Jump to content

Ир балаҡай - ир балам

From Wikisource


Ир балаҡай - ир балам



Күлдәк йыртып, танау емереп
Ҡайтып инә өйгә малайҙар,
«Гонаһтарын» тойоп, ялбарып
Бер хәйләһеҙ күҙҙәр ҡарайҙар.
Сыҡҡан саҡта биргән һүҙҙәрен
Нисәнсе ҡат улар онотҡан,
Әсәләре тағы ороша:
- Нимә ҡалған һеҙгә ҡыйыҡта!
Дарыу һөртә йәнә уфтанып -
Әрнеттереп яна яралар,
Ирендәрен тешләп, малайҙар
Иламай. Тик йәштәр ағалар.
Һыр бирмәйҙәр тағы үҙҙәре:
- Йәшләнде лә күҙем сүп төшөп.
Бирешмәҫкә килә күнегеп
Орсоҡ буйлы ғына ир кеше.
Оноторҙар тағы иртәгә
Ысын күңелдән тәүбә иткәнен,
Алып китер әллә ҡайҙарға
Балалыҡтың бауһыҙ елкәне.
Урман гиҙер, тауҙар иңләрҙәр,
Ҡалмаҫ ҡая, ҡалмаҫ инеше.
Ҡыйыулыҡҡа шулай өйрәнә,
Түҙемлеккә шулай өйрәнә
Ир балаҡай ғына - ир кеше.
Ниҙәр генә күрмәй ир башы ,
Ат та түгел хәҙер юлдашы,
Улғынама булыр кем терәк,
Арҡалашыр, терәп иңбашын?!
Ҡараңғыла ҡалып аҙашһа,
Күҙ бәйләһә буран-томандар,
Ҡалдырмасы, Раббым, яңғыҙын,
Айырмасы, Раббым, имандан.
Дан, байлыҡҡа өлгәшер булһа,
Килмәһен был харам-ямандан.
Ҡалдырмасы шул саҡ яңғыҙын,
Айырмасы, Раббым, имандан,
Ҡалдырма...


2012


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.