Jump to content

Ерҙән – ергә…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ерҙән – ергә… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 20.07.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ерҙән – ергә…


Эй көслө ел бөгөн таңдан алып!
Геүләп тора бөтә ағастар…
Йәй уртаһы…Ниндәй шыҡһыҙ, йәмһеҙ…
Күңелемә үрләй һағыштар…

Емештәрҙең әле бешкән сағы…
Елдең юҡ шул унда хәстәре:
Ямғыр булып ергә тупырлаша
Сейәләрҙең ҡанлы йәштәре.

Йыл буйына көткән емешенә
Уҫал елдәр ниңә тейәләр?
Ҡанлы юрған булып ерҙе япҡан
Ҡара-ҡыҙыл бешкән сейәләр…

Яҙған булһа, бәлки, киләһе йыл
Емешенән ауыҙ итербеҙ?
…Бөтәбеҙ ҙә ерҙән яралғанбыҙ,
Берәй ҡасан ергә китербеҙ…


20.07.2014