаһы – дүртәүләп таңғы алтыла көтөүгә лә сығып киттеләр. Һыйырҙар артынан йөрөп, Әминә арыны, һыуһаны, асыҡты. Сәғәт ун берҙәргә яҡын атаһы барыһын да янына йыйып алды. “Ҡапҡылап алайыҡ!” – тине ул. Юл тоҡсайынан икмәк, йомортҡа сығара башланы. “Йомортҡа туҡлыҡлы, хәҙер үҙегеҙгә хәл инеп китер, көнө буйына етерлек итеп әсәйегеҙ бешереп һалғандыр һәр берегеҙгә теүәлләп, “ – тип һөйләнә-һөйләнә атаһы һәр береһе алдына берәр йомортҡа һалды.
Әминә атаһы янында ултыра ине,ул ынтылып ағаһы менән апаһына йомортҡалар һалған мәлдә тиҙ генә тоҡсайҙағы бер йомортҡаны алып, кеҫәһенә йәшерҙе. Берәү ҙә күрмәй ҡалды. Улар шулай бер аҙ тамаҡ ялғап, пластик һауытта һалып алып килгән һыуына башлаған шәкәрле сәйҙәрен эскәс тә, үҙҙәренә хәл инә барыуын тойҙолар.
Әминә кеҫәһендәге йомортҡаны төшкөгә ашағансы уҡ бер ағас төбөнә сүкәйеп ултырып ашап алды. Уныһын да берәү ҙә күрмәне.
Төшкөгә туҡтағас, атаһы һәр береһенә икешәр йомортҡа таратты. “Әсәйегеҙ һәр берегеҙгә өсөшәр йомортҡа һалдым, тип әйткәйне,” – тип һөйләнеп ултырған атаһы ҡапыл туҡтап ҡалды. “Әсәйегеҙҙең өҫтөнә сыға бит был, йомортҡалар етмәй, – тине аптырап. – Ярар, үҙем берәүҙе ашайым инде. ” Атаһы бер генә йомортҡаны ашағанда Әминәнең оялыштан бите яна башлаған ине инде. Ләкин быға берәү ҙә аптыраманы. Сөнки көн шундай эҫе.
Көтөүҙән ҡайтып сәй эсеп ултырғанда, атаһы әсәһенә ҡарап, йомортҡаларҙың берәүгә кәм булыуын әйтте. Быға әсәһе лә аптырап китте: “Ҡабат-ҡабат һанап һалғайным”.
Йоҡларға ятҡас, Әминә түҙмәй, ҡысҡырып илап ебәрҙе:
— Йомортҡаны мин ашаным бит ул! Әсәйем уларҙы теүәл һалғайны! Ғәфү итегеҙ инде мине! — тип һыҡтаны ул.