Jump to content

Икмәк(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Икмәк ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Икмәк


— Әпәкәйҙе ҡалай бешерәләр?
— Ҡояш төштө уҙғас, баш әҙерлә.
— Ҡайнар һыуҙа ондо иҙеп ҡуйҙым.
— Сөпрә ҡуш та ултырт йылы ергә.
— Әсәй, ҡояш офоҡтарға сумды...
— Бисмиллалап, балам, ҡамыр туғы.
— Нисаҡлыраҡ итеп самалайым?
— Бер сүмесе — бер таба тиң һыуҙы.
Ипләп кенә мейес башына ҡуй,
Бәпес кеүек итеп өҫтөн көплә.
Изге ниәттән тип, ҡояш менән
Уятырһың үҙен. Йоҡлап китмә.
Майлап ҡына яйлап ҡамыр баҫһаң,
Мейес һүрелгәнсе күтәрелер.
— Алһыу ғына бейек әпәкәйем!
— Икмәк өҫтө — ҡояш төҫтәрелер.

 


1993 йыл