Хәҙисә
Хәҙисәнең исеме өҫтөндә гөлдәр үҫә,
Ҡоштар һайрай, елдәр иҫә, көлдөниһә,
Яңғырап сыҡҡан йәмле тауыш, ҡоса-ҡоса
Баш өҫтөндә әруах оса нисә-нисә.
Мәғфүрә
Бар ине, аһ, Мәғрүфәне күргән саҡтар,
Мәхмүр күҙҙән күңелгә рух өргән саҡтар,
Шул гүзәлде уйлап-уйлап иҫтән тайып,
Нисә көндәр ашап-эсмәй йөрөгән саҡтар!
Зөләйха
Әй, Зөләйха, бер йылмайһаң, иҫертәһең,
Бер минутта биш туңдырып, биш иретәһең.
Бер яҡ күҙең бер яҡ ҡырын бер генә һал.
Шул ваҡытта осортаһың, осортаһың...
Алмагөл
Алмагөл, аһ, бешеп еткән алмалы бит,
Иманлы бит, илһамлы бит, Аллалы бит.
"Үп!" - тине лә үптермәне, күҙҙән тайҙы,
Аһ, сихырсы алмалы бит алданы бит!
Рәбиғә
Рәбиғәнең матур тауышы, моңло, наҙлы,
Наҙы менән аулап ала ир-шаһбазды.
Һандуғастар уның наҙын маҡтап һайрай,
Уның өсөн яратҡандыр нурлы яҙҙы.
Гөлбәғидә
Бәғид түгел, гөлдән булһа Гөлбәғидә,
Гөлгә оҡшай ҡул вә бармаҡ, тырнағы ла,
Гөл бағында гөл эйәһе кейҙергәндер -
Гөлдән теккән өҫтөндәге күлдәге лә.
Бикһылыу
Бикһылыу һылыу була һырғаһыҙ ҙа,
Ебәк күлдәк, ҡырҡ итәк бөрмәһеҙ ҙә.
Уның күҙе тыуғанда уҡ һөрмәләнгән,
Керпектәре йым-йым итә һөрмәһеҙ ҙә.
Аланҡыуа
Изге намың ишеттениһәм, Аланҡыуа,
Йөрәгемдә һиңә ҡаршы сәләм тыуа.
Һөйөп алып, һөйөп барһаң, ҡыуаныс бар:
Бер ҙә шикһеҙ Сыңғыҙхандай бала тыуа!
Айҙарһылыу
Айҙарһылыу, маңлай сәсең айҙарланған,
Күҙҙәреңдә ғишыҡ быуы ҡайнарланған.
Был донъяға һин ингәстән, тәңреһенә,
Минән нурлы яраттың, тип ай зарланған.
Айзирәк
Айзирәк ҡыҙ - ай зирәк ҡыҙ, үткер теле,
Изгеләрҙән изгерәктер, юҡтыр кере,
Күҙҙәр тылсым, һүҙҙәр әфсен, йөҙө әфлисун,
Уның кеүек ожмахында юҡтыр хуры!
Йомабикә
Йомабикә, һин йома көн тыуғанһыңдыр,
Ҡулдарыңды мамыҡ менән йыуғанһыңдыр,
Сәмауаттан был донъяға инмәҫ борон,
Хурҙар менән нур тауында шыуғанһыңдыр.
Миңлекәй
Ике яҡта ике миңе Миңлекәйҙең,
Урталағы ҡараһы күк тулған айҙың,
Яман күҙҙән тулған йөҙҙө һулдырмаҫҡа,
Күктән ингән һаҡсы улар бер хоҙайҙың.
Гөлгөнә
Гөлгөнәнең керпектәре гөл кейенгән,
Ике күҙе киске тымыҡ күл, тиелгән,
Ай, ҡояштың аҡ нурҙарын оялтырлыҡ -
Күҙҙәренә сөм-ҡарасҡыл нур йыйылған.
Туғыҙаҡ
Туғыҙаҡ туташ, һин мөжәссем биҙәк мәллә?
Мөхәббәтең көйҙөрәлер - дозах мәллә?
Һөйөүемде әйтәм тиһәм, тел бәйләнә,
Ул күҙҙәрең сихырлы бер тоҙаҡ мәллә?
Алтынҡай
Алтынҡайҙың яңы тыуған ай ҡашы бар,
Ҡолағында бриллиант күк алҡаһы бар,
Ҡулдарында - алтын йөҙөк бармаҡ һайын,
Сәскә таҡҡан сылтыр-сылтыр тәңкәһе бар.
