Jump to content

Зөләйха. Салауат Юлаев

From Wikisource
Зөләйха (шиғыр)
автор Салауат Юлаев
Сығанаҡ: http://blang.ru/writers.php?w=78


Зөләйха


Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.

Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.

Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.

Мин, бахыр, һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм.
Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.

Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.

Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.