Ах үҙ һүҙле! тип ҡалам да
Шелтәләп ейәнсәрҙе,
Көйҙөргәнем иҫкә төшә
Үҙемдең дә әсәйҙе.
Үҙемдекен ҡуйманыммы
Һайлағанда кейемде,
Һайлағанда дуҫтарымды,
Биҙәгәндә өйөмдө?
Борсоғанмындыр ҙа инде
Уңыу ҙа туңыу менән:
Тормош юлдашын һайланым
Кәңәшмәй уның менән.
Нисә айҙар иланым, тип
Яҙғайны ул һуңынан
Ярай әле уңдың, тине,
Кейәү яҡшы, улымдай.
Үҙ һүҙләнгән саҡтар булды
Милләт хаҡына тиеп,
Файҙам тейерҙәй булғанда
Туған халҡыма тиеп.
Еңмешлегем менән яндым,
Булды отҡан саҡтарым,
Ҡиммәткә лә төшөп ҡуя
Тиҫкәрелек хаҡтары.
Тик шулай ҙа үкенмәйем
Ҡылғаныма серәшеп.
...Өй тауығы булыр инем
Тотһам әсәй кәңәшен...
Үҙ яҙмышы ейәнсәрҙең,
Бәлки тап ул хаҡлылыр,
Уңһа-туңһа - үҙенеке,
Юлдары ла яҡтылыр.
Өлгәшһен дә маҡсатына
Үҙ ғәм, үҙ сәме менән.
Кәрәк тә түгелдер йәшәү
Минең үлсәмем менән.
Иманын ғына боҙмаһын,
Яҙа юлдан китмәһен.
Иң мөһиме - ошолор ул...
Шул үлсәмдән үтмәһен.