Jump to content

Игенсе(шиғыр). Зәйнәб Биишева

From Wikisource
Игенсе ( шиғыр )
автор Зәйнәб Биишева
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Игенсе


 Мин яратҡан бик күп һәнәрҙәр бар —
 Уҡытыусы, йырсы, төҙөүсе...
 Әммә йөрәгемдең гел түрендә
 Ул бер үҙе — иген игеүсе.
 Яҡын миңә уның һәр бер эше, —
 Сәсәме йә утай, урамы.
 Тос бөртөклө бойҙай, арыш менән
 Тултырамы келәт, бураны.
 Ҡаршылаймы яҙҙы, ер һөрөп,
 Үткәрәме йәйҙе йоҡоһоҙ,
 Оҙайлы көҙҙө баҫыуҙарҙа
 Йыйып-һуғып иген тулҡынын...
 Донъяла иң оло, иң хөрмәтле
 Һәм мәңге йәш һөнәр — игенсе.
 Тыуған ерҙе туйлап, түлле иткән
 Бөйөк кеше — иген игеүсе. 

 


1988 йыл