Хәят
Хәят туташ, ауыҙыңдан ынйы яуа,
Һинең менән бер һөйләшеү дәрткә дауа,
Зәңгәр тулы күҙҙәреңде бер һирпеһәң,
Бөттө инде, бөтә әҙәм һуштан ауа.
Мәймүнә
Мин, Мәймүнә, тигәндә, мәймүн булам.
Туңған даръя ташып китә, сәйхун булам,
Гөжләп торған самауырҙың түбәһендә
Мин, гүйә ки, пар-быу кергән сәйгүн булам.
Зәйнәп
Зәйнәп туташ ҡара сәсен майлап тора,
Былбыл кеүек, сәскә тотоп, һайрап тора,
Ярты ай күк, маңлайының тирәһендә
Сәс бөртөктәр тулҡынланып, байнап тора.
Бибиәсмә
Тауышың шишмә, телең тәмле, Бибиәсмә,
Итәктәрең килешкән буй-буй таҫма.
Ғишыҡ тигән даръя булһа, шул даръяла
Күңел һауытын сайҡар өсөн һин бер баҫма!
Өммөхәя
Ҡашың йәйә, керпегең уҡ, Өммөхәя,
Йөрәгемә уғың керҙе, мине ая!
Аяманың - ташлап киттең әллә ҡая,
Ник ташланың? Ҡая вәғәҙә, ҡая хәя?
Ғәнбәр
Мисек, ғәнбәр еҫе аңҡый, Ғәнбәр, һиндә
Күҙ алдыңды ҡосоп торған йәм бар һиндә,
Мөхәббәтле, эҫе, көслө ҡан бар һиндә,
Үҙ алдына осоп торған йән бар һиндә.
Өммөкамал
Кәмаләтең бөйөк һинең, Өммөкамал,
Йәнде йәнгә тоташтырған һин бер канал,
Тупаҫ, наҙан һине күрһә, ул да әйтә:
"Нәғләт икән, ниндәй сибәр бынауы мал!"
Өммөгөлсөм
Сифатыңды тәүсиф итәм, Өммөгөлсөм,
Үҙәгенә былбыл кергән тере гөлһөң,
Көслө йөрәк һине күрһен, йәмгә сумһын,
Түҙемһеҙҙәр үлгән хәлдә, таңға керһен.
Әсхәпъямал
Әсхәпъямал, нурың арта сәсҡап менән,
Ынйы теҙгән кесерәк кенә ҡалпаҡ менән,
Һин оҡшайһың күлдә йөҙгән аҡҡоштарға,
Йөрөгәндә аҡ күлдәк, аҡ башмаҡ менән.
Мәрйәм
Аҡ күңелле, асыҡ йөҙлө Мәрйәм туташ,
Исемеңде хөрмәт иткән Аллаң, туташ,
Мин дә һине хөрмәт итәм, мәрхәмәт ит,
Һинән һорай мәжрух йөрәк, мөрһим туташ.
Нәфисә
Нәфисәгә сәләм нәфис ел арҡыры,
Беләһегеҙ, уңған туташ - һөнәр ҡоло.
Шағирҙарҙың күбеһенә илһам килә
Һеҙҙең кеүек наҙлы нәфис бил арҡыры.
Маһира
Эй, Маһира, хоҙай биргән вәҡарың бар,
Вәҡар менән матур итеп баҡарың бар,
Ялҡының бар яндырырға уйлағанда,
Туңдырһаң да үҙ ҡулыңда сәҡарың бар.
Сырур
Сырур туташ, алһыу йөҙөң, күҙең күркәм,
Тыуҙыңмы әллә алһыу нурлы йәйе иртән?
Күтәрелеп бер ҡарарға ҡыя алмаймын:
Сихырланып үлермен тип ҡурҡам, иркәм.
Сара
Ҡашың ҡара, күҙең ҡара, Сара туташ,
Күтәрелеп бисараңа ҡара, туташ!..
Һинең өсөн өҙөлә эсем көнөн-кисен,
Ас үҙәктә ғишыҡ уты яна, туташ!
/Ҡәләмемә күңел енен ҡағылдырған,
Тиле күңелде үҙ юлына абындырған -
Ике нәмә - әүәле Алла, икенсе ҡыҙ -
Бәндәләрҙе ҡөҙрәтенә табындырған./