Jump to content

Иген сәсһендәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Иген сәсһендәр


Мәңгелек йортом өҫтөнә
Ҡуймағыҙ мәрмәр һалып.
Йәнем йыһанда буласаҡ -
Ниңә уға таш ҡалып.
Ерҙән яралған йәнемә
Ер аҫтында ер етер.
Һәр ҡәберҙе һаҡлай торһаҡ,
Тереләргә ер бөтөр.
Әйҙә баҡса ултыртһындар,
Иген сәсһендәр әйҙә.
Мин ҡеүәт биреп ятырмын
Бик һөйөнөп һәр йәйгә...


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.